6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Грузин тикшереүҙәре дауам итә
19.10.06


       Башҡортостанда йәшәүсе 20 Грузия кешеһенең илдән сығып китеүе һораласаҡ. Республика судтары уларға ҡарата депортаци я тураһында ҡарар ҡабул итте. Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән бергә өсөнсө аҙна этник енәйәтселек һәм легаль булмаған миграцияға ҡаршы комплекслы көрәш саралары үткәрә. Ваҡыты сикләнмәгән был акция октябрь башында Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә башланды.
       "БАШвестЪ" гәзитенә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ике аҙнала Грузия граждандарына ҡарата миграция ҡануниәтен боҙоу тураһында 47 административ протокол төҙөлгән, ундан ашыу енәйәт эше асылған, улар араһында сауҙа ҡағиҙәләрен һәм һалым ҡануниәтен боҙоу, мутлыҡ һәм законһыҙ эшҡыуарлыҡ
       билдәләнә.
       Мәҫәлән, 10 октябрҙә хоҡуҡ һаҡсылары республиканың Иглин районында урынлашҡан "Придорожное" кафеһы эшмәкәрлеген тикшерә. Ул районда йәшәүсе 50 йәшлек ҡатын исеменә яҙылһа л а, кафеның ысын хужаһы Грузия кешеһе булыуы билдәле. Үзбәкстандан килгән биш "нелегалдың" ҡул көсө менән кафела
       әүҙем төҙөлөш бара. Улар бында икенсе ай законһыҙ рәүештә йәшәүен таный. Складта оперативниктар Рәсәйҙә әле ярты йыл элек һатыу тыйылған грузин шараптарына тап була. Ә кафе артындағы ихатала 17 мискә дизель яғыулығы табыла. Хужа яғыулыҡ - майлау материалдарына документты ҡайҙан алыуы хаҡында аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Млиционерҙар менән бергә кафены тикшереүҙә янғын һүндереүселәр һәм Роспотребнадзор хе ҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Тикшереү һөҙөмтәһе - бер өйөм штраф протоколдары. Әлеге ваҡытта кафе эшмәкәрлеге өс айға
       туҡтатылған. Был ваҡыт эсендә хужа кеше бөтә штрафтарҙы түләп бөтөрөргә һәм ҡағиҙә боҙоуҙарға сик ҡуйырға тейеш. Төҙөүселәр иһә тыуған яғына юл тотасаҡ.
       Өфөнөң Орджоникидзе районында эшмәкәрлеге туҡтатылған автосервисың хужаһы ла Грузиянан килгән, республикала
       паспортһыҙ йәшәй - бер нисә йыл элек юғалттым, тип аңлата у л был хәлде. Эшҡыуарлыҡ менән рөхсәтһеҙ һәм теркәүһеҙ шөғөлләнә башлай, бының өсөн уға яуап бирергә кәрәк буласаҡ.
       Стәрлетамаҡта биш йыл элек булған талауҙа ғәйепләнеүсе Грузия кешеһе ҡулға алынған. Ул ваҡытта енәйәтселәр ҡорбанының 100 мең һумын урлап ҡасҡайны. 2003 йылда был енәйәт өсөн дүрт кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды, бына инде бишенсеһенең дә сираты етте. Әлеге ваҡытта 42 йәшлек ир кеше
       ҡулға алынған һәм ғәйебен таныған.
       "БАШвестЪ" гәзите Өфөлә барсеткалар урлаусы бурҙың енәйәт
       өҫтөндә тотолоуы тураһында хәбәр иткәйне. 50 йәшлек Грузия кешеһе баҙар һәм супермаркеттар эргәһендә туҡтаған автомобилдәрҙең тәгәрмәсен тишеү һәм водитель ремонт эшләгән арала машинаның салонын "таҙартыу" менән
       шөғөлләнгән. Әлеге ваҡытта ул ҡулға алынған, тәртип һаҡсыла ры уның ҡалалағы башҡа енәйәттәргә ҡағылышы булыу - булмауын тикшерә.
       Өфө милиционерҙарының баш ҡалаға илтеүсе наркотиктар каналын ябыуы тураһында ла хәбәр иткәйнек. 26 йәшлек грузин кешеһендә оперативниктар 20 грамм героин таба. Республикаға
       ул биш йыл элек килгән, теркәлмәгән, һөйәркәһендә йәшәй. Йо рт ихатаһында - пассажирҙар ташыу өсөн "Газель" машинаһы тор а, әммә табышының төп өлөшөн, тикшереү мәғлүмәттәре буйынса,
       ул пассажирҙар ташып түгел, ә енәйәтсел төркөм составында наркотиктар һатып тапҡан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал