6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Иван Недолин дәрестәре
17.10.06


       21 октябрҙә "Республика Башкортостан" гәзитенә 100 йыл тула.
       Бөгөн беҙ был гәзиттең сығанаҡтарында торған журналистарҙың
       береһен хәтергә төшөрөп үтәсәкбеҙ.
       1923 йылдың бишенсе майында "Власть труда" гәзитендә Иван
       Недолиндың "Мин нисек журналист булдым" мәҡәләһе баҫыла. Авторҙың исеме уҡыусыларға яҡшы билдәле була. Гәзиттә көн һайын тип әйтерлек "Ив. Недолин" ҡултамғаһы аҫтында мәҡәләләр, һүрәтләмәләр сыға. Уның тематика төрлөлөгөнә хайран ҡалырға мөмкин.
       Бына уның яҙған ҡайһы бер материалдары: "Ҙур эш башҡарыусы бәләкәй кешеләр тураһында" ( ауыл мәғрифәтселәре), "Мәрфуға - кооператор", "Крәҫтиәндәрҙең үҙ - ара ярҙамы", "Туҡымалар ҡалаһы", "Смотрҙа" (стена гәзиттәре күргәҙмәһе) һәм башҡалар . Иван Петрович 1892 йылдың 17 октябрендә Бурун ауылында донъяға килә. Кирбес заводы эшсеһенең ғаиләһендә ун бер бала
       була. Иван ун биш йәшендә Стәрлетамаҡ типографияһында хәреф йыйыусы ярҙамсыһы булып эшләй башлай. Үҙ ирке менән Ҡы ҙыл Армия сафтарына алына. 1918 йылда отряд командиры булып хеҙмәт итә, Василий Блюхерҙың Уралдағы героик рейдында ҡатнаша.
       Граждандар һуғышы осоронда тағы ла Стәрлетамаҡ типографияһында эшләй. Ҡурғаш һәм буяу еҫе менән һуғарылған типография аша егет журналистар донъяһына барып эләгә. Үҙенең тәүге аҙымдары тураһында ул юмор менән яҙа: "Тәүге
       мәҡәләмде баҫтылар, хатта гонорар ҙа алдым - өр яңы, ялтыра п торған илле тин. Уны ҡомартҡы итеп һаҡларға ла теләгәйнем. Әммә метранпаж уны мөһимерәк нимәгә тотонорға мөмкинлегенә ы шандырҙы..."
       1923 йылда Иван Недолин "Власть труда" гәзитенә килә ( ҡайһы бер тикшеренеүселәр яҙыуынса "Советская Башкирия" гәзитенә түгел). Корреспонденция, очерктар, һүрәтләмәләрҙән журналист аҡрынлап хикәйәләр һәм повестарға күсә. Уның "Блюхер рейды", "Артылыш" китаптарынан өҙөктәр "Власть труда" һәм "Красная Башкирия" гәзиттәрендә баҫыла.
       Иван Петрович гәзит мөхәрририәттәренең эшен яйға һалыуҙан
       тыш, байтаҡ йәш гәзит хеҙмәткәрҙәрен дә тәрбиәләй. "Унан өйрәнеүе еңел ине, - тип хәтерләй уҡыусыһы Евгений Киселев. - Кешеләргә ҡарата бик иғтибарлы булды. Минең өсөн дә күп ни мә эшләне.
       Мин мөхәрририәттә эшсе - ауыл хәбәрсеһе ( рабселькор) инструкторы булып эшләй инем. Нисектер ауылдарға сығырға тура килде һәм мин материалымды ауыл хужалығы бүлегенә
       ( мөдире Иван Петрович) индереп бирҙем.
       Материал уға оҡшағандыр, күрәһең, Недолин мөхәррир Чернявскийҙан мине үҙенең бүлегенә күсереүен һораны. Һәм бер  көнө:
       - Һиңә Мәсәғүт совхозына уңыш йыйыу барышын һүрәтләргә
       барырға тура килер, - тине.
       - Совхоз - механикалаштырылған хужалыҡ, ә мин техниканы бөтөнләй белмәйем.
       - Өйрәнерһең.
       Мин тракторҙар һәм комбайндарҙың маркалары буйынса дәреслектәр алдым, әммә уларҙың кәрәге булманы. Недолинға
       деталдәрҙең чертеждарын күрһәттем һәм:
       - Бына уларҙы үҙ ҡулыңда тотоп ҡараһаң икән, - тинем.
       - Быны эшләүе ҡыйын түгел, Аксаков, 6 адресы буйынса бар, унда машина - трактор станцияһы бар, килешерһегеҙ. Әлегә ваҡыт бар.
       Мин станция директоры Тимофев менән сәғәт етенән төшкә тиклем уларҙа, көндөң икенсе яртыһын - мөхәррирәттә эшләргә һөйләштем. Эште деталдәрҙе йыйыуҙан башланым, тиҙҙән инде тракторҙы ла үҙләштерҙем.
       Уның ҡарауы совхозға барғанда, техниканың нимә икәнлеген
       аңлай инем.
       Бер көндө Недолин әйтә:
       - Һиңә Бүздәк районының "Коммуна" колхозына барып, йорт ҡуяндары тураһында яҙырға кәрәк буласаҡ.
       - Иван Петрович, - тием мин. - Мин үҙ ғүмеремдә ҡуяндарҙы күргәнем юҡ.
       - Улай икән, Башнаркоземға бар, өйрәтерҙәр. Тик башта ним ә
       өсөн кәрәклеген аңлат.
       Киттем Наркоземға. Кәрәкле бүлекте таптым, үтенесемде әйттем. Ваҡ малсылыҡ бүлеге начальнигы йорт ҡуяндары тураһында тотош бер лекция уҡыны, кәрәкле әҙәбиәт менән
       тәьмин итте, артабан ҡала ситенә, ҡуяндар аҫрау урынына алы п китте. Унда инде мин һәр бер ҡуянды ҡолағынан күтәреп ҡара й алдым.
       "Коммуна" колхозы тураһында бына тигән очерк килеп сыҡты.
       Хатта ферма мөдиренә төрлө яҡтан хаттар килә башланы, ә миң ә тағы бер тапҡыр ошо уҡ тема буйынса сығыш яһарға тура килд е". "Власть труда" һәм "Красная Башкирия" гәзиттәрендә И ван Недолин 1937 йылға тиклем эшләй. Репрессияға эләгә.
       "Был юлдар Башҡортостан эшселәренә, Белорет металсыларына, Красноусол быяласыларына, Блюхер һәм Кашириндарҙың ҡыҙыл пар тизандар армияһы пролетарҙарына арнала", - тип яҙа ул "Блюхер рейды" китабында. "Артылышта" баш һүҙ урынына "Ун һигеҙенсе йылда ысынбарлыҡта булған ваҡиғалар һәм кешеләр тураһындағы был яҙмалар Советтар Союзы Маршалы Василий Константинович Блюхерға арнала", - тип яҙылған.
       Ошо яҙмалар Иван Недолиндың башына етәлер ҙә инде, күрәһең. 1937 йылда хәрби етәкселәр Блюхер һәм ағалы - энеле
       Кашириндар репрессияға эләгә. Недолин шулай уҡ. Әммә тере ҡала. Тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуңғы йылдарында китап нәшриәтендә эшләй. "Башҡортостанда осрашырға тура килгән урыҫ яҙыусылары араһында Иван Недолин иң күренекле фигура булды, - тип хәтерләй шағир Василий Трубицын. - Журналистар уның хаҡында "бына тигән журналист", ә яҙыусылар "Недолин -
       ысын яҙыусы" тиҙәр. Быға тағы ла Иван Петровичтың намыҫлы, тыныс һәм баҫалҡы кеше булыуын, үҙен граждан ите п тәрбиәләгән, артабан ғына яҙыусы ҡәләменә тотоноуын өҫтәһәң, яҙыусының, бәлки, тулы булмаған, әммә дөрөҫлөккә та п килгән портреты барлыҡҡа килә".
       Иван Недолин ғәҙел реабилитациялау көнөнә тиклем йәшәй алмай. Ул 1947 йылдың 5 мартында вафат була, Мәскәүҙә ерләнгән. Стәрлетемаҡта, Шепелюк урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан йорт ҡына яҙыусы тураһында хәтерләтә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал