6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Уҫал Сидякин тешләшә
12.10.06


       "Салауат Юлаевтың" Магнитогорск ҡалаһында үткән күсмә матчына барғанда, мин Өфө командаһының еңеүенә артыҡ иҫәп тотманым. "Металлург" бер нисә отошһоҙ матчтан һуң үҙ
       тамашасыларының күҙ алдында ҡон ҡайтарырға тейеш ине. Магнитогорск клубының етәкселеге уңыш ҡаҙаныр өсөн мөмкин
       булғандың барыһын да эшләр, моғайын, һәм "Салауат Юлаевҡа" йыш ҡына (бәлки осрашыуҙың күп өлөшөндөр) аҙсылыҡта уйнарға тура килер кеүек ине...
       Дөйөм алғанда, мин артыҡ хыялға бирелмәнем һәм үҙ алдыма ике маҡсат ҡуйҙым. Тәүгеһе: судьяны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа
       һәм "енәйәтсене" гәзит биттәрендә "язаларға". Икенсеһе - Михалев мотлаҡ уйынға индерәсәк Александр Кучерявенконың уйынын күҙәтергә.
       Судья эшмәкәрлегенә килгәндә, мин бер аҙҙан хаталаныуымды
       аңланым. Блокнотҡа бер генә һөйләм яҙып ҡуйҙым һәм шуның менән дәғүәләр тамамланды. Арбитрҙың бөтә ҡарарҙары менән
       дә тип әйтерлек килештем. Судьяның эшенән күптән бындай ҡәнәғәтләнеү кисергәнем юҡ ине.
       Ә бына икенсе күҙаллауым тормошҡа ашты - "Кучерявенко боҙға сыҡһа, бәлә көт".
       Был уйынсының боҙҙа пәйҙә булыуы "юлаевсы" Тарасовтың ҡапҡаһына гол индереү менән тамамланды. Александр һаҡсыны ҡаплап өлгөрмәне һәм Денис Абдуллинды ҡапҡа яғына үткәрҙе.
       Хужалар иҫәпте асты - 1 : 0.
       Кучерявенко артабан боҙ өҫтөнә сыҡҡан һайын ҡаршы команда
       көйәрмәндәренең күҙҙәрендә өмөт уты балҡыны, әммә был кистә ул башҡаса "төп герой" була алманы. Командалар бик йыш
       тигеҙ булмаған составта уйнаны, ә дүртенсе звено хоккейсыла ры, бәхеткә ҡаршы, беҙҙең баш тренерҙың махсус бригадалары составына инмәй.
       Әсе шаярыу кеүек яңғырар, моғайын, әммә Михалев был йәш экс - "спартаковсыны", бәлки, составҡа махсус рәүештә, "Салауат Юлаев" гол үткәрһен һәм ҡыйын хәлдән сығырға тырышып, уйнарға өйрәнһен өсөн индерәлер. Иң мөһиме - был егет Өфө командаһының әлегә тиклем бер мәрәй ҙә йыймаған берҙән - бер форварды булып ҡала ( составҡа йыш үтеүселәр араһында).
       Әммә уйынға әйләнеп ҡайтайыҡ. Өфөлөләр үҙ хатаһын тәүге тапҡыр ғына төҙәтмәй, шуға күрә бер шайбаға айырманы улар тиҙ арала юҡҡа сығарҙы. Башта күпселекте файҙаланып Сидякин бына тигән гол индерҙе, артабан тигеҙ составта Микеска үҙене ң гонорарын бушҡа алмауын күрһәтте - 2 : 1.
       Хужалар үҙ майҙандарында рәттән өсөнсө матчта еңелергә теләмәй, әлбиттә. Һәм бына уларҙың хыялдарын Варламов тормошҡа ашыра - 2 : 2.
       Икенсе период шул уҡ Варламовтың хатаһынан башланды. Уны уйындан сығарыуҙы элекке "металлург" Бойков гол менән билдәләне. Сидякин шайбаны "пятакка" бик оҫта итеп тапшырҙы һәм унда атылып барып ингән Александр Канада голкиперы
       Скотҡа бер өмөт тә ҡалдырманы. "Юлаевсылар" еңде - 3 : 2 - мин быны көтмәгәйнем.
       Матчтан һуң мин Андрей Сидякинға
       - Ну, һин бөгөн маладис! - тинем.
       - Асыуҙы ҡабарттылар, - тип яуапланы форвард.
       Клубта исмаһам бер кеше спортсыларса асыулана белә, был
       ауырыу йоғошло булһа ни тиер инең дә бит.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал