6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡала яңыра, матурлана
17.10.06


       Киләһе, юбилей йылының июль аҙағына Өфөлә Башҡортостандың үҙ
       ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеү уңайынан төҙөлгән бөтә объекттар ҙа файҙаланыуға
       тапшырылырға тейеш.
       - 2007 йылдың 10 авгусы - беҙ ошо ваҡытҡа мотлаҡ бөтә эштәрҙе лә тамамлап бөтөргә тейеш, - тине Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Михаил Давыдов ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында. -
       Әммә бөтә ҙур объекттарҙа ла (улар 20 тирәһе) эш ике - өс сменала алып барыла. Һәм уларҙы үҙ ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу йәһәтенән борсолорға урын юҡ. Баш ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүҙең ике йыллыҡ планын тормошҡа ашырыу буйынса ике йыллыҡ планды тормошҡа ашырыу йылдам бара.
       Совет районында "Өфө - Арена" боҙ һарайы төҙөлөшө дауам итә . Ленин урамын киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Революция урамынан Ибраһимов бульварына тиклем трамвай
       юлдары һүтелә.
       Киров районында Халыҡтар дуҫлығы йорто күтәрелә. Әлеге ваҡытта уның тирә - яғын йәшелләндереү тамамлана - тау битләүендә шыршылар ултыртыла, газондар эшләнә. Шул уҡ ваҡытта Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге территорияны төҙөкләндереү мәсьәләһе лә хәл ителә. Башҡорт дәүләт университеты биналары эргәһендә яңы стадион, смотрҙар майҙаны, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урыны, йәйге сәхнә төҙөү планлаштырыла.
       Октябрь районында "Аҡбуҙат" ипподромы урынында заманса
       талаптарға яуап биргән яңы ипподром төҙөлә. Республиканың авиация, тимер юл һәм автоюл инфраструктураһы үҫешә. "Өфө" х алыҡ - ара аэропортында реконструкция үткәрелә. Аэровокзал
       майҙаны ике тапҡыр арта - ул 11 мең квадрат метрға етәсәк. Беренсе терминалдың үткәреү һәләте сәғәтенә 400 - ҙән 600 -
       гә тиклем пассажир тәшкил итәсәк. Перспективала - 2010 йылд ан 2015 йылға тиклем - яңы транспорт - йөк ташыу комплексына тимер юл үткәреү ниәтләнә, ә аэропорттың пассажир терминалдарынан Өфөгә электр поездары йөрөйәсәк.
       Өфө станцияһында тимер юл пассажирҙар комплексы реконструкция үтә. Уның дөйөм майҙаны 26 мең квадрат метр, ә
       вокзалдың һыйҙырышлылығы - алты мең пассажир тәшкил итәсәк. Вокзал районында пассажирҙар һәм водителдәргә ҡулайлылыҡ өсөн автоюлдар, юл үткәргестәр төҙөү ниәтләнә. Яҡын - тирәләге территорияла әлеге ваҡытта шыршылар ултыртыла, газон эшләнә, пассажирҙарҙы трамвай туҡталышына к үтәреү өсөн эскалатор төҙөлә. Вокзал урамы киңәйтелә, Карл Маркс урамындағы йорттар һүтелә.
       Дөйөм файҙаланыуҙа булған автоюлдарҙы төҙөү һәм реконструкциялау йылдан - йыл йылдамыраҡ була бара. Әлеге ваҡытта Өфө - Ырымбур трассаһында - Өфө - Дим, Мелькомбинат,
       Зубово ауылы һәм аэропортҡа боролош районында эштәр бара.
       2004 йылда Салауат Юлаев проспектын булдырыу ҡалалағы транспорт хәрәкәтенә бәйле хәлде һиҙелерлек яҡшыртты. Бөгөн уның төҙөлөшө буйынса эштәр дауам итә. Был магистраль
       Октябрь проспекты һәм Рәсәй һәм Комсомол урамдарын өлөшләтә бушатырға тейеш. Перспективала ул тотош ҡала аша Дуҫлыҡ монументынан алып төньяҡ өлөштәге сәнәғәт райондарына тиклем үтәсәк.
       Трамвай урамынан Интернационал урамына тиклемге участкала
       Өфө шоссеһын реконструкциялау "нахальный" тыҡрыҡ
       проблемаһын хәл итәсәк.
       Ҡала территорияһын архитектур биҙәү буйынса ҡабул ителгән концепция сиктәрендә Октябрь проспекты, Ленин урамы,
       Революция урамы, Октябрҙең 50 йыллығы һәм Беренсе май урамдарын төҙөкләндереү проекты булдырылған. "Ҡыҙыл һыҙатта" урынлашҡан йорттарҙың тышҡы йөҙө һиҙелерлек
       үҙгәрештәр кисерәсәк. Төп урамдарҙың барыһында ла автомобилдәрҙе ҡуйыу урындары булдырыла. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарында заманса павильондар ҡуйыла. Ҡала скверҙары һәм баҡсаларын реконструкциялау һәм йәшелләндереү буйынса ҙур эштәр көтөлә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал