6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәғәнә формалары

Фәтхлислам Тоҡомбәтов: "Бар ҡоралым - закон һәм ғәҙеллек!"
12.10.06


       Судтар аша үтеп, "иң юғары начальникка" етеп тә ғәҙеллек таб а алмаусылар өсөн был иң һуңғы өмөт баҫҡысы. Башҡортостан Республикаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный вазифаһында Фәтхлислам Тоҡомбәтов ике йылдан аҙыраҡ эшләй, Б ашҡортостанда был вазифа тарихында ул - икенсе. Ә республикала омбудсмен посы барлыҡҡа килеүенә тиҙҙән ун йыл тула. Был ҡабул ителеү өсөн алдан яҙылырға кәрәк булмаған
       берҙән - бер урын - зарланырға килеүселәр барыһы ла "тере" сиратҡа баҫа. Был ваҡыт эсендә Благовещен ваҡиғалары ла, гражданлыҡ протесы акциялары ла, льготаларҙы аҡса менән алмаштырыу ҙа булды... Журналистка һәм хоҡуҡ һаҡсыһы Анна
       Политковскаяны үлтереүҙәренә ҡарата Фәтхлислам Ғәйнислам улы кире ҡарашта һәм ул заказсылар һәм башҡарыусылар
       табылыр, тип өмөтләнеүен белдерә.
       - Хоҡуҡ һаҡсылары булараҡ беҙҙең эшмәкәрлек - төрлө кимәл чиновниктарының битарафлығы менән йөҙгә - йөҙ ҡалыусылар өсөн һуңғы өмөт утрауы ролен үтәү. Минеңсә, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иркен боҙоуға булышлыҡ итеүсе бер нисә сәбәп бар. Был енәйәтселектең ярайһы уҡ юғары кимәле, суд системаһын репрессив орган тип ҡабул итеү һәм судҡа һәм ул ҡабул иткән ҡарарҙарҙың законлылығына ышанмау, граждандарҙың хоҡуҡи белемһеҙлеге, шулай уҡ "башҡарма власть, урындағы үҙидара органдары, ведомстволар, хужалыҡ субъекттары һәм уларҙың вазифалы кешеләренең кеше хоҡуғын һа ҡлау өлкәһендәге закондарҙы тейешенсә үтәмәүе".
       - Һуңғы ваҡытта һеҙгә кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙың ниндәй осраҡтары менән мөрәжәғәт итәләр
       - Ниндәй һорау менән генә килмәйҙәр. Һуңғы туғыҙ айҙа ғын а өс меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итте. 2005 йыл буйынса йыл докладында билдәләнгән бөтә мәсьәләләр ҙә тип әйтерлек хәл ителеүен әйтә алам.
       - Тимәк, ҡайҙалыр "үле нөктәләр" ҙә бар
       - Хәл ителмәгән мәсьәләләр юҡ. Әммә, мәҫәлән, ваҡытлыса тотоу изоляторҙарын донъя һәм Европа стандарттарына тап
       килтереү кеүек глобаль мәсьәләләр ҙә бар. Шуға күрә бына күптән түгел Мәләүез холоҡ төҙәтеү учреждениеһында булған
       кеүек коллизия барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, яҙма мөрәжәғәттәрҙең
       яртыһы тип әйтерлек йә хөкөм ителгән, йә ғәйепләнеүсе йәки шик аҫтында булыусы кешеләрҙән килә. Белеүегеҙсә, законға
       ярашлы, Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйға мөрәжәғәт и теү алдынан һәр бер мәсьәлә административ йәки суд тәртибендә ҡаралырға тейеш. Әммә мин барыһын да аңлайым, һәм ғаризаны шунда уҡ ҡабул иткән осраҡтар ҙа була.
       Йышыраҡ юлда булам, республиканың ҡала һәм райондарына с ығам. Төрмәләрҙә, балалар йортарында, ҡарттар йортонда булырға тура килә... Кешенең хоҡуҡтарын яҡлау бөгөн халыҡтың
       йәшәйеш кимәленә бәйле булыуына иманым камил. Ас һәм мохтаж кеше бер ваҡытта ла үҙ хоҡуҡтарын яҡлай алмаясаҡ. Ул арзан ғына хаҡҡа үҙенең хеҙмәтен һатырға йәки хоҡуҡтарын боҙоусы шарттарҙы ҡабул итеп йәшәргә мәжбүр. Шуға күрә мин р еспубликала кешенең йәшәйеш кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән һ әр эште хуплап ҡаршы алам.
       - Һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәрҙең барыһының да уртаҡ темаһы бар тип әйтергә буламы
       - Беҙгә килгән ялыуҙарҙың барыһы ла дәүләт вазифаһын
       биләүсе айырым чиновниктарҙың эш - хәрәкәте менән риза булмауға йүнәлтелгән. Һәм уларҙың күпселеге раҫлана! Республикала социаль тәьмин ителешкә бәйле ялыуҙар юҡ кимәлендә булыуы иғтибарға лайыҡ. Пенсион тәьмин ителешкә бәйле хәл ителмәгән һорауҙар булғылай. Яңы Торлаҡ кодексы индерелгәндән һуң кешеләр закондың асылына төшөнмәүенә, ә чиновниктар аңлатыуҙы кәрәк тип тапмауына бәйле ялыуҙар күп булды. Һәм әлегә тиклем йорттарҙы һүтеү сәбәпле яңы фатирҙарға күсереүҙәге "ғәҙелһеҙлеккә" зарланған мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. Беҙҙең чиновниктарҙың төп бәләһе - хаталарын танырға теләмәүҙә. Юҡһа күп кенә мөрәжәғәттәр булмаҫ та ине.
       - Һеҙгә кеше хоҡуҡтарын кире ҡағыуҙың ҡырағай осраҡтары
       буйынса ла эшләргә тура килеүе билдәле...
       - Бер - ике йыл элек Күгәрсен районында 19 теше булмаған бер егетте армияға саҡыралар. Әсәһенең бармаған инстанцияһы
       ҡалмай, әммә бөтәһе лә, хатта военком да, медицина тикшереүендә хоҡуҡ боҙоу күрмәй. Ҡыҫҡаһы, бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, егет тыумыштан килгән ауырыуы уға нормаль туҡланырға ҡамасаулауына зарланғас, беҙ эшкә тотондоҡ.
       Һәм тағы бер тапҡыр тикшереү үткәргәндән һуң һалдатты өйөнә ҡайтарҙылар, хәҙер ул эшкә урынлашҡан инде.
       Һәм армия тарихтары ҡабатлана. Бына бөгөн Ғафури районынан
       саҡырылған һалдатты эҙләйбеҙ. Алты ай инде унан хәбәр юҡ, ләкин уға тиклем шылтыратыуҙар, "ҡарттар" тарафынан туҡмалып
       дауаханала ятыуы тураһында хәбәрҙәр булған. Ата - әсәләре, хәрбиҙәр эҙләй, әлегә таба алмайҙар, шулай ҙа был хәлдең осо на сығырбыҙ тип уйлайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал