6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Романының геройын Панферов Туймазыла осрата
10.10.06


       Граждандар һуғышы йылдарында Башҡортостан далалары буйлап ҡы ҙылармеецтар отряды үтә. Ҡыҙыл яугир Федор Панферов был тура ла түбәндәгеләрҙе хәтерләй: "Беҙҙе айырыуса башҡорт һәм тата р ауылдарының фәҡирлеге хайран ҡалдырҙы: ҡойма ла, һарай ҙа юҡ, һалам түбәле, самандан һалынған өйҙәр, бер ағас ишараты ла үҫмәй, бары тик уҫал ел туҙан туҙҙыра ла яуы з эттәр үҙәренә таныш булмаған кешеләрҙе абалай..."
       Федор Панферов үҙе үткән урындарҙың адресын да әйтә: "Бына, мәҫәлән, Туймазы ауылы... Ярлы Туймазы ауылы. Тимер менән ябылған ике - өс йорт кулактарҙыҡы, ҡалғандары - шул у ҡ саман өйҙәр, уларҙа тотош тип әйтерлек грамота белмәгән, Волгаға ғына түгел, Өфөгә лә бер барып урамаған кешеләр йәшәй.
       Беҙ ярты татар кешеһе Сабирйәновтың өйөндә ҡундыҡ.
       Өй эсендә иҫ киткес фәҡирлек хөкөм һөрә. Ағас өҫтәлдең аяҡтары салышып бөткән, ике эскәмйә, карауатҡа турпыша
       ябылған, түбәгә арҡан менән беркетелгән бишек бәүелә. Сабирйәновтың өҫтөндә иҫке - моҫҡо ғына кейем, үҙе йәшенә ҡарағанда байтаҡҡа олораҡ күренә, ә ҡатыны шул тиклем ябыҡ,
       ирекһеҙҙән йәне ҡайҙа ғына эләгеп тора икән, тип уйлайһың.. . Ә хужа һуңғы һарыҡ бәрәсен һуйып, беҙҙе туҡмаслы аш менән һыйланы.
       - Ниңә инде, дуҫ кеше Беҙҙең икмәк, консервалар, сәй бар . Һинең бәрәсеңдән башҡа ла туҡ булыр инек әле.
       - Ярамай, - тип яуапланы хужа. - Минең улым, ул бына һеҙҙ ең һымаҡ уҡ йәш егет, Ҡыҙыл гвардияла... Бакуға китте, англичан ды
       туҡмарға".
       Байтаҡ йылдар үткәндән һуң, элекке ҡыҙылгвардеец, хәҙер инде билдәле урыҫ яҙыусыһы Федор Иванович Панферов ( 1896 йы л, 2 октябрь - 1960 йыл, 10 октябрь) был урындарҙа тағы ла булып китә.
       Ул ваҡытта Панферов Урал аръяғында коллективлаштырыу үтәреүгә арналған "Бруски" роман - эпопеяһы, халыҡтың Бөйөк
       Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлығы тураһындағы "Борьба за мир" романы, "Родное прошлое" повесы авторы була.
       Үткән осор картиналарын тергеҙеү өсөн ул Башҡортостанға кил ә. "Нефть промыслаһында беҙҙе күренекле быраулау оҫтаһы Абдулла Сабирйәнов менән таныштырҙылар. Ул уртаса буйлы,
       әммә бик мыҡты, таҙа кеше. Обком ағзаһы, Социалистик Хеҙмәт
       Геройы. Ике улы бар - инженерҙар. Береһе - промысланың баш диспетчеры, икенсеһе - быраулау оҫтаһы. Ҡыҙы - инженер - лаборант.
       Мин уның йөҙөнә ҡарайым, һәм уны ҡасандыр күргәндәй кеүек
       булам. Фамилияһы ла Сабирйәнов. Һәм иҫемә төшә - Граждандар
       һуғышы йылдарында беҙ уның атаһында итле аш менән һыйланманыҡмы икән Эйе, ул шул Сабирйәновтың улы булып сыҡты, үҙ теләге менән ҡыҙылгвардеецтар сафына баҫҡан, алыштар менән Бакуға тиклем барып еткән, шунда "нефть промыслаларында тороп та ҡалған". Үҙ көсө менән быраулау мастеры булған. Волга буйында нефть табылыуын ишеткәс, бында күскән.
       - Атай үлде. Эйе, шатлыҡлы көндәрҙе күрә алманы, - ти
       һағышлы тауыш менән Абдулла".
       Яҙыусы үҙе тыумышы менән Һарытау губернаһынан, крәҫтиән ғаиләһенән. Әммә Урал менән ул тығыҙ бәйләнешен юғалтмай. Миәс һәм Силәбе ҡалаларында йәшәй. Һуғыш башында уның ҡатыны Антонина Котляева Миәстә урынлаша. Уның "Иван Иванович", "Дружба", "Дерзание" романдарын хәтерләйһегеҙер, моғайын. Уның "Дар Земли" романы, "Люблю тебя, Башкирия" очеркы Башҡортостан һәм Татарстан нефтселәренә арналған.
       "Война и мир", "Большое искусство" романдарында Панферов
       Урал халҡының сағыу тәбиғәтен күрһәтә, һуғыш йылдарында уларҙың төпкөлгә эвакуацияланған заводта эшләүе тураһында һөйләй, тәбиғәт матурлығын һүрәтләй.
       1931 - 1960 йылдарҙа Панферов "Октябрь" әҙәби - художеств о журналының баш мөхәррире булып эшләй, СССР Яҙыусылар союзында юғары вазифалар биләй, әммә Урал халҡы тураһында ла онотмай.
       Яҙыусы Александр Шмаков хәтерләй:
       "Мәскәүҙә ул мине мөхәррир өҫтәле артында ҡаршы алды. Шунда уҡ крайҙағы хәлдәр тураһында һорашырға тотондо. Бик ентекле тыңланы, башын ҡағып хуплауын белдерҙе.
       - Мин белгән ваҡыттан алып Уралда үҙгәрештәр күп булды, әлбиттә, - тине Парфенов. - Ул индустриаль йәһәттән үҫте һәм киңәйҙе. Бына шул турала яҙырға кәрәк тә инде. Тик һүрәтләүҙ ә йәнлелек, автор дәрте кәрәк..."
       Был урыҫ прозаигының Башҡортостан яҙыусыларына ҡалдырған ү ҙенсәлекле наказы.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал