6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Сәйәси хеҙмәткәрҙәр Бәләбәйҙә әҙерләп сығарыла
19.10.06


       В. И. Ленин исемендәге хәрби - сәйәси академия армия һәм флот өсөн сәйәси хеҙмәткәрҙәр әҙерләп сығарыу урыны булараҡ билдәле.
       Бөйөк Ватан һуғышына тиклем академия Мәскәүҙә урынлаша.
       1941 йылдың июнь аҙағында 550 сығарылыусы һәм команда һәм у ҡытыусылар составының бер өлөшө фронтҡа оҙатыла. Эшләү шарттары ҡатмарлаша. Мәскәүгә яһаған һөжүмдәре хаҡындағы мәғлүмәттәрендә гитлеровсылар бер нисә тапҡыр большевик комиссарҙарының академияһы бомбалар аҫтында ҡалыуы тураһында хәбәр итә.
       1941 йылдың 16 октябрендә академияға Башҡортостанға, Бәләбәйгә күсергә ҡушыла. Ҡалала эвакуацияланған
       учреждениелар күп булыуына ҡарамаҫтан, академия өсөн 22 йорт, уҡыу биналары өсөн өс мәктәп бүленә. Утынды ҡул көсө
       менән әҙерләргә тура килә. Яҡын - тирәлә урынлашҡан колхоздар утын алып ҡайтыу өсөн ике мең ылау бирә.
       Яңы уҡыу йылы 1941 йылдың ноябрь айында башлана. Академия начальнигы итеп комиссар, һуңынан генерал - майор Александр Николаевич Щербаков тәғәйенләнә. Буласаҡ сәйәси хеҙмәткәрҙәр уҡыуға Әзербайжан ССР - ы, Башҡорт, Татар,
       Сыуаш АССР - ҙары, Киров, Куйбышев, Новосибирск, Силәбе һәм башҡа өлкәләрҙән килә.
       Академияның тыңлаусылары көсөргәнешле режимда эшләй. Формаль рәүештә уҡыу планы 12 сәғәт тип билдәләнһә, ысынбарлыҡта иһә байтаҡҡа күберәк була. Тыңлаусылар казармаларҙа урынлаша. Йыш ҡына дежур тороусыларҙың рөхсәте менән төнгө ике - өстәргә ҡәҙәр ут һүнмәй.
       Уҡыу күнекмәләре хәрби хәлгә яраҡлаштырыла. Бәләбәйҙән алыҫ түгел академияның палаткалар лагеры урынлаша, атыу урыны ла була. Уҡытыусылар хәрби тәжрибә туплай.
       Ҡыҙыл Армия өсөн сәйәси состав кадрҙарын әҙерләүҙе тиҙләтеү
       маҡсатында Хәрби - сәйәси академия уҡыу ваҡыты бер йыл булған Юғары бөтә армия хәрби - сәйәси курстары тип үҙгәртел ә. Буласаҡ сәйәси эшмәкәрҙәр ағымдағы хәрби һәм сәйәси
       ваҡиғалар, көнүҙәк теоретик проблемалар менән ҡыҙыҡһына. Академия даими рәүештә эшсе һәм коммунистар хәрәкәтенең халыҡ - ара хәл - торошо тураһында мәғлүмәт менән тәьмин ите лә. Материал Коминтерндың башҡарма комитетында эшләүсе Эрколи (Пальмиро Тольятти) аша алына.
       Шәхси состав урындағы халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш тота, сәсеүҙә, уңыш йыйыуҙа ҡатнаша.
       Бәләбәйҙәге академияның тыңлаусылары алдында Дмитрий Шостакович, Мария Максакова, Наталья Шпиллер, Елена Кругликова, Ольга Лепешинская кеүек СССР һәм РСФСР - ҙың халыҡ артистары сығыш яһай.
       Был курстар Башҡортостанда 1943 йылдың авгусына тиклем дауам итә. Мәскәүҙә күнекмәләр 1 сентябрҙә башлана.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында академия, артабан курстар Ҡыҙыл Армия өсөн 12 500 сәйәси хеҙмәткәр әҙерләп сығара. Улар бөтә фронттарҙа ла көрәшә. Башҡорт ерендә әҙерлек үтеүсе комиссарҙар ҙа яугирҙарҙы Ватан именлеге өсөн көрәшкә
       рухландыра.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал