6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һайланған курс дөрөҫ һәм һөҙөмтәле
12.10.06


       Дәүләт байрамы - Республика көнөн билдәләүҙә яңғыраған сығыштарҙың төп фекере бер нисә сәғәт элек кенә булып үткән ваҡиғаға бәйле булды - республика парламенты БР Президенты
       вазифаһына Мортаза Рәхимовтың кандидатураһын бер тауыштан р аҫланы. Яңы срокка уны Рәсәй башлығы Владимир Путин тәҡдим итте.
       Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән тантанал ы йыйылышта Мортаза Рәхимов үҙенең тойғоларын йәшермәне.
       - Ҡәҙерле ватандаштар! 16 йыл эсендә был әһәмиәтле көн ки ң танылыу яуланы һәм республика халҡының йөрәктәрендә лайыҡлы урын алды. Уны хеҙмәт коллективтарында, барлыҡ ҡала һәм ауылдарҙа билдәләү йолаға әйләнде. Был көндә бар ерҙә
       тантаналы йыйылыштар, концерттар, спорт ярыштары, күңел
       асыу саралары, күргәҙмәләр һәм ғилми конференциялар үтә, - тине республика Президенты, - үткәрелгән иҡтисади һәм социал ь сәйәсәтте хуплаусы, гүзәл республикабыҙҙы, уның ҡала һәм ауылдарын тағы ла нығытыу маҡсатында ең һыҙғанып эшләүсе Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт белдерәм! Башҡортостан Рәсәй халыҡтарының туғандаш ғаиләһендә артабан да лайыҡлы үҫешһен өсөн мин көсөмдән килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен!
       Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация
       ҡабул итеү Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы субъекты
       булараҡ яңы статусҡа, демократик, хоҡуҡи дәүләткә илткән юл да тәүге яуаплы, ауыр һәм ҡыйыу аҙым булып торҙо, - тине Мор таза Ғөбәйҙулла улы. - Башҡортостан үҙенең үҙгәртеп ҡороу мо делен тормошҡа ашырыу маҡсатында үҙаллы юл һайланы. Халыҡтың
       күп быуаттарға һуҙылған реаль дәүләтселек тураһындағы хыялы тормошҡа ашты. Һәм беҙҙең байрам - 16 йыл дауамында башҡарылған эште баһалау өсөн яҡшы мөмкинселек. Тағы бер
       тапҡыр ҡабатлайым - халыҡтың йәшәйеш кимәлен яҡшыртыу республикала үткәрелгән сәйәси курстың төп маҡсаты булып
       ҡала. Һәм беҙ был юлдан сигенмәйәсәкбеҙ!
       - Мин һеҙҙе республика үҫешендә яңы курс иғлан ителеүенең 16 йыллығы менән ҡотлауыма бик шатмын. Был ҡарар республиканың йылдам үҫеше, халыҡтарҙың татыу тормошо өсөн с тимулға әйләнде, - тине РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коновалов.
       Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Коми теты рәйесе Павел Крашенинников Башҡортостан парламенты депутаттарының Мортаза Рәхимовты республика Президенты итеп һайлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       - Рәсәйҙә яңы эшләй башлаған процестар бөгөн депутаттарҙы ң берҙәм тауыш биреүендә сағылыш тапты. Минең өсөн был айырыуса күңелле хәл, сөнки беҙ күптән бергә эшләйбеҙ, - тин е
       ул. - Бөтә коллегалар - закон сығарыусылар тарафынан Мортаз а Рәхимовтың эшмәкәрлеге уңышлы ғына түгел, һөҙөмтәле лә булараҡ баһаланыуын билдәләргә теләйем.
       Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре исеменән сығыш яһаусы "Башҡортостан" киностудияһы режиссеры Әмир Абдразаҡов
       иғтибарын халыҡтың рухи тормошо һуңғы 16 йылда яңы импульс,
       яңы һулыш алыуына йүнәлтте. Миҫал сифатында ул Рудольф Нуреев иҫтәлегенә халыҡ - ара балет сәнғәте фестивале, "Өфөл ә Шаляпин кисәләре" опера сәнғәте фестивале, "Берҙәмлек" халыҡ - ара халыҡ ижады фестивале, төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивале һ. б. барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләп үтте.
       - Иҡтисади үҙаллылыҡ йылдарында республикала артистарыбыҙ , музыканттарыбыҙ, рәссамдарыбыҙҙың ижади эшмәкәрлеге өсөн б ына тигән шарттар тыуҙырылды. Күп кенә яңы уҡыу йорттары, театрҙар, филармониялар, музейҙар, мәҙәниәт һарайҙары асылды, - тип дауам итте Әмир Абдразаҡов.
       Халыҡтар дуҫлығы йортоноң баш төҙөүсеһе Валерий Мансуров
       төҙөлөш комплексының Башҡортостан ҡаҙаныштарына индергән өл өшөн әйтеп үтте. Башнефтезаводстрой тресының 10 - сы төҙөлөш идаралығы директоры, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Ва лерий Мансуров өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә беҙҙең алғ а тағы ла яуаплыраҡ бурыс ҡуйылды - халыҡтың барлыҡ ҡатламдары ла һатып ала алырлыҡ торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыу мотлаҡ, - тип белдерҙе. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе, РФ
       Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Әмирхан Сәмерханов үткән йылдарҙың ҡатмарлыҡтарын һәм бөгөнгө көн проблемаларын йәшермәне.
       - Башҡортостандың Рәсәй составында тотҡан лайыҡлы урыны -
       республикала үткәрелгән сәйәсәт һөҙөмтәһе булыуын, уның Башҡортостанға яңы баҙар ысынбарлығына инергә булышлыҡ итеүен барыбыҙ ҙа аңлай, - тине ул. - Был ауыр процесс Рәсәй халҡының социаль ҡатламдарға бүленеүе, байлыҡ культының
       сәскә атыуы кеүек күренештәрҙән дә ҡотола алмай. Ул процесс
       беҙҙең республикала ла бара, әммә хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен күҙәтеү беренсе урында тора.
       "Сода" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Фәрхәт Самедов (Стәрлетамаҡ), йыл уҡытыусыһы Елена Шерсткина (Салауат), һәм БДПУ студенткаһы Тәнзилә Атауллинаның сығыштарында уларҙың тыуған ерҙә йәшәй һәм эшләй алыуҙарына бәйле ғорурлыҡ тойғоһо яңғыраны.
       Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар республикабыҙҙың
       дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүҙең 16
       йыллығына бәйле Башҡортостан Республикаһы халҡына мөрәжәғәт ҡабул итте. Уны Нефтекама ҡалаһы муниципаль округы хакимиәте башлығы Олег Руденко уҡып ишеттерҙе.
       - Сираттағы байрамды Башҡортостандың күп милләтле халҡы
       йәшәйеш кимәленең даими үҫеше, мәғариф, фән һәм мәҙәниәттәге сағыу ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Был байрам
       республикала йәшәүселәрҙең барыһын да берләштерә, Башҡортостандың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәгенең бәйләнешен символлаштыра, Рәсәй Федерацияһының таяныс төбәге булған Башҡортостандың уңыштарын кәүҙәләндерә, - тип әйтелә Мөрәжәғәттә, - иң мөһиме - һуңғы йылдарҙа үткән
       юлыбыҙҙы баһалағанда, беҙ 1990 йылдың 11 октябрендә һайланған стратегик курстың дөрөҫлөгөн һәм һөҙөмтәлелеген
       күрәбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал