6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һуттар - ғәйепһеҙ ғәйеплеләр
12.10.06


       Һуттар ҙа грузин һәм молдаван шараптарының яҙмышын
       ҡабатлаясаҡмы Булыуы мөмкин! Роспотребнадзор башлығы Геннадий Онищенко Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Роспотребнадзор) әлеге ваҡытта Рәсәйгә килтерелгән грузин һәм молдаван һуттарын һәм
       улар етештерелгән 2006 йылғы уңыш материалдарына эксперт баһалауы үткәреүе тураһында хәбәр итте. Эксперттар эсемлекте ң Рәсәй ГОСТына һәм тәм нормаларына тап килеүен тикшерә. Һуттарҙы тикшереү "уларҙың Рәсәй баҙарында легаллеге" мәсьәләһен хәл итеү өсөн башҡарыла. Илдең баш санитар врачы тағы бер тапҡыр Грузия шараптары һәм минераль һыуына яҡын арала амнистия булмаясағын вәғәҙә итте, һәм һуттарға бәйле ниәттәрҙе лә белдерҙе: "Принцип элеккесә - башта сифатты тәьмин итегеҙ, шул саҡта әйләнеп ҡайтырһығыҙ".
       Ә Башҡортостанда хәл нисегерәк тора Грузин һәм молдаван һуттарына ҡаршы көрәш шулай уҡ ҡаты буласаҡмы Ошо һорау
       менән "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса территориаль идаралығына мөрәжәғәт итте.
       Бүлек етәксеһе урынбаҫары Земфира Дәүләтшина әлегә Грузия
       һәм Молдавиянан килтерелгән алкоголһеҙ эсемлектәрҙе тикшереү көтөлмәй, тип яуап бирҙе. Шараптан айырмалы рәүештә, һуттар һатыуҙан алынмаҫ, моғайын. Һәр хәлдә әлегә ундай күрһәтмә бирелмәгән. Хәйер, әгәр һатып алыусыларҙың продукция сифатына бәйле ниндәйҙер шиге барлыҡҡа килә икән, улар һәр ваҡыт идаралыҡҡа мөрәжәғәт итеп, һатып алынған әйбергә тикшереү үткәрә ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал