6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Халыҡ һәм әҙәбиәт алдында намыҫлы булды
13.10.06


       Әсхәт Мәсәғүт улы Мирзаһитов 1928 йылдың 13 октябрендә Туймазы районының Бикмәт ауылында донъяға килә.
       Яҡташтары һуңынан крәҫтиән улы Әсхәтте кем тип атарға белмәйенсә баш ватасаҡ: шағирмы ул, артисмы, яҙыусымы әллә драматургмы, республиканың йәмәғәт эшмәкәреме Хәйер, былар барыһы ла дөрөҫлөккә тап килә.
       Иртә етем ҡалған Әсхәт Ҡандрала оләсәһендә тәрбиәләнә һәм
       уны "инәкәй" тип атай. Был ғәжәйеп ҡатын ейәненә әхлаҡлылыҡ һәм аҡыл дәрестәрен биреүсе тәүге кеше була.
       1945 йылдың Еңеү көнөндә Әсхәт Мирзаһитов үҙенең тәүге шиғырын район гәзитендә баҫып сығара. Һуңынан да, колхоз эшенән буш ваҡытта, шиғырҙар яҙыуын дауам итә.
       Ә уға тиклем, 1944 йылда, Әсхәт "Йәш партизан" исемле тәү ге пьесаһын яҙа, ул мәктәптең драма түңәрәгендә сәхнәләштере лә. Шуға күрә егет юҡҡа ғына Башҡорт театр училищеһына уҡыр ға инмәгәндер, тип уйларға ҡала. Уны тамамлағандан һуң Йомағуж а һәм Ауырғазы колхоз - совхоз театрҙарында актер һәм режисс ер булып эшләй. Өс йыл дауамында Мәскәү янында армия хеҙмәтендә булып ҡайта.
       Армиянан һуң Әсхәт Мирзаһитов Башҡорт дәүләт драма театрының ( бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры) әҙәбиәт бүлегенә етәкселек итә, "Ҡыҙыл таң" гәзите журналисы, "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзының партбюро секретары, һуңынан идара рәйесе булып эшләй.
       Был осор драматургтың әүҙем ижади эшмәкәрлек ваҡыты була . Театр сәхнәһендә уның "Әсәйемдең сал сәстәре", "Күршеләр",
       "Ҡуйындағы йылан", "Сәскә баҡсаһы", "Һалдат улы", "Әсәләр көтәләр улдарын" пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр бара . "Әсәләр көтәләр улдарын" спектакле өсөн драматург 1976 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ була.
       Спектакль йәмәғәтселектең ҙур ҡыҙыҡһыныуын һәм юғары
       баһаны Бөйөк Ватан һуғышына арналыуы менән генә яуламай.
       Уның үҙенсәлеге масштаблылыҡ, әҙәби нигеҙенең күп планлылығы, ауыр физик һәм әхлаҡи һынауҙарға дусар ителгән геройҙарҙың ихтыяр көсөн ышандырып һүрәтләүгә ҡайтып ҡала.
       СССР - ҙың халыҡ артисткалары Зәйтүнә Бикбулатова һәм Гөлли Мөбәрәкова ҡатнашлығында "Әсәләр көтәләр улдарын"
       спектаклен күрә алмаусылар өсөн уның йөкмәткеһе хаҡында бер
       нисә һүҙ. ... Ауыл буйлап хәбәр тарала: фронтовик Тайфурҙы
       үҙенең дуҫы Яхъяның һәләк булыуында ғәйепләйҙәр. Барыһы ла - шул иҫәптән Яхъяның әсәһе Бибисара ла быға ышана. Ысынбарлыҡ иһә бөтөнләй икенсе төрлө: Тайфур түгел, ә Яхъя дуҫын яу яланында ҡалдырып ҡаса, ул ғына ла түгел, дошман яғына сығырға маташа һәм шул арҡала үҙ иптәштәре ҡулынан атып үлтерелә. Ауыр дөрөҫлөктө Яхъяның әсәһе күтәрә алмаҫын аңлаған Тайфур 30 йыл буйына был серҙе йөрәгендә
       һаҡлай. Һәм алда көтөлмәгән боролош: хыянатсының тере булыуы һәм үҙен көтөүе ихтимал булған язанан ҡурҡып, тыуған яғына ҡайтмай йөрөүе асыҡлана. Көтөлмәгәнлек, ғөмүмән, Әсхәт
       Мирзаһитовтың драматургияһы өсөн хас күренеш. Әммә уларҙы автор сюжетҡа иғтибар йәлеп итеү өсөн түгел, ә теге йәки был проблеманы төрлө әхлаҡи - психологик позициянан тороп яҡтыртыу өсөн файҙалана. Пьесаның финалы тетрәндергес: һәләк
       булған һалдаттарҙың әсәләре улдарының үҙ ғүмерен тыуған
       еренең азатлығы өсөн биреүҙәрен белеүҙән көс алып йәшәй, ә тере ҡалған хыянатсының әсәһе өмөтһөҙлөккә бирелеп, бер яңғыҙы ҡалып вафат була...
       Йәмәғәт эшмәкәрлеге драматург Мирзаһитовтың күп ваҡытын һәм көсөн алыуы йәл, әлбиттә. Мәкерле ауырыу ҙа уны иртә аяҡтан йыға.
       Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филиппов яҙыусы тураһында йылы иҫтәлектәр һаҡлай: " Әсхәт Мирзаһитов менән мине күп нимә бәйләй. Әле мәктәптә уҡығанда, ул бер юлы артист та, Йомағужа колхоз - совхоз театры директоры ла булғ ан ваҡытта уҡ уның спектаклдәренә йыш йөрөй торғайным.
       Йәш, сибәр, бик ихлас кеше Әсхәт Мәсәғүт улы ул йылдарҙа минең "Ударник" гәзитендә баҫылып сыҡҡан шиғырыма иғтибар ит мәгәндер, моғайын. Әммә һуңынан, уның менән Өфөлә осрашҡас, беҙҙе оҙайлы йылдар буйына дуҫтарса мөнәсәбәттән тыш Башҡортостандың Яҙыусылар союзында бергә эшләү ҙә бәйләне.
       Уның менән эшләүе бик ҡыҙыҡлы булды, ул Башҡортостандың ә ҙәби тормошо хаҡында һәр ваҡыт хәбәрҙар ине. Асыҡ холҡо, һөйләшеү һәм баһалауҙарҙағы ихласлығы арҡаһында ул бәғзе берәүҙәрҙең күңеленә ятмағандыр ҙа, бәлки. Әммә беҙ, уның иптәштәре, ижадҡа баһа биреүен дә, кешелек сифаттарын да юғары баһаланыҡ.
       Йәмәғәт эшмәкәрлеге уның бик күп ваҡытын алды. Ҡайһы ваҡыт
       төрлө саралар араһындағы тәнәфестә ул яҙышырға ваҡыты ҡалмауына зарлана ине. Һәм йылмайып былай тип өҫтәй: "Бына
       пенсияға сығып йәмәғәт эштәренән ситләшһәм, ижад менән ныҡлап шөғөлләнергә лә мөмкин буласаҡ. Пландарым да бар".
       Ысынлап та Әсхәт Мирзаһитовтың таланттарын һанап бөтөрөү мөмкин түгел. Михаил Шолоховтың инсценировкаһын, Виктор
       Гюго, күп кенә урыҫ һәм сит ил драматургтарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеүе тураһында бик аҙҙар белә. Үҙенең пьесалары, үҙ сиратында, урыҫ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде, Европа телдәрендә лә баҫылды.
       Мирзаһитов үҙенең тормошҡа ҡарашын түбәндәге һүҙҙәре
       сағылдыра: "Иң мөһиме - тормош һәм әҙәбиәт алдында намыҫлы булыу, йәмғиәткә һәм халыҡҡа тоғролоҡ һаҡлау: ауыртмай икән - ҡысҡырма, һүҙ өлгөрөп етмәһә - уны ҡысҡырып әйтергә ашыҡма , булмаған проблеманы уйлап сығарма, бар икән - бар тауышыңа ҡысҡырып әйт. Үҙ тауышың менән йырла - бына был минең девизым".
       Рубриканың бөгөнгө геройы 1989 йылдың 24 ноябрендә вафат була. Өфөлә, Карл Маркс урамындағы ул йәшәгән һәм эшләгән 83 - сө һанлы йортта иҫтәлекле мемориаль таҡта ҡуйылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал