6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ҡорбандар исемлегенә инмәйек!
12.10.06


       Быйылғы йылдың һигеҙ айында Башҡортостанда 1663 кеше
       сысҡан биҙгәге менән ауырыған. Туғыҙ осраҡ үлем менән
       тамамланған. Ауырыу кимәле 2005 йыл күрһәткесенән 2,3 тапҡыр юғарыраҡ: ә зарарланыу ихтималлығының иң юғары нөктәһе көҙгө - ҡышҡы айҙарға тура килә. Геморрагик биҙгәк Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә оператив кәңәшмә
       үткәреү өсөн сәбәп булып торҙо.
       Беҙҙең республика өсөн был проблема айырыуса көнүҙәк. Инфекцияны төп таратыусы - ҡыр сысҡаны булыуы билдәле. Ул, ғәҙәттә, йүкә урманында йәшәй: Рәсәйҙә йүкә урмандарының өстән ике өлөшө Башҡортостан территорияһында үҫә.
       Быйыл ауырыусыларҙың яртыһы тип әйтерлек "сысҡанды" урманға шешлек ҡурырға, турпоходҡа, еләк - бәшмәк йыйырға
       йәки утын әҙерләргә барғанда эләктергән, 20 процент тирәһе һунар йәки балыҡ тотоу ваҡытында, ун проценты коллектив баҡсаларҙа, шул тиклем үк - шәхси хужалыҡта ауыл хужалығы эштәре менән шөғөлләнгәндә зарарланған.
       Геморрагик биҙгәк менән ғәҙәттә 20 - 50 йәштәгеләр сирләй ,
       уларҙың 70 процент тирәһе - ир - аттар.
       Зарарланыу осраҡтарының яртыһы йола буйынса Өфөлә һәм баш ҡалаға яҡын урынлашҡан Өфө, Благовещен, Иглин, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Шишмә райондарында күҙәтелә. БР буйынса төп дәүләт санитар врачы урынбаҫары Нәсимә Кусимова әйтеүенсә, быйыл тәбиғәт сығанаҡтарында үткәрелгән зоологик иҫәпләүҙәр ҡыр сысҡаны һанының күплеген дәлилләй. Кимереүселәр популяцияһының артабанғы үҫеше Иглин, Мишкә, Ку шнаренко, Ғафури, Өфө, Благовещен, Бөрө райондарында көтөлә.
       Геморрагик биҙгәктән вакцина булмауы сәбәпле, ауырыуҙы иҫкәртеүҙең төп алымы - инфекция таратҡан кимереүселәрҙе юҡ итеү. Был маҡсатҡа средство республика һәм урындағы бюджеттарҙан, шулай уҡ предприятие һәм ойошмаларҙан бүленә. Дератизация парктарҙа, скверҙарҙа, зыяраттарҙа, сүплектәрҙә,
       шифахана һәм һауыҡтырыу учреждениелары, кооператив гараждар, коллектив баҡсалар тирәһендә үткәрелә. Аҙыҡ - түле к сәнәғәте, белем биреү һәм һауыҡтырыу учреждениеларында дератизация ай һайын үткәрелә.
       Геморрагик биҙгәк - ауыр вирус ауырыуы. Медиктар был инфекция ҡорбандары исемлегенә эләкмәҫ өсөн шәхси гигиена
       һәм хәүефһеҙлектең элементар ҡағиҙәләрен күҙәтеү мотлаҡ булыуын хәтергә төшөрә. Урманда ял итеү өсөн асыҡ яланды һайлау яҡшыраҡ. Ергә ултырмауығыҙ хәйерле, түшәргә әйбер алығыҙ. Алып килгән аҙыҡ - түлекте ер өҫтөндә ҡалдырмағыҙ. Ҡулдарҙы ашар алдынан ғына түгел, тәмәке тоҡандырыр алдынан да йыуығыҙ. Бәшмәк, еләк - емеш йәки утын артынан урманға килгәндә ауыҙ - морондо марля йәки яулыҡ менән ҡаплау кәрәк.
       Бесән кәбәне эсендә йоҡлай күрмәгеҙ! Шәхси ихатағыҙҙа, баҡс а участкаларында тәртип һаҡлағыҙ: сысҡандар сүпле урындарҙа
       ояларға ярата, аҙыҡ ҡалдыҡтары ла уларҙы ылыҡтыра. Ваҡыты менән тәпе ҡуйырға иренмәгеҙ. Баҡсала бейәләй кейеп эшләү мотлаҡ. Участкала эшләгәндә кейгән кейемде, шулай уҡ
       инвентарҙе өйгә индереү кәрәкмәй. Йәшелсә һәм емештәрҙе ашар алдынан ҡайнаған һыу менән йыуығыҙ.
       Сысҡан биҙгәге менән ауырыу ике - өс йыл һайын көсәйә. Һуңғы ун йылда ул 1997 йылға тура килде: ул ваҡытта ауырыу республиканың туғыҙ мең кешеһен аяҡтан йыҡты, 34 кеше вафат булды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал