6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хаҡтар

Ә беҙҙә шәкәр арзаныраҡ!
20.01.04


       Моғайын күптәр һуңғы ваҡытта шәкәргә хаҡтарҙың бер аҙ к үтәрелеүенә иғтибар иткәндер. Хәҙер был татлы продукттың кил оһына уртаса 17 һум сығарып һалырға тура килә. Әйткәндәй, ба шҡа төбәктәр менән сағыштырып ҡарағанда беҙҙәге хаҡтың ярайһ ы уҡ арзан икәнлеген танырға тура килә. 80 тингә арзаныраҡ ш әкәрҙе Ҡазанда, 30 тингә арзаныраҡты - Түбәнге Новгородта һә м Һарытауҙа һатып алырға була. Башҡа төбәктәрҙә ул күпкә ҡый батыраҡ. Һамарҙа, мәҫәлән, шәкәрҙең килоһы 21 һум тора.
       Үткән йылда шәкәр сөгөлдөрө уңышы юғары булмаһа, шәкәргә хаҡтар беҙҙә лә күпкә юғарыраҡ булыуы ихтимал ине. Былтыр Ба шҡортостан сөгөлдөрсөләре 600 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ете штергән, әйткәндәй, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 15,5 мең тоннаға юғарыраҡ.
       Һәм тағы ла, "беҙҙең" шәкәр Кубанан ҡайтарылған шәкәр мен ән сағыштырғанда татлыраҡ та икән. Белгестәр быны беренсе си ратта үткән йәйҙең эҫе килеүе, шул арҡала тамыраҙыҡтарҙа шә кәр кимәле артыуы менән аңлата.
       Магазин кәштәләрендә импорт сеймалдан етештерелгән шәкәр ҙә күренә башланы. Дөрөҫ, сит илдән ҡайтарылған сей шәкәрҙе эшкәртеү менән республиканың дүрт шәкәр заводының береһе - Р аевка заводы ғына шөғөлләнә. Йыл башынан бында һигеҙ мең тон на ҡайтарылған сеймал эшкәртелгән.
       Яҙғыһын Кубанан ҡайтарылған сеймал республиканың башҡа з аводтарында ла эшкәртелә башланасаҡ.
       Рәсәй хөкүмәте илгә закондан тыш шәкәр индереүгә ҡаршы кө рәште көсәйтергә ниәтләй. Ул беренсе сиратта Белоруссия һәм Ҡаҙағстанға ҡағыла.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал