6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Мостай Кәрим беҙгә бронза булып ҡайтты
20.10.06


       Өфө, Энгельс урамы, 5. Мостафа Сафа улы ғүмеренең һуңғы алты йылын ошо йортта йәшәне. Ошонан мәңгелеккә китте. Һәм ошонда уҡ әйләнеп ҡайтты. Бронза һын булып. Ул йәшәгән йортта Мостай Кәримдең скульптура портреты ҡуйылған мемориаль таҡта асылды.
       Композиция авторы - Өфө скульпторы Юрий Солдатов. Таҡтаны
       асыу тантанаһында БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий
       Хәбиров сығыш яһаны. Ул Башҡортостан Республикаһы
       Президентының "Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримовтың (Мостай Кәрим) иҫтәлеген мәңгеләштереү т ураһында" Указын үтәү буйынса республикала байтаҡ эш башҡарылыуын билдәләне. Республиканың Милли йәштәр театры, Ш ишмә районында уның тыуған ауылы Келәштәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе, район үҙәгендә ул яратҡан урамдарҙың береһе, Өфөлә урам, баш ҡалалағы гимназия әлеге ваҡытта уның
       исемен йөрөтә. Хәҙер был исемлеккә шағир йәшәгән йорттағы
       мемориаль таҡта ла инәсәк.
       Тантанала ҡатнашыусылар скульптура портретының юғары художество үҙенсәлектәрен билдәләне. Автор унда шағирға хас һыҙаттарҙы, уның рухи ҡеүәтен һәм шул уҡ ваҡытта йомшаҡ күңеллелеген дә бирә алған.

Александр Зиновьев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал