6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Изге байрам ишек ҡаға
20.10.06


       Ураҙа ғәйете Рамаҙан айының тамамланыуы сәбәпле билдәләнә.
       "Рамаҙан" һүҙе үҙе үк "яныу" тигән мәғәнәне аңлата, йәғни б ыл айҙа ураҙа тотоусыларҙың бөтә гөнаһтары "янып юҡҡа сыға", ожмах ишектәре асыла, тамуҡ ишектәре ябыла. Изге Рамаҙан айы мосолмандарҙың күп быуатлыҡ йолаларының билдәһе аҫтында үтә - улар араһында дин иреген таныу, тыныслыҡҡа ынтылыу, изге ҡылыҡтар ҡылыу һәм тирә - яғыңдағылар хаҡында хәстәрлек күреү төп урын биләй. Рамаҙандың һуңғы көнөндә хаҡ
       динле мосолмандар фатирҙарын таҙартып сығарырға, ғаиләнең һәр бер ағзаһы өсөн байрам кейемдәрен әҙерләргә, бүләктәр һәм һый тураһында хәстәрлек күрергә тейеш. Был көндө улар иң
       матур кейемдәрен кейеп бер - береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бер - береһен ҡотлай, күңел аса, һыйлана.
       Шулай уҡ Ураҙа ғәйете ваҡытында байрам ғибәҙәтенән һуң үлгәндәрҙе иҫкә алыу, зыяраттарҙа булыу зарур. Әгәр ҙә инде зыяратҡа барыу мөмкинселеге булмаһа, әруахтарҙы байрам өҫтәле артында мотлаҡ иҫкә алырға кәрәк. Бынан тыш байрам көндәрендә фәҡирҙәргә хәйер биреү ҙә тейеш.
       23 октябрҙә Өфөлә байрам ғибәҙәттәре 9. 00 - дә Ләлә - Тюльпан мәсетендә (Комаров урамы, 5), Өфө собор мәсетендә ( Туҡай урамы, 52), "Ихлас" мәсетендә ( Сочи урамы, 43) үтәс әк.

Надежда Фартыгина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал