6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

133 квадрат метр Гран - при алды. Һәм 177 миҙал
17.10.06


       Мәскәүҙә үткән "Алтын көҙ - 2006" күргәҙмәһендә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына арналған стендты беҙҙең делегация Өфөләге Дуҫлыҡ монументын һүрәтләүсе баннер менән биҙәне. Ул шул тиклем сағыу килеп сыҡты, Рәсәйҙең алтынсы агросәнәғәт күргәҙмәһендә беҙҙең экспоненттарҙың иғтибар үҙәгендә
       буласағына шикләнергә урын да ҡалманы. Быға өҫтәп тәмле еҫ аңҡытҡан милли аш - һыу, деликатестар, башҡорт балы, ҡымыҙ ҙ а күргәҙмәгә килеүселәрҙең барыһын да тип әйтерлек башҡорт стенды янына йәлеп итте. Ә унда инде ҡунаҡтарҙы башҡорт сәхнәһе артистары әҙерләгән байрам концерты көтә ине.
       Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары тағы бер тапҡыр үҙҙәренең Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә
       булыуын иҫбатланы. Улар Гран - при, тағы ла 177 ( !) миҙал яуланы, уларҙың 98 - е - алтын. Һәм бындай еңеүҙәр матур йол аға әүерелде тип әйтергә мөмкин, бына инде бер нисә йыл рәтт ән агросәнәғәт комплексы предприятиелары ошонда юғары наградаларға лайыҡ була.
       Хәйер, быға аптырарға тура килмәй, агросәнәғәт комплексыны ң илленән ашыу предприятиеһы әҙерләгән сағыу экспозиция бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Әһәмиәтле форумда Башҡортостандан ун педприятие һөт сәнәғәте, туғыҙы - ит сәнәғәте, бишәүһе - он - ярма, тағы биш предприятие - икмәк бешереүселәр продукцияһы, ике предприятие - ҡошсолоҡ өлкәһе,
       ете предприятие - һыу етештереү продукцияһын тәҡдим итте. Бынан тыш "Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми - тикшеренеү үҙәге" дәүләт учреждениеһы, "Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ғилми - тикшеренеү институты" дәүләт учреждениеһы, күп профилле "Промцент" предприятиеһы, "Алексеевский" совхозы, "Башспирт"
       асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Шихан" һыра - алкоголһеҙ эсемлектәр комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Башҡортостан үләндәре" фирмаһы, Өфөнөң 119 - сы ат заводы һ әм башҡалар ҡатнашты.
       Беҙҙең экспозиция быйыл күргәҙмә майҙанының 133 квадрат метрын биләне. Республика бюджетынан агрофорумда ҡатнашыу өс өн 2,2 миллион һум бүленде. Был аҡса күргәҙмә майҙанын арендалау, ҡорамалдарҙы монтажлау, транспорт сығымдарына өлөшләтә түләүгә тотонолдо.
       Әйткәндәй, Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең стенды Рәсәй ауыл хужалығы министры Алексей Гордеев, Мәскәү ҡалаһы мэры Юрий Лужков, Рәсәйҙең Дә үләт Думаһы депутаттары һәм башҡа бик күптәрҙең иғтибарын йә леп итте.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал