6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Иретеп йәбештереүселәр Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында
19.10.06


       Иретеп йәбештереү ҡорамалдары, махсус иретмә һәм материалдар, метиздар, вентиляцион сәнәғәт һәм транспорт ҡорамалдары, металл эшкәртеү ҡорамалдары, абразив һәм шымартыу материалдары..."Башҡортостан" күргәҙмәләр комплексында 20 октябргә тиклем үтәсәк "Машиналар төҙөү - 2006" һәм "Иретеп йәбештереү. Контроль. Реновация - 2006" махсус күргәҙмә стендтары араһында йөрөгәндә, мин донъяла
       ғәҙәти, һәр кемгә аңлайышлы һүҙҙәр булыуы тураһында онота л а башлағайным инде. Һәм бына осраҡлы рәүештә генә ике кешенең һөйләшеүен ишетәм:
       - Э- э - э, былар барыһы ла аңлашыла... Иретеп йәбештереү ,
       контроль. Ә бына реновацияһы нимә һуң
       - Реновация Һм - м... Быныһын барыһынан да яҡшыраҡ итеп Валерий Владимирович аңлатыр, - ир кеше тиҙ генә төркөм эргәһенә күк костюмдағы әфәндене йәлеп итә.
       Мин был мәлдә нәҡ "Свартекс" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең
       генераль директоры, ӨДАТУ - ның иретеп йәбештереү кафедраһы мөдире Валерий Атрощенконы эҙләү менән мәшғүл
       инем һәм бына уға һорау биреү мөмкинселеге лә барлыҡҡа килде.
       - Валерий Владимирович, машиналар төҙөү, билдәле булыуынса , республиканың иң үҫешкән тармаҡтарының береһе һәм, айырып әйткәндә, иретеп йәбештереү технологияларын даими рәүештә үҫтереүҙе талап итә. Дөйөм алғанда, иретеп йәбештереүгә бәйл е барыһы ла аңлашыла, әйҙәгеҙ реновацияла туҡталайыҡ.
       - Бөтөнләй ябай итеп аңлатһаҡ, реновация - ул "снова ново е", йәғни быға тиклем иҫке булған нимәнең яңы тормош менән йәшәй башлауы. "Ҡатмарлыраҡ" теләһәгеҙ: реновация ресурсты о ҙағыраҡ файҙаланыу проблемаһын хәл итә. Мәҫәлән, деталь сафтан сыҡты, уны яңырталар - ул эшләүен дауам итә, тағы сафтан сыҡты, тағы яңырталар. Тимер киҫәгенән деталь эшләү әҙер деталдең етешһеҙлеген бөтөрөүгә ҡарағанда ҡыйыныраҡ.
       Был реновация идеологияһында иң мөһиме һәм мең тапҡыр арзаныраҡ һәм һөҙөмтәлерәк.
       - Уға ниндәй технологиялар аша ирешергә мөмкин
       - Иретеп йәбештереү технологиялары бөгөн бик ныҡ үҫешкән. Хәҙер беҙ, әйтәйек, бөтөнләй сафтан сыҡҡан заготовканы элекк е хәленә кире ҡайтара алабыҙ, ә элегерәк уны ҡабаттан иретеү гә бирергә йәки сүплеккә ташларға ғына ҡалыр ине.
       - Әйткәндәй, сүплектәр тураһында. Ҡорос сәнәғәте һәр яҡта н да ҡеүәтле производство, шул иҫәптән тәбиғәткә зыян килтереү кимәле буйынса ла алда...
       - Донъя практикаһында, һәр бер үҫешкән илдә бер нимә лә сығарып ташланмай, һәр ерҙә "Ҡалдыҡтар - яңы технологиялар өсөн сеймал" девизы буйынса эшләргә тырышалар. Әгәр беҙ бөгөн ниндәйҙер ҡалдыҡтар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡормайбыҙ ик ән, тимәк беҙҙең яраҡлы технологияларыбыҙ юҡ, тигән һүҙ. Һәр
       цивилизациялы дәүләт сүплекте материал йыйыу һәм уны яңынан әйләнешкә ебәреү өсөн генә файҙалана. Сит илдәрҙә, әйтәйек, күптән инде тәбиғәттән бер нимә лә тартып алынмай, сөнки тәбиғи ресурстар былай ҙа юҡ сигендә. Рәсәй әле был йәһәттән маҡтана ала, әммә беҙ ҙә Алыҫ Төньяҡҡа, һыу бассейндарына барып еттек - реаль, еңел алып була торған
       ресурстар бөттө. Бына реновация ошо мәсьәләне хәл итергә - ташланғанды алып, тағы ла производствоға индерергә мөмкинселек бирә.
       Реновацион бурыстар блогына һәр бер изделиеның ресурсын
       арттырыу инә, был өс ысул менән эшләнә: тергеҙеү, ремонт йә ки модернизация. Әммә реновация ҡорамалды яңы тәғәйенләнеш буйынса файҙаланыуҙы ла күҙ уңында тота. Әйтәйек, иҫке хәрби
       техника ауыл хужалығында файҙалана ала, шул уҡ иҫке авиацио н деталдәрҙе - осош һыҙаттарында боҙ таҙартыу йәки газ һурҙырыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Реновацияның тағы бер яғы -
       экологияға зыян килтермәйенсә утилләштереү. Әгәр эшкәртә белмәйһең икән, тирә - яҡ мөхиткә зыян килтермәйенсә утилләштерергә кәрәк.
       - Һеҙ был форумда тәүге тапҡыр түгел. Быйыл "Машиналар төҙөү" һәм "Иретеп йәбештереүҙә" ниндәй үҙгәрештәр күрәһегеҙ 
       - Махсус күргәҙмәләрҙә мин туғыҙынсы тапҡыр. Һәм үҙгәрештә р бар. Бында контроль һәм иретеп йәбештереүҙең милли ассоциацияһы аттестациялаған ҡорамалдар ҡуйылған, йәғни күп кенә стендтар тәҡдим иткән сертификаттар уларҙың ҡорамалдарын сит илдә файҙаланырға рөхсәт бирә.
       - Һеҙ Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инмәгән, ә ирете п йәбештереү - ингән тип әйтергә теләйһегеҙме
       - Нәҡ шулай. Беҙ, иретеп йәбештереүселәр, күптән инде - шартлы рәүештә - Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында, сөнки Европа
       нормалары буйынса эшләйбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал