6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Сираттан тыш мандат
12.10.06


       Партиялар үҫте һәм өлкәнәйҙе, һәм хәҙер ЦИК уларға күрһәт мә бирә алмай инде. Федераль парламент сәйәси партияларҙың үҙҙәренә вакансиялы депутат мандаттары таратыу хоҡуғын
       биреүсе закон проектын ҡараясаҡ.
       "Һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм РФ граждандарының референдумда ҡатнашыу хоҡуҡтары тураһында" һә м "Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһында" закондарға төҙәтмәләр индереү тәҡдим ителә. Депутаттың үҙ
       вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалыу осрағында уның партияһы хужаһыҙ ҡалған мандатты үҙ исемлегендә теркәлгән кандидатҡа сират буйынса тапшыра аласаҡ.
       Закон проектының авторҙары - "берҙәм рәсәйлеләр", ЛДПР һәм "Родина" депутаттары. Төҙәтмә авторҙарының береһе, "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Михаил Бугера ә йтеүенсә, закон проекты ЦИК гегемонияһын емереү түгел, ә "сәйәси партияларҙың ролен көсәйтеү" маҡсаты менән индерелә.
       Өҫтәүенә, әгәр ҙә ике аҙна эсендә партиялар бушаған мандатт ы береһенә лә тапшырмаһа, ЦИК "барыһын да элеккесә эшләү" хоҡуғына эйә була.
       - Тейешле кимәлдә субъект федерацияһы ҡануниәтенә төҙәтмәләр ҡабул ителгән осраҡта төбәк парламенттары өсөн закон проектының эҙемтәләрен көтөргә була. Мәғәнәһе ябай ғына, - тип аңлата Михаил Евгеньевич. - Беҙ Дәүләт Думаһын формалаштырыуҙың тулыһынса партия принцибына күсәбеҙ икән, т үбәндәге хәл килеп тыуыуы мөмкин. Күҙ алдына килтерегеҙ, әйтәйек, кеше 2007 йылда ниндәйҙер партия исемлегенә индерелгән икән ти, был партия парламентҡа үтеп инә, әммә мандаттарҙы таратыу йомғаҡтары буйынса, был кандидаттың сираты килеп етмәй. Һәм исемлектә унан алда торған кемдер ик е йылдан ҡапыл депутат вәкәләттәрен һала ( бизнесҡа йәки башҡарма власть органдарына китә), ә беҙҙең алда әйтелгән кандидат йә партиянан сыҡҡан йәки икенсеһенә инеп өлгөргән була.
       Ул хәҙер - депутат, әммә ул һуңынан ниндәй фракцияға инә һәм лайыҡлы рәүештәме Төҙәтмәләр бына ошондай мәғәнәһеҙ
       хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн яҙылған да инде.
       - Михаил Евгеньевич, был төҙәтмә буйынса ЦИК - тан башҡа тағы ниндәй оппоненттарығыҙ бар
       - Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатнашыусыларҙың барыһының да реакцияһы әлегә миңә билдәле түгел. ЛДПР һәр ваҡыт императив
       мандат яҡлы булды - һәм закон проектын яҡлаясаҡ. Мин был төҙәтмә һәр партия өсөн кәрәктер, тип уйлайым, сөнки бөтә партияларҙа ла үҙ ирке менән фракциянан фракцияға күсеү осраҡтары булғылай. Мин закон проекты октябрь аҙағына тиклем
       беренсе уҡыуҙа ҡаралыр, йыл аҙағында инде президент уға ҡул ҡуйыр һәм закон проекты үҙ көсөнә инер, тип уйлайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал