6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Бурыстарға кире ҡайтып
24.10.06


       Башҡортостан предприятиелары Пенсия фондына 2,2 миллиард һум бурыслы. Йыл башынан бурыс күләме ун процентҡа артҡан, т ип билдәләне РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров.
       Башҡорт бүлексәһендә иҫәптә тороусы 183 мең страховкалаусы
       араһында 13 мең ойошманың бурысҡа батыуы билдәле. Һигеҙ предприятие башҡаларға ҡарағанда күберәк "тырышҡан" - "Авангард" (Стәрлетамаҡ) федераль дәүләт унитар предприятияһы, "Каучук" (Стәрлетамаҡ) асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Стәрлетамаҡ машиналар заводы, "БАЛ" (Өфө) авиакомпанияһы, "Кабаковостром" (Ҡырмыҫҡалы районы) асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "КумАПО" (Күмертау) федераль дәүләт унитар педприятиеһы, "Автокомплект" (Октябрьский) асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Строитель" (Өфө) предприятиеһы өлөшөнә 240 миллион һум тура килә. Тармаҡтар күҙлегенән сығып ҡарағанда, бурыстың яртыһы ауыл хужалығы - 519 миллион ( 23 процент), төҙөлөш - 362 миллион ( 16 процент) һ әм машиналар төҙөү - 218 миллион ( 10 процент) предприятиела ры
       иҫәбенә барлыҡҡа килгән. Бурыстың дөйөм күләменең 792 миллион һумын ағымдағы бурыстар тәшкил итә. Бөгөн эшләүсе
       предприятиелар Пенсия фондына 472 миллион һум түләп еткермәгән, ҡалған 935 миллион һумы банкрот предприятиелар иҫәбенә тура килә.
       Прокурор тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә ун етәксегә ҡарата страховка взностарын түләмәү һәм суд ҡарарҙарын үтәмәүгә бәйле енәйәт эштәре асылған.
       2006 йылдың туғыҙ айында РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенең килем өлөшөнә 11 миллиард 586 миллион һум страховка взносы индерелгән, был үткән йылдың ошо уҡ осоро
       менән сағыштырғанда, 24 процентҡа күберәк.
       Фоат Хантимеров билдәләүенсә, пенсия реформаһы башланған ваҡыттан алып (2002 йыл) Пенсия фондына күсерелгән средстволар бөгөнгө көнгә 65 процентҡа артҡан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал