6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ғүмер - баһалап бөтөргөһөҙ бүләк...
13.10.06


       Ер йөҙөндә йәшәүсе миллион кешенең 60 - 200 - ө йыл һайын
       хроник бөйөр ауырыуының терминаль стадияһы үҫешенә бәйле
       бөйөр терапияһына мохтажлыҡ кисерә. Бының өс алымы бар - хроник гемодиализ, перитонеаль диализ, трансплантация. Тәүге икәүһе бөйөр функцияларын алмаштырыу ысулы булып тора.
       Әммә бының өсөн пациенттар аҙнаһына ике - өс тапҡыр гемодиализ процедураһын үтеү өсөн махсуслаштырылған клиникаға йөрөргә йәки амбулаторияла асептик шарттарҙа перитонеаль диализ сеансы үтергә мәжбүр.
       Медицина технологияларының даими камиллаштырылыуына
       ҡарамайынса, ауырыуҙың ғүмер сифатын һәм оҙайлылығын һиҙелерлек кәметеүсе күп төрлө кире һөҙөмтәләр ҙә етерлек. Бындай пациенттар өсөн, һис һүҙһеҙ, бөйөрҙө күсереп ултыртыу
       иң яҡшы юл булып тора. Сөнки шул ваҡытта ғына улар өсөн
       тулы ҡанлы һәм әүҙем тормош алып барыу мөмкинселеге тыуа.
       Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Америкала бер миллио н кешегә 52 бөйөрҙө трансплантациялау операцияһы, Европала - 27, Рәсәй территорияһында - өс операция тура килә. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бөйөрө күсереп ултыртылған 79 пациент күҙәтелә, уларҙың һигеҙе - балалар. Бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса тәүге операция беҙҙә 10 йыл элек үткәрелә. Унан һуң тағы 94 ошондай уҡ операция эшләнгән.
       Былар барыһы ла яңы иммуносупрессив препараттар барлыҡҡа килеүе һәм операция техникаһының камиллаштырылыуы арҡаһында тормошҡа ашырыла. Пациенттар гемодиализдағы ауырыуҙар менән сағыштырғанда, тулы ҡанлы тормош менән
       йәшәү мөмкинселегенә эйә була.
       Артабан трансплантаттың функцияларын яҡшы килеш һаҡлау
       айырыуса мөһим, бының өсөн препараттар ҡабул итеү һәм сәләмәт тормош алып барыу ҡағиҙәләрен һаҡлау мотлаҡ.
       Пациенттар ҡабул иткән препараттар - организмдың айырып сығарыу реакцияһын баҫа. Уларҙы ҡабул итеүҙе врачтар ҙа, пациент та ҡаты контролдә тоторға тейеш. Трансплантациянан һуң ниндәй тормош алып барыу тураһында тулы рекомендация
       биреү өсөн "Рәсәй диализ йәмғәте" "Тормош - баһалап бөткөһө ҙ бүләк" мәктәптәрен ойоштора. Улар бөйөр трансплантацияһы аша үтеүселәр, уларҙың туғандары, шулай уҡ был операцияға әҙерләнеүселәр өсөн үткәрелә. Проекттың маҡсаты - пациент ғүмерен мөмкин тиклем оҙайтыу. Был мәктәптәрҙең береһе Өфөлә, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауахана базаһында үтте.
       Проект органды трансплантациялау аша үткән пациенттарҙың бөгөнгө иммуносупрессив терапия мөмкинселектәре һәм алымдары, шулай уҡ операциянан һуңғы тормош ҡағиҙәләре тураһындағы белемен арттырыуға, врачтарға был ауырыуҙарҙы уңышлы дауалау һәм күҙәтеүгә булышлыҡ итә.
       Мәскәүҙә һәм алдынғы төбәк үҙәктәрендә эшләүсе врач - трансплантологтарҙың фекеренсә, "Тормош - баһалап бөткөһөҙ бүләк" проектын тормошҡа ашырыу организмдың транплантантты ҡ абул итмәү осраҡтарын кәметеү, өҫтәмә диализ урындарын бушатыу, трансплантантты юғалтыу һәм үлем осраҡтарын кәметеү һәм, эҙемтә булараҡ, пацинеттарҙың трансплантациянан
       һуңғы ғүмерен оҙайтыу мөмкинселеген бирә.
       Был проект үткән йылда стартҡа баҫты һәм йылдың иң яҡшы социаль проекты булараҡ Платина унцияһы менән наградланды.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал