6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Әхлаҡ

Автобус "фольклоры" тураһында
20.01.04


       Ғалимдар иҫәпләп сығарыуынса, американдар үҙ ғүмерҙәренең
       һигеҙ йылын автомобилдә йөрөп үткәрәләр икән. Шуға күрә был
       транспортты комфортлы итер өсөн барыһын да эшләйҙәр улар. И ҫәпләүҙәрем буйынса мин дә сама менән аҙнаһына биш сәғәт тир әһе ваҡытымды йәмәғәт транспортында уҙғарам. Хәҙер инде ҡай һы бер водителдәрҙе елкәһенә ҡарап таныйым тиһәм дә яңылышма ҫмын, моғайын. Ә инде салондарға килгәндә -- төрлө мөйөштәр ҙә йәбештерелгән "һүҙ сәнғәтенә" ҡарап айыра башланым.
       Был һөйләмдәргә ҡарап, уларға ла баҙар еле ҡағылғанлығын
       асыҡ тояһың. Мәҫәлән, "Ҡуяндарҙы ултыртып йөрөтмәйем", "Түл ә лә тыныс йоҡла", "Хәйриә менән шөғөлләнмәйем", "Куликов һу ғышында ҡатнашыусылар ғына бушлай йөрөү хоҡуғына эйә".
       Водителдәр ҙә оҙон - оҙаҡ һуҙып тормай: " Аҙ һора, ҡыҫҡа
       һөйлә, тиҙ сыҡ". Ҡыҙыҡ, йәмәғәт транспорты руле артында улт ырған кешенән нимә һорарға була инде. Магнитофон тауышын кәм етеүен генә һорамағанда. Юғиһә "Владимирский централ" йыры м инең аңыма Өфө водителдәренең гимны булып ишетелә башланы. Б ыл осраҡҡа тап килгән яҙыу ҙа бар: "Ҡысҡырыбыраҡ һөйләгеҙ - водитель һаңғырау". Артыҡ ҡыумаҫҡа тәҡдим итергә лә була инд е. Ҡурҡыныс бит. Тимәк, "Баш бәреү өсөн урын" һеҙҙең өсөн.
       Водителдәр айырыуса ҡатын - ҡыҙҙарҙы яратыуҙарын йәшерм әй. "Ҡыҙҙар, бында һикерегеҙ!" тип ҡысҡыра "Газелдә" бер яҙы у. Икенсе бер водитель алдағы ике урынға "Ҡыҙҙар өсөн генә" тип яҙырға ла онотмаған.

Эльвира Ғәниева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал