6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Миллион һумлыҡ кухня кәрәкмәйме
10.10.06


       - Бөгөн абруйлы көнбайыш клиенттары шып - шыма мебелде өнәп етмәй, Һуңғы арала "А" класлы ботаҡ урындары булған тәбиғи ағастан эшләнгән әйберҙәр һорау менән файҙалана. Йәғни был ботаҡтар өҫтәл йәки ултырғысҡа үҙенсәлек өҫтәй, әммә "С" класлы ботаҡтарҙан айырмалы рәүештә, бер ваҡытта ла
       үҙағастан айырылып сыҡмай һәм әйберҙең тышҡы йөҙөн боҙмай. Шыма, ағастан булһа ла пластикка оҡшатып яһалған мебель 90 -
       сы йылдарҙа "модала" ине, хәҙер инде улар VIP- һатып
       алыусыларҙы ылыҡтырмай. Индивидуаллек һорау менән файҙалана, - был Өфөгә үҙҙәрен күрһәтергә һәм башҡалар менән
       дә танышырға тип килгән Һамар оҫталарының фекере. Был фирманың баҙар ҡаҙанында ҡайнауына ун йыл, һәм улар ниндәй мебелдең модала булыуын ишетеп кенә белмәй.
       Бөгөн Өфөлә, "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында, бер юлы ике экспофорум асылды: ун өсөнсө төбәк - ара "Барыһы ла
       йорт һәм офис өсөн" күргәҙмәһе һәм ун беренсе төбәк - ара
       "Урман һәм ағас эшкәртеү" күргәҙмәһе. Быйыл уларҙы
       ойоштороусы ролендә БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт
       министрлығы, Рәсәй Урман сәнәғәтселәре һәм урман экспортерҙары союзы, БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһы, БР Мебель яһаусылар союзы, "БашЭКСПО" күргәҙмә үҙәге, БР Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы һәм Мәскәүҙең "ЛесЭкспо" һәм "Союзмебель" предприятиелары сығыш яһаны. Экспозициялар 13 о ктябргә тиклем дауам итәсәк.
       Күргәҙмә сараларында Башҡортостан ҡалаларынан килгән 70 -
       тән ашыу ойошма һәм Мәскәү, Санкт - Петербург, Һамар, Екатеринбург, Силәбе, Муром, Түбәнге Новгород, Озерск, Магнитогорск ҡалаларынан 18 фирма ҡатнаша.
       Форумда торлаҡ йорт һәм офистар өсөн йомшаҡ мебель, интерьер элементтары, шул иҫәптән портьерҙар, стеналарҙы драпировкалау һәм ҡаплау өсөн материалдар, биҙәү материалдары, яҡтыртыу приборҙары, ишектәр, мебель фурнитуралары һәм комплектлаусы деталдәр тәҡдим ителә. Ә белгестәр өсөн ағас эшкәртеү тематикаһындағы экспозиция ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ.
       Бөгөн популяр булған тәбиғи ағасҡа һәм һамарҙарҙың стендын а әйләнеп ҡайтайыҡ. Бында, һис һүҙһеҙ, Пенелопаның кеше ҙурлығында эшләнгән ағас һыны иғтибарҙы йәлеп итә.
       - Уны ике оҫта ике ай дауамында эшләне, - ти фирма вәкилд әре, - һәм ул 70 мең һум тора. Хәҙер ундай әйберҙәр һирәк т үгел,
       ғәҙәттә хәлле кешеләр ошондайыраҡ заказ бирә.
       Эйе, бөгөнгө байҙар өсөн һайлау мөмкинселеге бар. Бөтә фирмалар ҙа тип әйтерлек эконом - кластағы һатып алыусылар
       өсөн дә, VIP - клиенттар өсөн дә тәғәйенләнгән бик бай ассортимент тәҡдим итә. Миҫал өсөн, аш - һыу бүлмәһен алайыҡ . Кеҫәләре бик үк ҡалын булмаған урта синыф вәкилдәре өсөн 3 0 мең һумға ярайһы уҡ яҡшы кухня һатып алыу мөмкинселеге бар . Үҙен хөрмәт иткән фирмалар баҙарҙағы кеүек арзан әйбер һат а
       алмай, әлбиттә. Әммә улар файҙаланған материалдар ҙа сифатлыраҡ. Ә аҡсаһы етерлек булғандар күңеленә ятҡанын һайлай ала. Әҙерләүселәр кәрәкле әйберҙе Италиянан, Германиянан, "ер аҫтынан" булһа ла табасаҡ, түләһендәр генә.
       - Күптән түгел беҙ миллион һумлыҡ кухня эшләнек, - тип һө йләй Өфө фирмаһы менеджерҙары. - Кухня 600 мең һумға төштө, уға ҡушып эшләнгән аш бүлмәһе өсөн 400 меңлек мебель әҙерлән ек. Тулыһынса техника менән комплектланған, хатта аш - һыу приборҙары ла булған кухняға заказ бирергә лә мөмкин. Хәҙер инже күберәк итеп аҡса тупларға ла шәхси проекттар буйынса мебелгә заказ бирергә генә ҡала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал