6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Беҙҙең рапирасылар уңманы
10.10.06


       Италияның Турин ҡалаһында үткән донъя чемпионатынан бөгөнгө көнгә Башҡортостандың иң көслө рапирасыһы булып танылған Дм итрий Петров миҙалһыҙ ҡайтасаҡ. Ул шәхси ярышта ла, команда ярыштарында ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңышһыҙ сығыш яһаны.
       Шәхси ярыштарҙа Петров финалдың 1/64 стадияһында уҡ хата
       ебәрҙе. Ә проблемалар унан алдараҡ барлыҡҡа килде. Өфө егете испанды, словакты һәм португалды еңде, ә Көньяҡ Корея һәм Бельгия вәкилдәренә биреште. Артабан Петров Бөйөк Британия спортсыһы Кейт Кук менән алышты һәм бер мәрәйгә артта ҡалды - 14 : 15.
       Команда ярыштарында Дмитрий Петров һәм уның иптәштәре
       Сергей Тихонов, Александр Стукалин һәм Вячеслав Поздняков
       бары тик дүртенсе урын яуланы. Белгестәр фекеренсә, беҙҙең командаға юғарыраҡ күтәрелеү бик ҡатмарлы. Өс йыйылма команда - Франция, Германия һәм Италия - әлеге ваҡытта башҡа
       рапира командаларынан байтаҡҡа алда бара.
       Тәүге алышта рәсәйлеләр Румыния командаһын ышаныслы еңде - 44 : 25. Артабанғы сирек финалда уларҙы поляктар көт ә. Дүрт алыштан һуң беҙҙең егеттәр алға сыҡты һәм өҫтөнлөктө аҙаҡҡа тиклем алып барып еткерҙе - 45 : 39.
       Рәсәй йыйылма командаһы һәм өс гиганттың оҫталығы төрлө кимәлдә булыуын "дүртәүҙең финалы" ла асыҡ дәлилләне. Башта беҙҙең команда француздарға биреште - 33 : 45, ә өсөнсө урын
       өсөн матчта итальяндарҙы алға сығарҙы - 30 : 45.
       Петров легендар мушкетерҙарҙың яҡташтарына ҡаршы бер тапҡыр ғына сыҡты һәм Луи Аттелиға бер мәрәйгә биреште - 4 :
       5. Итальяндар менән уға өс тапҡыр алышырға тура килде.
       Ярымфиналда немец командаһы хужаларҙы - итальяндарҙы - артта ҡалдырҙы - 38 : 37.
       Финал ярышының геройы булып француз Эрве Ле Пешу танылды. Б ашта ул 5 : 1 иҫәбе менән донъя чемпионы Петер Йоппихты еңде. Икенсе алышта уның оппоненты - Доминик Бер. Спортсылар Франция файҙаһына 13 : 12 иҫәбе менән алыш башланы. Алыш тамамланғанда таблола 20 : 13 һандары яна ине.
       Үҙенең өсөнсө алышында Ле Пешу Бенджамин Кляйбринкка биреште - 5 : 6. Әммә был уның һигеҙенсе осрашыуы, һәм ул үҙенең бурысын үтәне. Көрәштәше Луи Аттели һуңғы алышҡа 40 : 27 иҫәбе менән сыҡты. Хәҙер инде француздарға еңеүҙәре
       хөрмәтенә "Марсельезаны" тыңларға бер кем дә ҡамасауламай. Финалдың йомғаҡлау һөҙөмтәһе - 45 : 34.
       Өфө рапирасыларының көйәрмәндәренә нимә көтөргә ҡала Үҙебеҙҙең Эрве Ле Пешу барлыҡҡа килгәненме, әллә Нәсибуллиндар, Ғәниев һәм Петровҡа өмөтләнергәме Ашығығыҙ, егеттәр - Пекинда үтәсәк Олимпиада тауҙар артында түгел!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал