6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Октябрь. Ҡыш тауҙар артында түгел
17.10.06


       Алтын көҙ, уның онотолмаҫ көндәре шул тиклем ҡыҫҡа. Әле кисә генә сағыу кейемдәре менән маһайған ағастар бөгөн инде
       яланғасланып ҡалған, һәм бойоҡ һәм һағышлы булып күренәләр.
       Тик имән генә бирешмәй, ул аҙағына тиклем тартҡылаша, хәйе р, уның да кейеме иҫкерә төшкән һәм алтындан ҡара - ҡыҙғылтҡ а әйләнгән, тағы ла ҡайһы бер урында ҡайындар ғына ҡылансыҡлана.
       Ә баҡсала сирень йәм - йәшел булып ултыра, әйтерһең дә ун ың өсөн көҙ ҙә, һалҡындар ҙа юҡ. Һөңгөләрен күккә йүнәлткән ҡайһы бер тирәктәр тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин...
       Шулай ҙа был айҙан уңдыҡ беҙ. Октябрь быйыл йылдағынан
       йылыраҡ килде, ул беҙгә уңышты йыйып алырға ла, ҡышҡа
       тейешенсә әҙерләнергә лә, тәбиғәткә менән һоҡланып өлгөрөрг ә лә мөмкинселек бирҙе...
       Әммә тиҙҙән төньяҡ елдәре, улар менән бергә быҫҡаҡлап яуыусы ямғырҙары ла киләсәк.
       Октябрҙең уртаһы үтте, бына инде Покров та артта ҡалды ( 14 октябрь), уның тураһында төшкә тиклем - көҙ, төштән һуң -
       ҡыш, тиҙәр. Покров ниндәй - ҡыш та шундай: төньяҡтан ел иҫһ ә - һалҡын ҡышҡа, көньяҡтан - йылыға, көнбайыштан - ҡыш ҡарлы килер, ел алмашыныусан булһа, ҡыш та шулай уҡ буласаҡ. Ырымдар етерлек, тик улар ни өсөндөр барыһы ла тормошҡа ашмай. Халыҡ календаре буйынса нисә тапҡыр ҡышты күҙалларға тырышып ҡараным, тик файҙаһы теймәне. Һауа торошо көнөнә унар тапҡыр үҙгәрә. Бында һиңә бер синоптик та дөрөҫөн әйтә алмаясаҡ...
       Быға тиклем булған һауа торошон әйтеүе еңелерәк. Исмаһам хаталанмайһың. Ә бының өсөн ата - әсәйемдең ярты быуат
       буйына алып барған календарь яҙмаларына мөрәжәғәт итәм.
       1966 йыл. 14 октябрҙә тәүге ҡар яуған. Урамда ап - аҡ.
       Температура - 3 - 5 градус.
       1978 йыл, 13 октябрь - температура - 5, ысын ҡыш!
       1985 йыл - беренсе ҡар 21 октябрҙә яуҙы.
       Әммә тарихта тәүге ҡарҙың иртәрәк яуған саҡтары ла билдәл е. Мәҫәлән, 1899 йылда был "ваҡиға" 2 октябрҙә, 1941 һәм 197 1 йылдарҙа - 4 октябрҙә булған.
       Бер нимә тураһында ғына ышаныс менән әйтергә мөмкин - ҡыш яҡынлаша. Ә бына 17 октябрь ҙә килеп өлгөрҙө - уның менә н бергә һалҡындар ҙа көсәйә. Хәйер, йәшәйек әле - күрербеҙ.

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал