6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡышҡа ныҡлы әҙерлек бара
17.10.06


       Электр энергетикаһын реформалаштырыу дауам итә. Илдең 16 төбәге баш энергетик Анатолий Чубайстан "ҡара билдә" алыуына
       ҡарамаҫтан, быны киҫәтеү тип ҡарау дөрөҫөрәктер, моғайын.
       Һәм был алым һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Николай Курапов Б ашҡортостанда йылылыҡ һәм электр энергияһы ҡулланыусыларының ышанысын нығытырға ашыҡты.
       - Ҡыш үткән йылдағы кеүек һалҡын буламы, йылымы - беҙ, һ әр ваҡыттағыса, уға ныҡлы әҙерләнәбеҙ. Алда көткән ҡышта бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булмаясаҡ.
       Төбәк вариантында электр энергетикаһын реформалаштырыу "тимер тәртип" аҫтында үтә. "Башкирэнерго" идара итеүсе компания булып ҡала. Ҡулланыусы иһә һөҙөмтәлә Рәсәйҙә иң түбән тарифтарҙың береһенә, ә бонус сифатында - техник тоташтырыу өсөн иң түбән түләүҙәрҙең береһенә эйә була. Был термин энергетиктарҙың лексиконында 2006 йылда тармаҡ үҫешенең легаль инструментын билдәләү булараҡ барлыҡҡа килде.
       - Хеҙмәтләндереү төрө легалләштерелде - йәғни, яңыса рәсмиләштеү һәм юридик аныҡлыҡ алды. Ошондай үтә күренмәле һәм асыҡ ҡараш һаҡланғанда, коттедждар, йорттар, фирмалар һәм магазиндар, предприятие һәм офистарҙы тоташтырыу ваҡытында селтәрҙәрҙә бөтәбеҙгә лә мәғлүм булған ришүәтселек юҡҡа сығыр тип өмөтләнәбеҙ. Быны беҙ тамырынан ю ҡҡа сығарырға теләйбеҙ, - тип һөйләй Федераль селтәр компанияһының үҫеш буйынса директоры Виктор Прядеин. - Хәйер, бөгөн был хеҙмәтләндереүҙән килгән аҡса төбәктәрҙең электр селтәрен үҫтерергә мөмкин булған берҙән - бер ресурс тип әйтергә мөмкин.
       Энергия системаһының әле тәжрибәһеҙ монополист булараҡ ҡулланыусыларҙы тоташтырыу өсөн ҡайҙан аҡса алырға тип баш в атыуы икенсе мәсьәлә. Селтәрҙәрҙең үткәреү һәләте, трансформаторҙар ҡеүәте күҙлегенән сығып ҡарағанда, селтәр компанияларының резервтары, ғәҙәт буйынса, нулгә тигеҙ. Амортизация түләүҙәре, уларға административ баҫым яһалыуы сәбәпле, булған селтәрҙәрҙе тергеҙеү һәм эшләтеүгә тулыһынса
       тотонолмай.
       Башҡортостандың энергия системаһын имен булмағандар исемлегенә индереү мөмкин түгел, ул үҙен - үҙе аҡлай, шулай ҙа башҡа төбәктәрҙәге кеүек артыҡ киҫкен булмаһа ла,
       тоташтырыуға бәйле проблемалар бар. Аҙмы - күпме, әммә һуңғы йылдарҙа "Башкирэнерго" йыл һайын генерация һәм селтәр хужалығы үҫешенә миллиард һум самаһы инвестицияланы. Һәм шулай ҙа Өфөнөң генә өҫтәмә ҡеүәткә ихтыяжы 100 мегаватҡа тигеҙ, тип билдәләнә. Төҙөлөш бумы әле бер йыл ғын а дауам итмәйәсәк, яңы төҙөлгән күп ҡатлы йорттар бик күп энергия талап итә. Буласаҡ ҡулланыусыларҙың аппетитын түбәндәге миҫал буйынса ла билдәләргә мөмкин.
       - Үткән йылдың апреленән быйылғы йылдың сентябренә тиклем
       ҡулланыусыларҙы электр селтәренә тоташтырыу тураһындағы килешеүҙәр 50 мегаватҡа иҫәп тотоп төҙөлгән. Был, нигеҙҙә,
       төрлө сервис һәм сауҙа үҙәктәре, төҙөлөш ойошмаларына ҡағыла, ә шәхси төҙөүселәргә ни бары 30 мегаватт кәрәк булды . Бынан тыш Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына арналып төҙөлгән, ҙур социаль әһәмиәткә эйә булған объекттарҙы энергия менән тәьмин итеү
       өсөн кәрәкле 184,2 мегаватт өсөн техник шарттар бирелгән, -
       ти Николай Курапов. - Беҙҙең төбәктә билдәләнгән тейешле тү ләү күләме тотош электр һәм йылылыҡ селтәрҙәрен үҫешен түгел, уларға тоташыу мөмкинселеген генә күҙ алдында тота. Иҫәп иҡтисади йәһәттән нигеҙле тип табылды - ул өс меңдән 12, 5 м ең
       һумға тиклем тәшкил итә.
       - Ә башҡа төбәктәрҙә нисек
       - Силәбелә - 16,5 мең һум, Ҡазанда - 19 мең самаһы, Екатеринбургта - 26 мең, Мәскәүҙә - 42 мең, Рәсәй буйынса
       уртаса алғанда, бер мегаватт 20 меңдән артыҡ тора. Баҙарҙың
       ниндәй ориентир биреүен үҙегеҙ иҫәпләгеҙ инде.
       Башҡортостанда электр энергияһын ҡулланыусыларҙы борсорға һәләтле булған берҙән - бер нимә - йыл да ике тапҡы р артҡан торлаҡ баҙары менән күҙгә ташланып торған аналогия. Һәм әгәр ҙә Рәсәй төбәктәренең күпселеге һорау менән файҙаланылған был хеҙмәтләндереүҙең хаҡы даими артыуын күрһәтә икән, күрәҙәсегә барып тороу ҙа кәрәкмәй: тиҙҙән
       тулҡын иң тотороҡло территорияларға ла барып етәсәк. Смит әфәнденең "күҙгә күренмәгән ҡулын" нисек итеп ситкә йүнәлтергә

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал