6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Мәғлүмәт хаҡы - министр бүләге
20.10.06


       Ҡурҡыныс енәйәтсе Олег Заикиндың ҡайҙа йәшеренеүе хаҡында милицияға хәбәр итеүсе ҡатын Башҡортостан Эске эштәр министрлығының ҡиммәтле бүләгенә лайыҡ буласаҡ. БР эске эштәр министры Рафаил Диваев ошо туралағы приказға ҡул ҡуйыуын белдерҙе.
       Олег Заикин - ул уҡ Лосев, ул уҡ Зиновьев - федераль эҙлә үҙә була һәм алтынсы октябрҙә Өфөлә ҡулға алына. Сығышы менә н Бүрәт Республикаһынан булған һәм лайыҡлы рәүештә "Урал Чикатилоһы" тигән исем алған был әҙәм Башҡортостанда, Бүрәт Республикаһында, Татарстанда, Силәбе һәм Свердлов өлкәләрендә булған үлтереү һәм көсләүҙәрҙә ғәйепләнә. Уның фотоһы әйтелгән төбәктәрҙең барлыҡ гәзит - журналдарын һәм мәғлүмәт стендтарын "биҙәй". Өфөлә иһә маньяк 13 йәшлек ҡыҙҙы көсләй һәм үлтерергә маташа. Һигеҙ тапҡыр бысаҡ менән сәнсеүҙән һуң ҡыҙ Заикиндың берҙән - бер тере ҡалған ҡорбаны . Өфөлә йәшәүсе ҡатын Өфөнөң Эске эштәр идаралығына шылтырата һәм һүрәтләү буйынса Заикинға оҡшаған кешенең
       Черниковкала йәшәүе тураһында хәбәр итә. Бер нисә минуттан баш ҡаланың Эске эштәр идаралығы һәм Орджоникидзе районы эск е эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре әйтелгән адрес буйынса бара һәм енәйәтсене ҡулға ала.
       Олег Заикинға ҡарата бер нисә статья буйынса енәйәт эше асыла. Ҡылған енәйәттәре өсөн уның төрмәнән бер ваҡытта ла сыҡмауы ихтимал.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал