6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Таж өсөн көрәш дауам итә
24.10.06


       Тамара Танһыҡҡужина сираттағы таж өсөн көрәшен дауам итә.
       Әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтәләр бик үк яҡшынан түгел. Донъя чемпионкаһы - украин ҡыҙы Дарья Ткаченко Яҡутстанда үткән тәүге сетта еңеүгә өлгәште. Киевта, икенсе сетта,
       ҡыҙҙарҙың һәр береһе берәр еңеү яуланы.
       Яҡутстанда үткән ярыш ваҡытында Дарья Ткаченко һәм Тамара
       Танһыҡҡужина тай - бректа мөнәсәбәттәрен асыҡларға тейеш ин е. Тәүге партияла уҡ украинка еңеү яулауға иреште. Икенсе осрашыуҙа Тамара өҫтөнлөк ала алманы һәм уға тигеҙ иҫәп менән килешергә тура килде. Шулай итеп, яҡташыбыҙ, донъя чемпионкаһы беренсе сетта отолдо. Уның комментарийҙары:
       - Һәр партияла көрәш көсөргәнешле булды, һәр хәлдә яҡтар көсһөҙ позиция алманы, барыһы ла минималь өҫтөнлөктәрҙә хәл ителде. Уйын ярайһы уҡ тигеҙ булды, комбинация булмаһа, кемдең еңеүен күҙаллауы ҡыйын булыр ине.
       - Яҡутстандан ниндәй тәьҫораттар алдығыҙ
       - Бик һәйбәт. График тығыҙ булыуы сәбәпле, Лена йылғаһын ғына яҡындан күреп булманы, ә, дөйөм алғанда, миңә барыһы ла
       оҡшаны.
       17 - 26 октябрҙә икенсе һәм өсөнсө сеттарҙы бөгөнгө донъя чемпионкаһының тыуған яғы Киевта үткәрергә планлаштырылды.
       Һәм ҡатын - ҡыҙҙар араһында халыҡ - ара шашка уйындары буйынса чемпион исеменә матчта икенсе сеттың беренсе партияһы украинка Дарья Ткаченконың еңеүе менән тамамланды. Рәсәй һәм Башҡортостан вәкиле осрашыуҙы сағыу итеп үткәрә алманы, партия 74 - се йөрөштә тамамланды.
       Икенсе сеттың икенсе партияһында Ткаченко һәм Танһыҡҡужина
       араһындағы уйын тигеҙ иҫәпкә бөттө.
       Тигеҙ иҫәп тағы ике тапҡыр ҡабатланһа, украинка еңеүҙе кеҫәһенә һалды, тип уйларға мөмкин булыр ине. Тик Тамараның Башҡортостан ҡыҙы булыуы тураһында ла оноторға ярамай. Ул икенсе сеттың өсөнсө партияһында ныҡышмалылыҡ күрһәтеп,
       Дарьяға лайыҡлы яуап биреүгә өлгәште.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал