6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Власть тәҡдим итә, республика - ике ҡуллап риза
17.10.06


       - Был ҡарар өсөн сәбәптәр етерлек: республика иҡтисади һә м
       сәйәси йәһәттән тотороҡло үҫешә, бөтә критерийҙар буйынса у л иң юғары стандарттарға яуап бирә, - тине Владимир Путиндың Мортаза Рәхимовты яңы президент срогына раҫлау тураһындағы т әҡдименә ҡарата республиканың иң абруйлы сәйәсмәндәренең бер еһе, парламент депутаты Рафаил Мирсаев. - Һәм был Өфөлә
       генә түгел, Мәскәүҙә лә юғары баһалана.
       Дөрөҫөн әйткәндә, был ваҡиғаны барыһы ла көтөп алды. Әммә
       президент үҙе төбәк башлыҡтарын тәғәйенләүҙең яңы схемаһы
       хаҡында үҙ фекерен ярайһы уҡ тәнҡитле һүҙҙәр менән белдерҙе. Үҙенең бөтә президентлыҡ сроктарына ул дөйөм халыҡ
       һайлауҙарында эйә булды, һәм, уның һүҙҙәре буйынса, Башҡортостан етәксеһе вазифаһында 2008 йылға тиклем
       "кешеләрҙең ышанысын аҡларға" йыйынған. Әммә сәйәси
       система бер аҙ үҙгәрештәр кисерҙе - яҙын Дәүләт Йыйылышы
       республика Конституцияһын федераль ҡануниәткә
       яраҡлаштырҙы. Мортаза Рәхимовтың күҙ алдында Минтимер
       Шәймиев йәки Эдуард Россель кеүек абруйлы сәйәсмәндәр
       ҡайтанан тәғәйенләү процедуралары аша үтте, ә ул үҙе ағымдағы эштәр менән булып, үҙгәрештәргә бер ниндәй ҙә
       иғтибар бирмәгән кеүек тойола ине. Әммә был ысынлап та
       шулай инеме һуң Уның һәр бер, хатта ваҡ нимәне лә күҙ уңын ан ысҡындармауын иҫәпкә алғанда, мин был турала Президент бе р ваҡытта ла хәтеренән сығармағандыр, тип уйлайым.
       ... Ә альтернатива бар инеме һуң Бер билдәле рекламала әйтелгәнсә, һайлау ни тиклем күп булмаһын, бында "аттарҙы кисеүҙә алмаштырмайҙар" тигән унитар принцип урынлы түгелдер. Беҙҙең төбәк башлығы бик күп эштәр башланы, һәм уларҙы ағымдағы президент срогында тамамлау өсөн нәҡ уның контроль дәрәжәһе бик мөһим. Хәҙер Рәхимовтың вәкәләттәре 2008 йыл урынына 2011 йылда тамамланасаҡ. Президенттың башҡарма властағы командаһы менән ҡәнәғәтлеге йәки "парламент раҫлауын" "хөкүмәтте ҡаҡҡылап алыу" өсөн файҙаланыуы тураһындағы һорауға биргән яуабында уҡ уның республиканың социаль - иҡтисади һәм сәйәси үҫешендәге йүнәлешендә шикләнмәгәнлеге сағыла.
       - Ниндәйҙер структура үҙгәрештәре буласаҡ, әлбиттә. Барыһ ын да алмаштырам, тип әйтмәйем, әммә үҙгәрештәр буласаҡ, юҡһ а кешеләр мине аңламаясаҡ. Иҡтисадҡа килгәндә, артыҡ ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Республикала ҡабул ителгән бөтә ҙур программалар тормошҡа ашырылыуын дауам итәсәк. Беҙҙең бурыс бер - иҡтисадты, кешеләрҙең йәшәйеш кимәлен күтәреү. Быға нисек ирешергә Эшләргә кәрәк.
       Шулай килеп сыҡты ла. БР Хөкүмәте Премьер - министры һәм төп министрҙар үҙ урынында ҡалды, тимәк яңы биш йыллыҡ президент срогында БР Президенты эшмәкәрлегендә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуын билдәләү буйынса сараларҙы комплекслы тормошҡа ашырыу беренсе урында торасаҡ. Һәм башланғандың барыһын да Мортаза Рәхимов үҙе тамамлай аласаҡ. Киләһе йылдың йәйенә Өфөлә тәғәйенләнгән РФ Дәүләт Йыйылышы ултырышы быны тағы бер тапҡыр раҫлай. Ҡайһы бер эксперттар Б Р Дәүләт Йыйылышында Мортаза Рәхимов кандидатураһы буйынса тауыш биреүҙе беренсе сиратта Владимир Путиндың үҙенә ышаныс һорауы тип атаны. Һәм депутаттарҙың бер
       тауыштан ризалығы бөгөнгө президенттың ҡаҙаныштарына баһа б улып торҙо.
       Бөгөн күп кенә төбәк һәм федераль сәйәсәт лидерҙары Рәсәй
       кеүек ҙур һәм ҡатмарлы федерацияла реформа үткәреүҙә сәләмәт консерватизм ҡамасауламаҫ ине, тип белдерә. Билдәле фильмдағы ғәҙел һәм уйлап эшләүсе Володя Шарапов та: "Может быть, не надо решать с кондачка!" - ти бит. Бөгөн республик а һәм уның лидеры ғорурланған иң төп нимә - 90 - сы йылдарҙа иҡтисадтың төп тармаҡтарын реформалаштырыуға үлсәүле, һаҡ, " аптекарҙарса" ҡараш һаҡлау. "Баҙарға күсеүҙең" бөгөн дә ҡеүәтле социаль үҫеш һәм яҡлауға аҡса алырға мөмкинселек биреүсе темпы һәм формалары, милләт - ара һәм конфессия - ара татыулыҡ, урталыҡты тотоусы бизнес - климаттың беҙҙе
       изоляционизмда ғәйепләү өсөн сәбәп тә булғаны бар. Әммә халыҡтың кәйефе һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында булдырылған баланс, һәм хатта һуңғы президент кампанияһы ваҡытында барлыҡҡа килгән эске оппозиция булыуы төбәк үҫешенең ошондай тигеҙ моделе - РФ күп милләтле субъекты өсөн иң уңайлы вариант булыуын күрһәтә.
       - Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль өлкәһендә булып үткән ыңғай үҙгәрештәр, халыҡтың йәшәйеш кимәле күтәрелеүе Рәсәй Президенты ла, БР Дәүләт Йыйылышы де путаттары ла дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүен дәлилләй, - ти Патриарх Алексий. - Мортаза Рәхимовҡа күрһәтелгән ышаныс ҙур
       төҙөлөш һәм сәнәғәт предприятиеларын, социаль - мәҙәни өлкә
       объекттарын реконструкциялау, ауыл хужалығы производствоһын
       күтәреү буйынса алдағы йылдарға ниәтләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуға мөмкинселек бирәсәк. Уның дини конфессиялар ихтыяжына иғтибарлы ҡарашы төрлө экстремислыҡ к үренештәренең таралыуына сик ҡуйҙы, һәм бөгөн православие хр истиандары республикала ислам дине менән бергә үҙенең эшен дауам итә.
       - Башҡортостан мосолмандары Мортаза Рәхимовтың яңы срокка Башҡортостан Президенты итеп һайланыуы тураһындағы хәбәрҙе ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды, - тине Юғары мөфтөй,
       Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә Назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин. - Оҙайлы йылдар буйына республиканы етәкләүсе Мортаза Рәхимов Башҡортостандың үҫешенә, республикала тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ һаҡлауныуына, халыҡтар һәм диндәр араһында татыулыҡ булыуына ҙур өлөш индерҙе. Бөгөнгө Башҡортостан ерендә йәшәүсе христиан һәм ислам дине вәкилдәренең үҙ - ара аңлашып йәшәүҙең алтын күсәрен табыуына биш быуат тип әйтерлек ваҡыт үткән. Һәм улар беҙгә лә был татыулыҡ һәм дуҫлыҡты һаҡлауҙы аманат итеп ҡалдырған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал