6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Премьерҙың премьераһы
18.10.06


       Республикаға оҙаҡ көтөргә ҡалманы - бер аҙнанан хөкүмәткә яң ы Премьер - министр киләсәк. Бөгөн парламент Президиумы
       пленар ултырыштың көн тәртибендә БР Президентына Рафаэль Ба йдәүләтовты үҙе өсөн таныш булған вазифаға тәғәйенләүгә килешеү белдереү тураһындағы пунктты раҫланы. Әммә депутат корпусының буласаҡ йыйылышында төп "аш" ролен бюджет закондары пакеты тәшкил итәсәк.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Айрат Ғәскәров
       үҙ ведомствоһы әҙерләгән 2007 йылға республика бюджеты проекты менән таныштырҙы. Вице - премьерҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, киләһе йылға һәм 2009 йылға тиклем бюджет һәм
       һалым сәйәсәте берҙәм маҡсат буйынса башҡарыласаҡ: ул да булһа, халыҡтың йәшәү сифаты һәм кимәлен күтәреү, иҡтисад
       һәм социаль өлкәнең тигеҙ үҫешен тәьмин итеү, Башҡортостан
       иҡтисадының конкурентлыҡ һәләтен арттырыу.
       Быйыл да бюджет төҙөүҙә сығымдарҙың социаль йүнәлеше һаҡланыла. Уның өстән ике өлөшө социаль - мәҙәни сараларҙы финанслауға йүнәлтеләсәк. Сығымдарҙың дүрттән бер өлөшө
       мәғарифҡа тотоноласаҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм спортҡа - 16 процент, социаль сәйәсәткә бюджет сығымдарының 10,7 проценты бүленәсәк. "2005 йылға бюджетты үтәү тураһында", "2007 йылға бюджет тураһында", "2005 йылға мотлаҡ медицина
       страховкалауының республика бюджеты фонды тураһында" закон проекттары 2007 - 2009 йылдарға социаль - иҡтисади үҫеште күҙаллау проекты менән бергә депутат ултырышының төп күсәре буласаҡ, тип күҙаллана.
       Шул уҡ ваҡытта беренсе уҡыуҙа парламентарийҙар тағы ете закон проектын ҡарарға планлаштыра. Республика Президенты тураһында, Дәүләт Йыйылышы тураһында, БР Хөкүмәте тураһында республика закондарына үҙгәрештәр индерелә. "БР граждандарының мөрәжәғәттәре тураһында" яңы закон проекты тикшереләсәк. Федерация төбәктәренең өҫтәмә вәкәләттәре "Экологик экспертиза тураһында" республика законы барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итте.
       Икенсе уҡыуға индерелгән закон проекттарының төп өлөшө -
       депутаттарҙың яҙғы сессиянан көҙгө сессияның беренсе ултырышына тиклемге эше. Ҡараласаҡ 16 закон проектының ҙур ө лөшө бик ентекле әҙерләнгәндер, күрәһең, улар өҫтәмә төҙәтмәләр талап итмәне һәм тулыһынса ҡабул ителәсәк.
       Уларҙың береһе - "Башҡортостан Республикаһында ауыл
       хужалығы ҡулланыусылар кооперативын дәүләт яҡлауы тураһында" үҙаллы закон. Парламенттың аграр мәсьәләләр, тәбиғәт ресурстары, тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология
       буйынса рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиевтың һүҙҙәре буйынса, ул "бында урта һәм кесе бизнестың ҡеүәтле механизмын индереү өсөн кәрәк, ә ул кооперативлаштырыуһыҙ йәшәргә һәләтле
       түгел".
       - Ауыл хужалығында эшлекле әүҙемлектең ошондай формаһын - баҙар иҡтисады эсендә планлы иҡтисад элементын булдырыуға ҙур мохтажлыҡ һиҙелә. Башҡарма властың, иң мөһиме, муниципалитеттың, ниһәйәт, кесе бизнестың легалләштерелгән алымына финанс йәки административ ярҙам күрһәтеү инструменты барлыҡҡа киләсәк, - тип билдәләне Зифҡәт Ислам улы.
       Дөйөм алғанда, республика Дәүләт Йыйылышының ҡырҡынсы ултырышының көн тәртибендә ҡырҡҡа яҡын һорау тәҡдим ителгән. Ул 26 октябрҙә буласаҡ. Пункттарҙың береһе "Республика Башкортостан" ижтимағи - сәйәси гәзитен һәм
       баҫманың өс хеҙмәткәрен - коллегаларыбыҙҙы - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән наградлауға арналыуы ҡыуаныслы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал