6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Бер союз рецептары
13.10.06


       Бөгөн үткән "Профсоюздар һәм урындағы власть" ғилми - ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар хеҙмәтсәндәр мәнфәғәтен яҡлап, "айыылғыһыҙ һәм мәңге хеҙмәттәшлек итеү" тураһында һүҙ алып барҙы. Был мәғәнәлә һуңғы йылдарҙа төбәк власы менән бик тығыҙ контакт булдырған республика
       Профсоюздар федерацияһының тәжрибәһе ҡыҙыҡһыныуға лайыҡ. Хе ҙмәт ҡануниәтендәге үҙгәрештәр йәки хеҙмәтсән халыҡ мәнфәғәтенә ҡағылышлы ҡарар бер ваҡытта ла өс яҡлы комиссия ҡатнашлығынан тыш ҡабул ителмәй.
       Урындағы власть - икенсе мәсьәлә. Урындағы үҙидара реформаһы яңыраҡ ҡына башланды. Нисек итеп бер - береңдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға - профсоюздар һәм урындағы власть үҫешкән илдәр тәжрибәһен һәм федераль кимәлдә
       хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуғын һаҡлаусылар менән үҙ - ара эшмәкәрлек моделдәрен өйрәнә. Әгәр ике яҡ ( өсәү булһа тағы
       ла яҡшыраҡ - эш биреүсе өҫтәлә) бер маҡсат - халыҡтың социа ль именлеген нығытыу өсөн берләшә икән, бынан уларҙың һәр береһе отасаҡ. Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Ленара Иванова, БР
       Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты ректоры, профессор Ғәли Ғәлиев, БР Президенты эргәһендәге Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ
       академияһының кафедра мөдире, философия фәндәре кандидаты Илшат Рысаев һәм БР Профсоюздар федерацияһының ойо штороу бүлеге мөдире Илһам Мәсәлимов ҡатнашлығында журналистар менән осрашыу үткәрелде.
       Конференцияла ҡатнашыусыларҙың 2005 - 2006 йылдарҙа Башҡортостанда профсоюздарҙың йәмғиәттең социаль институттары һәм урындағы үҙидара органдарының береһе булараҡ, үҙ - ара йоғонто яһау мәсьәләләре буйынса үткәрелгә н социологик тикшереүҙәргә йомғаҡ яһарға йыйыныуы иғтибарға
       лайыҡлы. Проект етәксеһе Ғәли Ғәлиев билдәләүенсә, мониторинг объекттары сифатында БР Дәүләт Йыйылышы, район һәм ҡала советтары депутаттары, ҡала һәм район хакимиәттәре, төрлө предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре сығыш яһай. Өфөлә, Салауатта, Октябрьскийҙа, Туймазыла, Яңауылда, Учалыла, Стәрлетамаҡ һәм Белорет райондарында 300 - ҙән ашыу кешенән
       ошо темаға интервью алына.
       Конференция бөтә Рәсәй киңлегендә уникаль белем биреү учреждениеһы булып танылған Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты базаһында үтә. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырмалы рәүештә, Башҡортостанда социаль проблемаларҙы өйрәнеү буйынса ҙур тикшеренеү үҙәген һаҡлап ҡалыуға, йөҙәрләгән профсоюз лидерын әҙерләп сығарыуға өлгәшелгән. Республика профсоюздары үҙҙәренең иң ҙ ө° ҡаҙанышы тип халыҡтың ышаныс индексы өс тапҡыр артыуын бе лдерә - һуңғы ун йылда был күрһәткес 10 проценттан 32 процентҡа еткән. Һәм профсоюз эшмәкәрлегенең һөҙөмтәле булыуын иҫбатлаусы икенсе дәлил тип Ленара Иванова коллектив
       договорҙар булдырылған предприятиелар һанын билдәләй - 92 процент.
       Конференцияла ҡатнашыусыларҙың географияһы ярайһы уҡ бай. Унда республика ғалимдары ла, тикшереүселәр ҙә, Мәскәүҙән һәм сит илдәрҙән килгән практиктар ҙа бар.
       - Көнбайыш ( айырыуса Гемания өсөн) профсоюздар һәм урындағы власть партнерлығы артыҡ актуаль түгел, - ти Илшат Рысаев. - Европа профсоюздарына беҙҙәге кеүек яуаплылыҡ йөкләтелмәй, уларҙың стратегияһы берәү - социаль кимәлдәге
       мониторинг.
       Халыҡ - ара конференция, һис һүҙһеҙ, профсоюздар һәм урындағы власть, урындағы үҙидара реформаһы шарттарында социаль партнерлыҡтың норматив - хоҡуҡи базаһын
       камиллаштырыу, социаль институттарҙың социаль - иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүгә индергән роле һ. б. һорауҙарҙы энәһенән - ебенә тиклем тикшерәсәк.
       Әммә журналистар менән осрашыу ваҡытында Ленара Иванова һ әм Ғәли Ғәлиев бер нимә тураһында ғына борсолоу белдерҙе, ул да булһа төбәктә профсоюз моделдәренең ярайһы уҡ тығыҙ сиктәргә ҡуйылыуы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал