6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Аҡбуҙат һыу аҫты батшалығында йәшәй
19.10.06


       Борон борон заманда урман шырлығында йәшәгән ти әбей менән бабай. Уларҙың ике улы булған - Шүлгән һәм Урал. Урал үҫеп буй еткергәс, Аҡбуҙат уның тоғро юлдашына әйләнгән...
       Был толпарҙың даны беҙҙең замандаштарыбыҙға ла тынғы бирмәй. Һәм уларҙың ҡайһы берҙәре - ҡуйыусы режиссер Рияз Исхаҡов һәм сценарист Шәүрә Шәкүрова ғаләм серен асыу маҡсатында һыу аҫты батшалығына юл тота, улар башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" буйынса "Аҡбуҙатты эҙләгәндә" тип исемләнгән фәнни - популяр фильм төшөрә.
       Кисә республика журналистары дүрт сериялы фильмдың уникаль кадрҙарын күреү мөмкинселегенә эйә булды. Һәм артистарҙың оҫталығын һәм проекттың инновацион булыуын билдәләне:
       республикала һыу аҫты донъяһын төшөрөү тәүге тапҡыр башҡарыла.
       Беренсе фильм ике - мифик һәм ғилми тарихтан тора. Унда Урал тауҙарының барлыҡҡа килеүе, туфан ҡалҡыуы, Башҡортостандың ер аҫты һыуҙары, башҡорттарҙың изге урыны - Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында һөйләнелә.
       Икенсеһендә - Яҡтыкүлдең серле күлдәре, Йылҡысыҡҡан, Әтеш
       шарлауығы тураһында һүҙ бара...
       Фильмды төшөрөүҙә профессиональ дайверҙар ҡатнашҡан, улар беҙгә һыу аҫты донъяһында йәшәүселәрҙең тормошон күҙәтергә, Ағиҙел йылғаһы меңәр йыл буйына һаҡлаған уникаль археологик табыштарҙы күрергә мөмкинселек бирә. Ә бына Ҡояш, Һомай, Урал батыр, Шүлгән һәм башҡа билдәле персонаждарҙың ролдәрен башҡарыусылар профессионал түгел. У ларҙың бурысы еңелдән булмай. Фильмды күпселек һыу аҫтында ла төшөрөргә тура килә бит! Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер эпизодтар миҙгелдең һыуыҡ ваҡытында - 40 градуслыҡ һалҡында ла төшөрөлә. Режиссер Рияз Исхаҡов быны һыуҙың ҡышын бик таҙа булыуы һәм һөҙөмтәлә картинаның сифатлы һәм м атур сығыуы менән аңлата.
       - Йәшел һыуҙа декорациялар ҙа асыҡ күренмәҫ ине, - тип өҫт әй фильмдың рәссамы Арыҫлан Бикбаев. Һыу аҫтында әкиәт мөхит е булдырыу өсөн уға бик күп тырышырға тура килә.
       Башҡорт эпосының дөрөҫ интерпретацияланыуы өсөн республиканың алдынғы ғалимдары - филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүрв, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Хөсәйенова, геология - минералогия фәндәре кандидаты Гүзәл Данукалова, биология фәндәре кандидаты Анатолий Яковлев, тарих фәндәре кандидаты Фларит Сөнәғәтов яуап бирә. Рәшит Шәкүров әйтеүенсә, "Урал батыр" эпосы
       Көньяҡ Уралда кешелек үҫешенең этаптарын күрергә мөмкинселек бирә.
       - Фильмды төшөрөүселәр Аҡбуҙатты тапҡандыр, тип уйлайым. Тамашасылар ҙа табасаҡ. Беҙ, ғалимдар, фильмды айырыуса уҡыусыларға ҡарарға кәңәш итәбеҙ.
       "Аҡбуҙатты эҙләгәндә" картинаһы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына арнала.
       Фильм әлегә телевидениела күрһәтелмәйәсәк. Авторҙар быны киң экрандағы исем туйынан һуң эшләргә вәғәҙә итә. Һәм ул саҡта инде, режиссер билдәләүенсә, күптәрҙең бала саҡ хыялы - һыу аҫты батшалығында булыу теләге - тормошҡа ашасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал