6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Немецтар баш ҡалала һөҙөмтәлелек эҙләй
20.10.06


       Башҡортостанда яҡшы менеджерҙар әҙерләп сығаралар, уларҙың күпселеге Германияла стажировка үтә ала, Өфөгә немецтарҙы беҙҙең идарасыларҙың әҙерлек кимәле менән ҡыҙыҡһыныу алып килгән, тип әйтергә мөмкин. Әммә белем кимәлен тикшереүҙән тыш, герман хөкүмәтенең артабан да
       Рәсәйҙең мәғариф проекттарын яҡлау теләге ҙур урын биләй. Ошо көндәрҙә улар кандидаттар менән танышты, ә кисә һәм бөгөн ревизорҙарса ентеклелек менән Рәсәй Федерацияһының халыҡ хужалығы ойошмалары өсөн идара итеү кадрҙарын әҙерләү буйынса Президент программаһы сиктәрендә етәкселәрҙе стажировкалау һәм әҙерлек һөҙөмтәләрен баһалай.
       - Туғыҙ йыл эсендә немец педприятиеларына өс меңгә яҡын
       Рәсәй менеджерҙары стажировка үтте, уларҙың 85 - е - Башҡортостандан, әйткәндәй, 2007 йылдың уртаһына тиклем Германия тағы 11 сығарылыусыны көтә, - InWent GmbH
       Йәмғиәтенең Рәсәй буйынса проекттар етәксеһе Рональд Шульц быларҙы саф урыҫ телендә һөйләй. - Нисек кенә булмаһын, Германия һәм Рәсәй менеджерҙары араһындағы төп айырмаларҙың береһе - планлаштырыу кимәле. Һеҙҙең
       идарасыларҙың бик һирәге генә биш - ун йыллыҡ план ҡора, башлыса улар бер - ике йылға планлаштырыу менән сикләнә.
       Төплө эшләп өйрәнгән немецтарҙың еңел косметик ҡатнашыу менән генә сикләнмәүен билдәләргә кәрәк - башҡа Европа һәм
       Азия предприятиелары һәм ойошмаларынан айырмалы рәүештә ула р Рәсәй идаралыҡ проектында ҡатнашыусыларҙың өстән бер өлөшө н тип әйтерлек ҡабул итә. Бынан тыш улар күптән түгел Рәсәй идарасыларына немец телен уҡытыуҙы финансларға тәҡдим итте.
       Үҙ - ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү ваҡыты 2007 йылда тамамлана. Әммә июль айында Владимир Путиндың Указы ме нән Президент программаһы 2013 йылға тиклем оҙайтылды. Германия, Шульцтың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы хөкүмәт - ара килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан баш тартмай, уның буйынса немецтар
       программала тағы ла алты йылға ҡаласаҡ.
       Идара итеүсе кадрҙар әҙерләү буйынса Президент программаһына ярашлы, уларҙы төбәктәрҙә билдәле уҡыу йорттары нигеҙҙендә 500 сәғәт уҡытыу күҙ уңында тотолоуын
       хәтергә төшөрәйек. Беҙҙең республикала ул - БР Президенты эргәһендәге Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһы. Унан һуң бер йәки өс ай дауамында сит илдәрҙә стажировка үтеү көтә, һәм программаны ике көнлөк семинар тамамлай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал