6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Европа стандарттарына ынтылабыҙ
18.10.06


       Һуңғы өс айҙа Өфөлә торлаҡтың уртаса хаҡы түбәнәйҙе. Июлд ә уның бер квадрат метры 44 мең торһа, августа - 42,5, сентя брҙә - 40 меңгә төштө, тип белдерҙе Өфө хакимиәтендә үткән
       матбуғат конференцияһында Өфө дәүләт ипотека кредиты агентлығының генераль директоры Анатолий Мейзлер.
       Әммә ул башҡа мәғлүмәттәр менән дә уртаҡлашты - әгәр Рәсәйҙә уртаса алғанда йән башына 19 "квадрат" самаһы тура килһә, Европа илдәрендә - 50 - гә яҡын, АҠШ - та был һан 70
       квадрат метр тәшкил итә. Йәғни, әлегә тауар аҙ һәм һорау тәҡдимдән алда бара икән, фатирға хаҡтар артасаҡ, тигәнде аңлата.
       Матбуғат конференцияһы иртәгә, 19 октябрҙә, Өфөнөң Мәҙәниәт һарайында асыласаҡ "Күсемһеҙ милек. Көҙ - 2006" күргәҙмә - йәрминкәһенә арналды. Форумда республиканың күсемһеҙ милек баҙары профессионалдары: төҙөүселәр, төҙөлөш компаниялары, күсемһеҙ милек агентлыҡтары, банкылар ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ быйыл күргәҙмәгә Төркиә һәм Чехиянан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
       Күргәҙмә - йәрминкә етенсе тапҡыр үткәрелә, уны йолаға ин де, тип әйтергә мөмкин. Социологик һорау алыу республикала йәшәүселәр өсөн был күргәҙмәнең мөһимлеген һәм уны ярты йылға бер тапҡыр үткәреү оптималь вариант булыуын күрһәтте. Күсемһеҙ милек баҙары бер урында тормай: Өфөлә төҙөлөштәр, к үсемһеҙ милеккә бәйле килешеүҙәр һаны артҡандан арта бара. Ш уға күрә күсемһеҙ милек баҙарында иң ҡиммәтле ресурстарҙың б ереһе - мәғлүмәт.
       Күргәҙмә бай саралар программаһы менән оҙатылып бараса ҡ. Торлаҡтың беренсел һәм икенсел баҙары, ипотека, социаль программалар, сит илдәрҙә күсемһеҙ милек, төҙөлөшкә инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм төҙөлөш өлкәләрендә
       хеҙмәтләндереү, архитектура һәм дизайн проекттары, төҙөлөш һәм биҙәү материалдары, күсемһеҙ милекте страховкалау һәм баһалау, ер һәм ер мөнәсәбәттәре, ландшафт дизайны, шулай уҡ
       "Ҡала ситендәге йорт" махсус күргәҙмә проекты тәҡдим ителәсәк.
       Күргәҙмәләге эш программаһының тематик планы күп төрлө. "Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында ҡануниәт аспекттарында төҙөлөшкә инвестициялар йәлеп итеү", "ВУИН: Күсемһеҙ милек баҙарын профессиональ кадрҙар менән тәьмин итеү" һ. б. темаларға семинарҙар, "Капиталь төҙөлөш объекттарына рөхсәт документацияһын әҙерләү тәртибе", "Төҙөлөшкә хоҡуҡ биреү тәртибе" һ. б. темаларға түңәрәк
       өҫтәлдәр үткәреләсәк. Күсемһеҙ милек баҙары үҫешенең төп тенденциялары менән "Коммерция күсемһеҙ милке: идаралыҡ,
       брокерлыҡ, аналитика", "Күсемһеҙ милек баҙарында мәғлүмәт
       өлкәһе. Проблемалар һәм перспективалар", "Коттедж ҡасабалары һәм шәхси торлаҡ төҙөү баҙары үҫеше һәм перспективалары", "Страховкалау һәм баһалау эшмәкәрлеге" секцияларында танышырға мөмкин буласаҡ.
       Презентацияларҙа ҡатнашыусы фирмалар үҙҙәренең хеҙмәтләндереү төрҙәре һәм күсемһеҙ милек өлкәһендәге яңы тенденциялар тураһында һөйләйәсәк. Ҡала структуралары
       вәкилдәре өфөлөләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ҡабул ителгән социаль программалар буйынса семинарҙар үткәрергә планлаштыра.
       Ләкин алда көткән күргәҙмәгә арналған матбуғат конференцияһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Экспофорумды
       ойоштороусыларҙың береһе - Өфө ҡалаһы ҡала округы
       хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Хәлимов барыһын да күргәҙмәгә - ҡануниәттәге "торлаҡ" мәсьәләһенә ҡағылған үҙгәрештәр буйынса белемде арттырырға, яңы ипотека кредиттары һәм уларҙы тәҡдим итеүсе кредит ойошмалары менән танышырға саҡырҙы.
       Хәлимов Өфөлә торлаҡҡа һәм уның хаҡына бәйле барлыҡҡа килгән хәл буйынса ла аңлатма бирҙе. Бөгөн бер квадрат метрҙың үҙҡиммәте - 23 мең һум тирәһе тәшкил итә. Түбәнге һә м юғары сиктәре үҙгәреүсән. Мәҫәлән, социаль йортта, "еңел" майҙанда - иҫке торлаҡты һүтмәйенсә, коммуникациялар үткәрелгән йортта метрҙарҙың саф үҙҡиммәте - 19,7 мең һум. Әгәр төҙөлөш алдынан йортто һүтеүгә, селтәрҙәр үткәреүгә аҡс а тотонорға кәрәк икән, үҙҡиммәт арта, әлбиттә, әммә ике тап ҡыр түгел бит! Ҡалғандары - һатыусылар һәм заказсыларҙың өҫтәмәһе.
       Төҙөлгән йорттарҙың барыһынан да ҡалаға билдәле процент
       бүленә - йорттоң дөйөм хаҡына бәйле өстән 21 процентҡа тиклем.
       Өфөлә төҙөлөштәр күп. Хәлимов иғтибарҙы уларҙың йылдам барыуына йүнәлтте. Әгәр элек торлаҡтың 80 проценты дүртенсе кварталда тапшырылһа, ул фатирҙарҙың сифатын күҙ алдына
       килтерәһегеҙҙер, ә хәҙер бөтә йорттар ҙа ярайһы уҡ тигеҙ ва ҡыт эсендә ҡалҡып сыға. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың туғыҙ айынд а планлаштырылған торлаҡтың 65 проценты файҙаланыуға тапшырылған.
       Бөгөн Өфөлә иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙе иҫәпкә алмағанда ( миллион ярым квадрат метр, бында күсереү өсөн тәғәйенләнмәгән зоналарҙа урынлашҡан йорттар ҙа индерелгән),
       17 мең ғаилә торлаҡҡа сиратта тора. Әммә иҫке йорттар бөгөн гө темпта һүтелһә, бының өсөн 40 йыл кәрәк буласаҡ. Шуға күр ә был проблема актуаль мәсьәләләр исемлегендә тора.
       Йыл да Өфөлә 600 - 650 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү мотл аҡ, шуға күрә, ҡала үҫешенең генпланына ярашлы, 2015 йылға
       Өфөлә бер кешегә 30 квадрат метр торлаҡ тура килергә тейеш.
       Йәғни, Европа нормаларына ынтылабыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал