6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тамара Нечаева: "Башҡортостан минең мөхәббәтем..."
18.10.06


       Тамара Павловна Нечаеваның ( 1922 йылдың 17 октябре - 200 3 йылдың 16 авгусы) исеме киң билдәле. Ул күренекле скульпто р һәм керамист, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты...
       1991 йылдың март көнө иҫкә төшә. Матбуғат йорто эргәһендә
       СССР - ҙың халыҡ рәссамы Борис Домашниковты осраттым.
       - Мөхәрририәткә ашығам, - тине ул. - Тамара Нечаеваның кандидатураһын Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим иткәндәр. Мотлаҡ хуплап сығыш яһарға кәрәк.
       "Был 1947 йылда булды, - тип һөйләне мөхәрририәттә Бор ис Федорович. - Нестеров исемендәге художество музейында Тамара Нечаеваның һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асылды. Залға ингәс, миңә унда стеналар юҡ кеүек тойолдо. Тирә - яҡта баш күтәреүсе башҡорттарҙың тирмәләре, йәйләүҙәр, Салауат Юлаев,
       Пугачев. Бындай матурлыҡты башҡаса күрергә тура килгәне юҡ.
       Шул ваҡыттан алып мин был ҙур, үҙенсәлекле, күп яҡлы оҫтаны ң ижадына ғашиҡ. Һынлы сәнғәтме ул, скульптурамы - барыһында ла бай төҫтәр, тантана, дәрт һиҙелә. Уның ҡулдары эшләгән әйберҙә ҡанундар, шаблондар, "дөрөҫ эшләмәүҙән ҡурҡыу"
       юҡ. Һәм тағы ла уларҙа - ғүмеренең күп өлөшөн үткәргән кра йға мөхәббәт һәм һоҡланыу сағыла. Урыҫ оҫтаһы эшләгән Башҡортостанды мин хатта милли рәссамдарҙың әҫәрҙәрендә лә
       күргәнем булманы. Нечаеваның эштәре халыҡҡа, уның үҙенсәлектәренә, мәҙәниәтенә, еренә ғашиҡ булыу тойғоһо
       менән һуғарылған. Тамара Павловна Салауат образына ла юҡҡа ғына даими мөрәжәғәт итмәй. Бөгөн Палдискиҙа торған Салауат Юлаев герой ғына түгел, шағир ҙа. Эстондар Нечаеваның эшен бик юғары баһаланы.
       Шиғрилыҡ талантлы оҫтаның иң мөһим һыҙаттарының береһе . Ә тағы ла - һәр бер әҫәрҙә дәрәжәлелек, абруйлылыҡ һиҙелә. Һәр бер монументаль скульптурала, фарфор композицияларҙа һәм һынлы сәнғәттә - иң ҡыйыу фантазия ҡатыш мәҙәниәт һәм
       юғары зауыҡ беленә. Тамара Нечаеваның ижады уның тормошо кеүек үк күп яҡлы, ҙур күләмле. Яҡшы тәрбиә алыуы, Ленинград ҡалаһында йәшәгән йылдары, талантлы рәссам Анатолий Петрович Лежнев менән туғанлығы ла йоғонто яһағандыр, моғайын. Һәм Алла тарафынан бирелгән таланты, әлбиттә.
       Бөгөн, Тамара Нечаева тураһында һөйләгәндә, был матур, би к талантлы ҡатындың миңә һәм ижадыма яһаған йоғонтоһо
       хаҡында ла әйтмәйенсә булдыра алмайым. Үҙ - үҙемә ышаныс тойғоһо тыуҙырыу өсөн уның бер "штрихы" етте ( нисектер бер
       тапҡыр ул "Боря, ә һеҙ һәйбәт төшөрәһегеҙ" тип кенә әйтте).
       Башҡортостандың Рәссамдар союзы рәйесе булараҡ, уның республиканың художество коллективына ла йоғонто яһауын билдәләргә кәрәк. РСФСР Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы булараҡ та яҡташтары өсөн күп нимә эшләне".
       Әйткәндәй, Тамара Нечаева, Борис Домашников кеүек үк, тыумышы менән Башҡортостандан түгел. Бына ул үҙе нисек итеп хәтерләй: "Мин Өфөнө үтеп китмәйек тип хәүефләнә башлағас, купела көлөп ебәрҙеләр. Текә ярҙа урынлашҡан Өфө шунда уҡ
       күҙемә ташланды. Һәм... Башҡортостан менән ауырый башланым.
       Өфө ул саҡта миңә ҡалҡыулыҡта йәйелгән һәм алмағастарға күмелгән фантастик ҡаланы хәтерләтте. Воронежда тыуһам да бала сағым һәм йәшлегем академик архитектуралы Ленинградта ү тте. Ата - әсәйем мине йыш ҡына үҙҙәре менән күргәҙмәләргә, операға алып йөрөнө, шуға күрә мин Ленинградтың мәҙәниәтен яҡшы беләм.
       Бында, Башҡортостанда, мин бөтөнләй икенсе - бала саҡтан күңелем менән тартылған ҡырағай, тере, саф матурлыҡҡа шаһит булдым.
       Өфөлә беҙ әсәйем менән туғаныбыҙ, билдәле рәссам Анатолий
       Петрович Лежневта туҡталдыҡ. Мин Ленинградтың художество академияһына инергә әҙерләнә инем, һәм эштәремде уға күрһәтергә алып килдем. Ағай артыҡ һоҡланыу белдермәне, әммә
       әрләмәне лә.
       Ул Пугачев фетнәһе темаһы өҫтөндә эшләй ине. Һәм ҙур телә к менән миңә Башҡортостан һәм Салауат тураһында һөйләне. Беҙ
       Нестеров художество музейында ла булдыҡ, уның танышлыҡтары
       крайҙы өйрәнеү музейының изгенән изге урыны - фонд менән танышырға ла мөмкинселек бирҙе. Башҡорттарҙың әле лә йәйләү еҫе аңҡыған кейемдәре һалынған һандыҡты асҡандағы тулҡынланыуымды бөгөн дә хәтерләйем. Айырыуса уның колориты - ҡара ерлектәге көмөш һәм ҡыҙыл мәрйендәр таң ҡалдырҙы. Төҫтәр байрамы. Башҡорт драмтеатрында йыш булдым. Үҙем өсөн асҡан яңы, бығаса таныш булмаған мәҙәниәт,
       уның колориты һәм үҙенсәлектәре тетрәндерҙе.
       Егерме йәшемдә Өфөлә тәүге шәхси күргәҙмәмде астым, унан һуң мине Рәссамдар союзына алдылар. 1946 йылда Мәскәүҙә үткән художество күргәҙмәһендә ҡатнашырға тура килде. Иң йәше инем. Мине "иртәнге йондоҙ" тип атанылар, ҙур өмөттәр бағланылар.
       Артабан Ҡазанда үткән күргәҙмәлә ( 1947 - се йыл ине) мине
       формалистка тип атап, Рәссамдар союзынан сығарҙылар. Әммә т иҙҙән кире ҡайтарҙылар, сөнки артабан Мәскәүҙә үткән күргәҙмәлә скульптура портреты өсөн икенсе премияға лайыҡ булдым.
       Скульпторҙар Сергей Меркуров, Сергей Коненков, Вера Мухина
       менән танышыу, уларҙың оҫтаханаларында булыу, ижадтарын өйрәнеү минең өсөн ҙур мәктәп булды".
       Тамара Павловнаның талантына һүрәт төшөрөү төрҙәренең киң
       диапазоны буйһона. Ул һынлы сәнғәт телен дә бик яҡшы белә, әммә иң юғары ҡаҙаныштарға нәҡ скульптура һәм керамикала ирешә.
       Нечаеваның эштәрендә төп тема һәр ваҡыт Башҡортостанға бәйле була. Иң яҡшы эштәре араһында Салауат Юлаевтың Палдиски (Эстония) ҡалаһында һәм Янғантау курорт комплексында, Сергей Тимофеевич Аксаковтың Өфөләге һәйкәлдәре айырым урын биләй. Нечаеваның скульптура эштәре Б ашҡортостандың күп кенә ҡалаларының урам һәм майҙандарын биҙ әй.
       Әммә уның ижадында төп урын Салауат Юлаевҡа бирелә. Башҡорт халҡының милли геройына ҡуйылған һәйкәле өсөн Тамара Павловна Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты
       исеменә лайыҡ була.
       - Йәш саҡтан уҡ Салауат образы ижадымда төп темаға әйләнд е, - тип һөйләй ул. - Портреттар һәм этюдтар төшөрҙөм, фарфорҙан, гипстан, таштан, бронзанан уның һындарын эшләнем.
       Аҡрынлап үҙенсәлекле, минең өсөн бик яҡын образ барлыҡҡа
       килде, унда мин яугирҙың көслө, ҡыйыу тәбиғәтен генә түгел, рухи байлығын да һүрәтләргә ынтылдым.
       Палдиски өсөн һәйкәл буйынса социаль заказды бик ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул иттем һәм оҙайлы йылдар буйына тупланған ижади багажды файҙаланырға тырыштым.
       Тик бына уны эшләү ваҡыты ғына фантастика сигендә ине. Аҙ тигәндә лә ике йыл дауам итергә тейеш булған эште миңә һәм ярҙамсыларыма биш айҙа башҡарырға тура килде.
       Ә был көн һайын 12 - 15 сәғәтлек эш һәм иҫ киткес тулҡынла ныу тигән һүҙ: өлгөрә алһаҡ ярар ине! Ҡайһы берәүҙәр һәйкәл ҡойоу алымы менән яһалған тип һанай. Юҡ шул! Беҙ үҙебеҙҙең Салауатты баҡырҙан сүкеп яһарға булдыҡ. Ә был, дөрөҫөн әйткәндә, бик мәшәҡәтле һәм иҫ киткес ауыр хеҙмәт. Уның һайманын сүкеү үҙе генә нимә торҙо! Был биҙәкле, ювелирҙарса
       нескә эш менән беҙ уның йөҙөнөң эре пластикаһын, әһәмиәтен
       һәм ғорур көсөн күрһәтергә теләнек. Һуңынан уны бик ентеклә п
       төрөп алыҫ юлға оҙаттыҡ.
       Нечаевтың көндәлек тормошта ниндәй кеше булыуы хаҡында
       уның күршеһе Валентин Фокеев һөйләне:
       - Беҙҙең ғаилә тормошон был ғәжәйеп ҡатын менән 20 йылдан
       ашыу дауам иткән дуҫлыҡ биҙәне. Тамара Павловнаны
       Башҡортостандың тәбиғәте әсир итте, Рәсәй һәм ил буйлап кү п йөрөһә лә, уның йөрәге беҙҙең ергә бирелгәйне. Көслө ихтыя рлы, намыҫлы кеше, көндәлек тормошта бик баҫалҡы булды.
       Эшләгән аҡсаһын тулыһынса материалдарға тотондо. Аралашып й әшәнек - әңгәмәләшә, сәйгә саҡырыша, китаптар менән алмаша и нек. Беҙ Нечаевтар ғаиләһе менән дуҫлыҡтың баһаһын белдек, у ларҙа кешегә мөнәсәбәт сығыш һәм чиндарға түгел, ихласлыҡҡа,
       изге күңеллелеккә ҡарап билдәләнде. Тамара Павловна миңә йыш ҡына Башҡортостанда ижад өсөн бик уңайлы климаты,
       милләт - ара мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлоғо, республика етәкселегенең аҡыллы сәйәсәте тураһында һөйләне. Ул сәнғәткә
       бирелгән, ергә ғашиҡ - бәхетле кеше булды.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал