6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

"Микоян өҫтәмәһе"
24.10.06


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дошманды еңеүҙең төп шарттарының береһе фронтҡа тылдың даими ярҙамына бәйле
       була. Еңеү өсөн, Ленин әйтеүенсә, "ысын мәғәнәһендә ныҡ ойошҡан тыл" кәрәклеген барыһы ла аңлай. Сөнки "етерлек кимәлдә ҡоралланыу, аҙыҡ - түлек менән тәьмин итеү ойошторолмаһа, иң көслө армия ла, революцияға иң тоғро
       кешеләр ҙә тиҙ арала дошман тарафынан тар - мар ителәсәк".
       Һуғыш башланғас уҡ иҡтисадты хәрби рельстарға күсереүгә йүнәлеш алына. Төп хәрби - иҡтисади база буласаҡ көнсығыш райондарға айырыуса ҙур әһәмиәт бирелә.
       Башҡортостанда төп иғтибар нефть сығарыу һәм эшкәртеүгә, моторҙар һәм ҡорал, элемтә кәрәк - яраҡтары һәм хәрбиҙәр өсө н кейем етештереүгә йүнәлтелә. Республика сәнәғәтен хәрби юҫыҡта үҙгәртеп ҡороуға Мәскәү "илселәре" Андрей Андреевич Андреев, Климент Ефремович Ворошилов, Анастас Иванович Микоян ярҙам итә.
       Яҙыусылар Иван Сотников һәм Михаил Воловиктың Өфөнөң
       мотор төҙөүселәренә арналған китабында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында предприятие коллективының тылда күрһәткән
       батырлығы тураһында бай фактик материалдар тупланған.
       Өфө моторҙар төҙөү заводы илдә авиация двигателдәре сығарыу буйынса төп предприятиеларҙың береһе була. 1941 йылдың декабренә заводтың 12,5 меңгә яҡын эшсеһе етештереү у дарниктары йәки новатор булараҡ билдәлелек яулай. 1942 йылда моторҙар сығарыу 1941 йыл кимәленән байтаҡҡа арта һәм һуғыш йылдарында бер ҙә кәмемәй, киреһенсә, арта бара. Завод
       коллективы хәрби заданиеларҙы үтәү буйынса Бөтә союз социалистик ярыш инициаторҙарының береһе була. Заводта 300 -
       ҙән ашыу комсомол бригадалары эшләй. 1943 йылда бер моторҙы эшләүгә киткән ваҡыт, 1942 йыл менән сағыштырғанда, 150 сәғәткә ҡыҫҡартыла. 1941 - 1945 йылдарҙа завод Пе - 2 бомбардировщиктары, Як - 3, Як - 7, Як - 9 истребителдәре һә м башҡалар өсөн тиҫтәләрсә мең мотор етештереп сығара. Завод коллективы 23 тапҡыр Дәүләт Оборона Комитетының Күсмә Ҡыҙыл Байрағына лайыҡ була.
       1942 йылда заводҡа Анастас Иванович Микоян ( 1895 йылдың
       25 ноябре - 1987 йылдың 24 октябре) килә, уны сауҙа буйынса нарком Александр Васильевич Любимов оҙатып йөрөй.
       Уларҙы производство менән таныштыралар, һуңынан төшкө аш
       менән һыйлайҙар. Аш - һыу оҡшай, әммә уның туңған картуфтан әҙерләнеүе Микоянды хайран ҡалдыра.
       Ҡойоу цехында булғанда, ҡунаҡтар эшселәрҙән төшкө аштың
       нисегерәк булыуы менән ҡыҙыҡһына
       - Төшкө аш ярарлыҡ, тәмле, - тип яуаплай улар. - Тик аҙыр аҡ. Бер аҙ икмәк өҫтәлһә инде...
       Микоян завод директорына әйләнеп ҡарай. Өҫтәмә күпме икмәк кәрәк Василий Баландин көн һайын норманан тыш тонна я рым, тип яуап бирә.
       Һәм Микоян сауҙа наркомына был тонна ярымды бирергә кәрәк , тип белдерә - заводта эш ауыр бит!
       Был икмәк килә башлағас, эшселәр уны "Микоян өҫтәмәһе" ти п атай.
       Анастас Иванович Микоян күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәрҙәренең береһе була.
       1943 йылдың 30 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Ук азы менән "Хәрби осорҙоң ауыр шарттарында Ҡыҙыл Армияны аҙыҡ
       - түлек, яғыулыҡ һәм кейем - һалым менән тәьмин итеү эшендәге айырым ҡаҙаныштары өсөн" Микоянға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал