6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Уларҙы яҡты киләсәк көтә
13.10.06


       Бөгөн юғары йәки урта белем биреү учреждениеһында бюджет нигеҙендә белем алыу "күктән төшкән байлыҡҡа" тиң. Был осраҡта студент ниндәйҙер кимәлдә матди йәһәттән яҡлау таба.
       Ул уҡыуы өсөн түләмәй, дәүләт уның тураһында хәстәрлек күрә , стипендия түләй. 25 йыл элек мин бөтә Башҡортостанға берәү булған университетта уҡығанда, иң ялҡау студент ҡына
       стипендия алмағандыр, моғайын. Хәҙер замандар үҙгәрҙе. Бөгөнгө ысынбарлыҡ ҡаты шарттарын алға ҡуя. Үҙенең матди хәлен ( корпустар, аудиториялар, дөйөм ятаҡтарҙы ремонтлау, профессор - уҡытыусылар составының окладын бер аҙ арттырыу) нисек булһа ла яҡшыртыу өсөн вуз һәм ссуздар түләүле уҡытыу
       ойошторорға мәжбүр. Был осраҡта инде стипендия тураһында бөтөнләйгә оноторға тура килә.
       Ләкин стипендияларҙың да төрлөһө бар. Әйтәйек, яҡшы уҡыға н өсөн вуз стипендия түләй, һәм, мәҫәлән, Владимир Путин йәк и Мортаза Рәхимов булдырған исемле стипендиялар бар. Уны тапшырыу тантанаһы алдынан номинанттың тубыҡтары нисек ҡалтырауын һәм тирләгән устарын һөртөргә күпме ҡулъяулыҡ китеүен күҙ алдыма килтерәм. Эйе, дәүләттең иң хөрмәтле
       кешеһенең ҡулынан награда алыу һәр кемдең өлөшөнә төшмәй, б ының өсөн ысын аҡыл эйәһе булырға кәрәктер, моғайын...
       Башҡорт профсоюздары тәғәйенләгән махсус стипендияларға бәйле эш икенсерәк тора. Бында белем кимәле беренсе урынға ҡуйылмай, хәйер, "өслөгә" уҡыусы бер ҡасан да наградаға лайы ҡ булмаясаҡ. Иң мөһиме, студенттың уҡыу йортоноң тормошонда әүҙем тормош позицияһы биләүе: университет, факультет һәм үҙ
       төркөмөнөң тормошонда һөҙөмтәле ҡатнашыуы.
       Был йүнәлештә 1998 йылда студент алған төп стипендияға өҫтәп үҙенең исемле стипендияһын булдырған Башҡорт республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы башҡа рескомдар араһында байтаҡҡа алда бара.
       Шулай итеп, стипендиаттар тураһында. Һәр урта медицина учреждениеһы берәр номинант, Башҡорт дәүләт медицина университетының һәр бер факультетынан ( дауалау, педиатрия, стоматология һ. б.) тағы берәр кеше тәҡдим ителә. Профсоюз стипендиаттары тураһындағы положениела дәғүә итеүселәрҙең йәш сиктәре аныҡ билдәләнгән. Ябай медицина хеҙмәткәренең
       взностарын һуңғы курс студентына тотонғансы, яңы уҡырға
       килеүсегә ярҙам итеү дөрөҫөрәк булыуы менән килешәһегеҙҙер.
       Алда әйтелеүенсә, стипендиаттарҙың иң күп һанлы армияһын
       БДМУ тәҡдим итте: Хафизов Марсель - педиатрия факультеты студенты, Шәйхлималов Раил - стоматология факультеты, Харисова Рената - дауалау факультеты һәм Мортазина Индира - буласаҡ фармацевт.
       Дәғүә итеүселәрҙең әүҙемлеге хайран ҡалдыра. Күҙҙәрҙә оптимизм уты яна, энтузиазм сиктән ашҡан, ҡулдарынан бар эш  тә килә. Вуз ветерандары советы үткәргән Ололар көнөндә мин кемде күргән тип уйлайһығыҙ Яңы барлыҡҡа килгән профсоюз стипендиаты Марсель Хафизовты. Ул гардеробта үҙе белем алған
       уҡыу йортоноң элекке педагогтарын хөрмәтләп, уларға пальтоларын алып бирә, кейергә ярҙам итә ине. Марсель миңә райкомда эшләгән ваҡытта күп күрергә тура килгән комсомол активистарын хәтерләтте...
       Егет профкомда ике йыл әүҙем эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Бер эштән дә ҡурҡып тормай: "Студент яҙы", КВН - дар ойоштороу, төнгө клубта яңы йыл кисәһе үткәреү һәм башҡалар . Уҡырға ла ( зачеткаһында тик яҡшы билдәләр генә), күңел ас ырға ла өлгөрә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, сәләмәтлеге тураһы нда
       ла ҡайғырта.
       Университет стипендияһы - 800 һум, быға намыҫлы эшләп алынған профсоюз "гранты" - 1500 һум - өҫтәлә. Бөгөнгө көн Фигароһы уҡыуына ҡамасаулыҡ килтермәйенсә, бер төҙөлөш
       фирмаһында эшләргә лә өлгөрә. Йәғни, дипломдар тапшырыу тантанаһына кейгән костюмы ата - әсәһенең янсығына бер ҙә
       "һуҡмаған".
       Был Ишембай егетен ҙур киләсәк көтә. Ул - бер нимәгә лә битараф түгел, әүҙем тормош позицияһын һаҡлай. Иң мөһиме - уның еңеүгә ынтылышы бар. Һәм ҡартайған көнөмдә уны минздрав башлығы йәки юғары профсоюз етәксеһе итеп күрһәм, б ер ҙә аптырамаясаҡмын...

Ғәлиә Әбдрәшитова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал