6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәғәнә формалары

Тағы бер быуат йәшәйәсәкбеҙ әле!
24.10.06


       Теүәл йөҙ йыл элек Башҡортостанда власҡа оппозицион булға н баҫма барлыҡҡа килә. Үткән юлының ҙур өлөшөндә ул партия
       матбуғаты органы булараҡ билдәле, ә хәҙер уға үҙгәрештәр кисергән донъяла йәшәргә тура килә. Гәзиттең абруйлылығы
       бөгөн дә уҡыусыларҙы йәлеп итә. "Республика Башкортостан" элеккесә төбәктә иң алдынғы баҫмаларҙың береһе булып ҡала. Һәм, ғәҙәт буйынса, күптәр уны "Советская Башкирия" тип атай .
       Октябрь айында ҡалабыҙҙа революцион 1905 йылдың шаңдауы т ип атарға мөмкин булған "Уфимский рабочий" гәзите сыға башлай. Артабан, Февраль революцияһынан һуң, гәзит биш мең данала "Вперед!" исеме аҫтында баҫыла. 1919 йылдың беренсе
       июленән гәзит даими рәүештә сыға һәм "Известия Уфимского губернского ревкома" тип атала. "Республика Башкортостан" гәзите барлыҡҡа килгәнсе, ул үҙенең исемен тағы ла өс тапҡыр : "Власть труда", "Красная Башкирия" һәм "Советская Башкирия ". Беҙ бөгөн "Республика Башкортостан" ижтимағи - сәйәси гәзитенең мөхәррир урынбаҫары Галина Карпусь менән әңгәмәләшәбеҙ.
       - Журналист юлына мин 1971 йылда уҡ аяҡ баҫтым. Башта йәш
       хәбәрсе булараҡ "Ленинец" гәзитенә килдем, ә 17 йылдан һуң, "Советская Башкирияға" күстем.
       - Ике гәзит араһында айырма ҙур инеме
       - Комсомол ҡанаты аҫтындағы йәштәр гәзитенең үҙ стиле бар
       ине. Мин үҙемде ирекле итеп тойорға, уйлағанымды яҙырға өйрәндем. "Ҙур" баҫмала эшләүгә килгәндә, миңә элек "Ленинец " гәзитендә эшләүселәр ярҙам итте, ул "Советская Башкирия" журналистары өсөн ниндәйҙер кимәлдә трамплин ролен үтәне, тип әйтергә була. Гәзит үҙендә яҙылған уй - фекерҙәрҙең камиллығы, уны өлкәндәр, проблеманы тикшереүҙәрен һәм хәл итеүҙәрен талап итеүсе кешеләр уҡыуы менән айырылғандыр, моғайын.
       - Һәм хис - тойғоларҙы ситтә ҡалдырып, "ҙур" гәзиткә
       яраҡлашыуы ҡыйын бирелдеме
       - Конкрет эштәр артты, әлбиттә, "Советская Башкирия" был йәһәттән һәр ваҡыт алда килде. Социаль проблемалар бүлегендә эшләү осоронда тәүге эшем һуғыш ветераны һәм инвалидына ярҙам күрһәтеүгә арналды. Ул фатирында торбаны ремонтламауҙарына зарлана ине, гәзит яҙып сыҡҡандан һуң -
       проблема хәл ителде, әммә шул уҡ ваҡытта унитазын
       емереүҙәре асыҡланды. Бабай һәр көнөн мөхәррирәткә шылтыратып, беҙҙе әрләүҙән башлай торғайны. Һәм мин был ветерандың проблемаһын үҙем генә бер ҡасан да хәл итә алмааясағымды аңланым - ул ваҡытта сантехниканың дефицит булыуын аңлайһығыҙҙыр. Шул ваҡытта военкоматты "эшкә ҡушыу" hdeһы барлыҡҡа килде.
       - Гәзиттең партия органы һәм "республика йөҙө" булараҡ
       юғары статусы журналистарға һәм уларҙың геройҙарына йоғонто
       яһай инеме
       - Әйтергә лә түгел. Ҡалаға йә иһә районға килһәк, журнал исҡа бик ҙур иғтибар бүленә. Һәр район уның тураһында яҙыуҙа рына,
       ниндәйҙер ярҙам күрһәтеүҙәренә мохтаж ине. Йәмғиәттә билдәле гәзиттең йоғонтоһо ла ҙур. Бөгөн күптәр гәзиттә үҙҙә ре тураһында ыңғай яҡтан яҙғандармы, һүккәндәрме - иғтибар и теп бармай, репутация тураһында уйламайҙар. Бының объектив сәбәптәре лә бар. Хәҙер бойондороҡһоҙ кешеләр күбәйҙе, мәҫәлән, ҡайһы бер бизнесмендарға власттың уларға ниндәй ҡарашта булыуы мөһим түгел.
       - Элек төбәктең төп ижтимағи - сәйәси гәзитенең күп нимәг ә
       йоғонтоһо көслө булыуы аңлашыла. Әммә бөгөн дә уның тәьҫир итеү көсө аҡрынлап артҡан кеүек тойола
       - Халыҡ эске яҡтан иреклерәк һәм тынысыраҡ була бара. Ми н былай тип билдәләйем: тормошта эш күбәйҙе. Элек бары тик юғарыға ғына ҡарай инек - күрһәтмәләргә ҡаршы эш башҡарып ҡуйыуҙан Хоҙай һаҡлаһын. Шуға күрә бөгөн, кеше юғарыға аҙыраҡ күҙ һалған һайын, тирә - яғына иғтибарлыраҡ була бара ,
       башҡаларҙың нимә менән йәшәүе, үҙ көнкүрешен нисек үҙгәртергә мөмкин булыуы менән ҡыҙыҡһына.
       - Галина Никитична, тимәк, гәзиттең төп роле билдәләнде, тип әйтергә буламы
       - Уның төп функциялары Владимир Ильич билдәләгән көйө ҡалалыр, моғайын. Гәзит элеккесә пропагандист та, өгөтләүсе лә, ойоштороусы ла. Ул кемгәлер хурлыҡ тамғаһы ҡуйырға тейеш түгел. Гәзит иғтибарҙы йәлеп итергә, ниндәйҙер проблемаларҙы , "ауыртҡан урындарҙы" асыҡларға, белгестәр уларҙы тикшерер гә тейеш. Бына, мәҫәлән, беҙҙең Урал арьяғы буйынса хәбәрсеб еҙ Әнисә Янбаева шундай ғәжәп йәшәйеш миҫалдарын, иҫ киткес ғаиләләрҙе, ауылдарҙы табып һүрәтләй, хатта йәшәгеләр килеп китә. Беҙҙең заманда үҙ алдына ябай маҡсат ҡуйған - ауылда тормошто яйға һалып, тыныслыҡта һәм именлектә йәшәргә теләгән бына тигән кешеләр булыуы үҙе үк мөғжизәгә тиң!
       - Һәм һеҙ йәшәйешкә сағыу төҫтәр индерергә тырышаһығыҙ "Республика Башкортостан" бөгөн кешенең рухи һәм әхлаҡи сәләмәтлеге темаһына ла ҙур иғтибар бүлә...
       - Минеңсә, яҡшы гәзит - тырыш тикшеренеүсе лә, идеялар генераторы ла ул. Проблеманы аңлау - уны яртылаш хәл итеү тигән һүҙ. Әхлаҡтың идеологик деформация ҡыҫандары юҡҡа
       сығарылһа, гәзит дөйөм кешелек, традицион ҡиммәттәргә әйләнеп ҡайта.
       - Һеҙҙең уҡыусы гәзит йөкмәткеһенә йоғонто яһаймы
       - Һәр кеше беҙҙең потенциаль уҡыусыбыҙ. Һуңғы арала беҙ улар менән бик йыш осрашабыҙ. Мөхәрририәттә үҙенсәлекле ижади агитбригада барлыҡҡа килде. Беҙҙең рәссам Стас
       Никоненко, "Никола Стасюк" рок - төркөмө лидеры, ике шағир - журналисыбыҙ Альфред Стасюконис һәм Айрат Еникеев өҫтәүенә йырлай һәм гитарала ла уйнай. Кешеләр ошондай туранан - тур а аралашыу барышында әүҙем рәүештә үҙҙәренең фекерҙәрен белдерә, темалар тәҡдим итә, адрестар бирә. Хаттар ҙа килеүе н дауам итә - һәм уларҙа ялыу һәм үтенестәр генә түгел, тәҡдимдәр, идеялар ҙа етерлек.
       - "Советская Башкирия" гәзитендә Константин Симонов,
       Мостай Кәрим һәм бөтә күренекле авторҙарҙың мәҡәләләре донъя күрҙе. Һеҙҙең өсөн ниндәй журналист бөгөнгө гәзитте
       кәүҙәләндерә тип әйтергә мөмкин
       - Айырып билдәләүе ауыр, һәр кем гәзиткә үҙ өлөшөн индерә , һәм улар ысынлап та бик талантлылар. Әммә мин гәзиттәге тормошом "Ленинец"та башланыуын һәм беҙҙең бер - беребеҙҙе ү ҫтереүебеҙҙе билдәләмәйенсә булдыра алмайым. "Молодежка" ул ваҡытта бик күп йәш журналистар әҙерләне, уның кадрҙары һуңынан республиканың күп кенә баҫмаларының терәге һәм
       нигеҙенә, күренекле шәхестәргә әйләнде. Журналистикаға бергәләп аяҡ баҫыусылар араһында Татарстан Хөкүмәтенең вице - премьеры Зилә Вәлиева, Израилдең урыҫ телендә сыҡҡан иң ҙур "Вести" гәзите мөхәррире Лазарь Данович, Воронеж университетының журналистика факультеты деканы Владимир Тулуповты билдәләргә теләйем. Беҙҙең гәзит мөхәррире урынбаҫары Виктор Скворцовты йәки "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Алик Шакировты әйтеп китеү ҙә етә. Гәзитт е кешеләр эшләй. Яҡшы гәзитте иһә уға тоғро булған талантлы
       кешеләр эшләй.
       Бөгөн "гәзиттәге бер нисә юл өсөн" тир түгеүселәрҙең һәр береһенең үҙ яҙыуы, үҙ темаһы бар. Редакцияла Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаттары Альфред Стасюконис һәм Ирина Николенко эшләй, ә был уларҙың оҫталығы, беренсе сиратта, хеҙмәттәштәре тарафынан танылыуын аңлата. Рәиф Баҙыҡов, Әлфиә Ҡолмөхәмәтова кеүек профессионалдарҙан күп нимәгә өйрәнергә мөмкин. Татьяна Зонованың аҡыллы һәм йөрәктәргә үтеп инеүсе материалдары, Людмила Клемент һәм Нэдда Пухареваның әхлаҡи очерктары, Гүзәл Нәбиеваның йылы һүрәтләмәләренән тыш мин үҙебеҙҙең гәзитте күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ә баш мөхәррир Наталья Супряганы беҙ гәзит тарихында беренсе етәксе ҡатын - ҡыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Ул көсл ө журналист булыуҙан тыш телдең таҙалығы өсөн фиҙакәр көрәшс е лә. Тимәк, беҙ әле тағы бер быуат йәшәйәсәкбеҙ!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал