6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡыш беҙгә ҡурҡыныс түгел
10.10.06


       Быйыл ҡыш беҙгә боҙлауыҡ ҡурҡыныс түгел. Тимәк, тайып
       ҡолап аяҡ - ҡулдарҙы имгәтеү янамай. Рәхәтләнеп йәмәғәт ( һ әм үҙебеҙҙең дә) транспортында йөрөйәсәкбеҙ, самолеттарҙа осасаҡбыҙ. Һәр хәлдә юл эшселәре шулай тип ышандыра. Беҙ көҙгө - ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә тулыһынса тип әйтерлек әҙер,
       ти улар. Ә беренсе ноябргә әҙерлек йөҙ процент буласаҡ, тип өмөтләнәләр. Өмөтләнергә ваҡыт инде, өҫтәүенә быйыл, метеорологтар әйтеүенсә, ҡар йылдағыға ҡарағанда ике аҙнаға алдараҡ ятасаҡ. Хәйер, синоптиктар ғәҙәт буйынса хаталанһа л а, юлдарҙың тәртиптә булыуы яҡшы, әлбиттә.
       Ҡышҡы иртәлә эшкә ашыҡҡанда иң мөһиме нимәлә Моғайын, т өнөн яуған ҡарҙың таҙартылған булыуындалыр. Көрт йырып эшкә ваҡытында барып етеү мөмкин түгел. Тығынға эләккән транспортты көтөп туҡталышта туңырға ла тура килһә... Ошонда й
       хәлгә ҡалмаҫ өсөн беренсе сиратта ҡар таҙартыу техникаһы һә м яғыулыҡ - майлау материалдары әҙер булырға тейеш. Әйткәнд әй, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә ҡышын юлдар тәртиптә булғанда юл - траспорт фажиғәләренең дә һирәгерәк булыуын белдерә.
       Статистика билдәләүенсә, йылдың һуңғы кварталындағы
       авариялар һаны уға тиклемге туғыҙ айҙағы авариялар һанынан
       кәм булмай.
       Көҙ башына юл эшселәре боҙлауыҡҡа ҡаршы кәрәк булған материалдарҙың ( техник тоҙ, ҡом - тоҙ һәм ҡырсынташ - ҡом ҡатнашмаһы) 70 процентын әҙерләгән.
       "Башкиравтодор" дәүләт унитар предприятиеһы был датаға 774 берәмек ҡар таҙартыу техникаһы ( 71 поцент) әҙерләгән.
       Әйткәндәй, был ойошма быйыл республиканың башҡа предприятиелары менән берлектә "КамАЗ"дарға ҡуйыла торған яңы ҡар таҙартыу агрегаттары эшләгән. Был яңылыҡ машина юлын ҡарҙан тиҙерәк таҙартырға мөмкинселек бирә.
       Республиканың төп йөк ташыусыһы "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы ла ҡышҡы вахтаға ентекле әҙерләнә. Бөтә
       филиалдар буйынса ҙур һыйҙырышлы автобустарҙың "гофрогармундары" алмаштырылған, автомобилдәр өсөн йылы
       урындар һәм двигателде йылытыу кәрәк - ярағы, шулай уҡ ҡар таҙартыу техникаһы һәм үҙ хужалыҡтары әҙер.
       Тимер юлсылар ҙа ҡышҡылыҡҡа әҙер тип әйтергә мөмкин. Локомотив хужалыҡ хеҙмәте локомотив паркын "һауыҡтырыу" буйынса эш алып бара. Электровоздар, электр секциялары һәм дизелле поездар тулыһынса ремонтланған, тепловоздар көҙ башына 67 процент әҙерлек үткән. Әлеге ваҡытта вагондарҙы
       әҙерләү буйынса эш бара.
       Халыҡ - ара "Өфө" аэропортының көҙгө - ҡышҡы эшмәкәрлеккә
       әҙерлеге 76 процент. Техник яҡтан әҙерлек яҡшыраҡ: бина һә м ҡоролмалар - 89 процентҡа, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү
       системалары - 100 процент, ер өҫтө ҡоролмалары - 75 процент .
       Алда көткән ҡышҡа әҙерлек мәсьәләһенә "Башҡортостан" авиа компанияһы ла етди ҡарашта. Осоусылар составы "Боинг - 757" самолеттарында эшләүгә өйрәнеү үткән, өс экипаж сафҡа индерелгән һәм осоштар башҡара.
       "Башҡорт авиалиниялары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "һыуҙағы" коллегалар -- "Ағиҙел йылға пароходсылығы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ла уларҙан ҡалышмай.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал