6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Стрестан ҡасып ҡотолоп булмай, уға ҡаршы йүгерергә кәрәк
09.10.06


       Стресс. Был фәнни термин көндәлек тормошта шул тиклем ғәҙәти яңғырай, уның мәғәнәһен хатта бәләкәй балалар ҙа аңла й. Ә "бөтә ауырыуҙар ҙа нервынан" тигән фраза бөгөн "бөтә ауырыуҙар ҙа стрестан" тип үҙгәртелде. Һәм сәбәпһеҙ түгел. 1992 йылдан башлап билдәләнгән Бөтә донъя психика һәм сәләмәтлек көнө алдынан, республиканың 1 - се психиатрия
       дауаханаһы етәкселеге менән осрашыуға йыйылған журналистар
       ҙа башлыса ошо темаға бәйле һорауҙар бирҙе.
       Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, сирҙәрҙең 45 проценты стресс менән бәйле, ҡайһы бер
       белгестәр был һан ике тапҡыр ҙурыраҡ, тип иҫәпләй. Бынан ты ш, поликлиникаға килеүселәрҙең 30 - 50 проценты - эмоциональ хәлен бер аҙ коррекциялауға мохтаж булған, әммә нигеҙҙә һау
       кешеләр.
       Ғәҙәттә стресс - насар нимә, унан ҡотолоу кәрәк, тип һана рға күнеккәнбеҙ. Дөйөм хәлгә кире йоғонто яһаусы был комплекслы процесс кешеләрҙә һәм хайуандарҙа экстремаль шарттарҙа барлыҡҡа килә. Һәм, бәлки, кире эмоцияларҙан һаҡланырға, ҙур
       ҡалаларҙан ауыл еренә күсергә, борсолоу һәм мәшәҡәттәргә иғтибар итмәйенсә, алдыңа ҙур маҡсаттар ҡуймайынса, сәләмәтегеңде һаҡлап, тыныс ҡына йәшәргә кәрәктер
       Әммә тормош стрестарҙан даими ҡасыуҙың унан ҡотолоу юлы б улмауын дәлилләй. Стресс ярҙамында организмда ҡаршы тороу мө мкинселеге барлыҡҡа килә. Һәр беребеҙ күп һанлы стресс
       кисереүенә ҡарамайынса, сәләмәт һәм шат күңелле булып ҡалыусылар тураһында һөйләй ала. Ҡайһы берәүҙәр, киреһенсә, артыҡ эске көсөргәнешһеҙ йәшәһә лә һаулығына маҡтана алмай. Миҫал өсөн яңғыҙы бала тәрбиәләүсе әсәләрҙе иҫкә төшөрәйек. Нормаль ғаиләлә йәшәүсе йәштәштәре менән сағыштырғанда, тәүгеләренең сәләмәтлегенә һирәк зарланыуы асыҡлана. Ә бит уларҙың тормошо күпкә ауырыраҡ.
       Стресс механизмдары хаҡындағы заманса фән мәғлүмәттәре
       зыянлы эҙемтәләрҙән һаҡланырға ярҙам итә ала. Стрестың организмға ыңғай йоғонтоһо тураһында күп иҫбатлауҙар килтерергә мөмкин. Һүҙ, әлбиттә, уртаса кимәлдәге стресс
       тураһында бара.
       Был осраҡта иғтибарлылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш арта, хәтер яҡшыра. Организмда психофизиологик үҙгәрештәр башлана, ул көрәшкә әҙерләнә.
       Стрестан ҡасып ҡотолоу мөмкин түгел, һәм бының кәрәге лә юҡ. Спортсы ауыр ярышта ҡатнашыуҙан баш тартырмы
       Стрестан тулыһынса ҡотолоу үлем тигәнде аңлата. Дистресс осрағынан - ҡылдар сыҙамайынса өҙөлөп, көйҙөң уйналмай
       ҡалыуынан ҡасырға тырышырға кәрәк.
       1 - се һанлы психиатрия дауаханаһының баш врач урынбаҫары  Фәнзилә Мостафинаның фекеренсә, әүҙемлек - рух төшөнкөлөгө хәленән сығыуҙың берҙән - бер юлы. Унан тик ултырып та, ятып та ҡотолоу мөмкин түгел. "Эшмәкәрлектәге үҙгәрештәр, кеше араһына сығыу - борсолоу һәм ҡурҡыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә ала, - тип кәңәш бирә ул. - Физик көсөргәнешлек бик файҙалы. Һәм үҙен сәсенән һөйләп һаҙлыҡтан сығарыусы Мюнхгаузен кеүек булдыра алмайһығыҙ икән, белгестәргә
       мөрәжәғәт итергә кәрәк, әлбиттә". Тағы ла ул тирә - яҡтағыл ар, яҡындарың тураһында хәстәрлек күрергә кәңәш бирә. Донъяң
       "емерелеп", йәшәү теләге юҡҡа сыҡҡанда, нәҡ улар ярҙамға килә. "Үҙ - үҙеңә йомолорға ярамай!"
       Стресты ҡулға алырға мөмкин, тик бының өсөн теләк кәрәк һ әм үҙең өсөн ваҡыт табыу мөһим.
       Күберәк хәрәкәт итеү (йүгереү йәки аэробика), киноға, концерттарға йөрөү ҙә кәйефкә ыңғай йоғонто яһай. Банан ашау
       файҙалы - унда бәхет гормоны сиротин һәм В витамины бар. Ду ш, йылы ванна, ғөмүмән, рәхәтлек килтереүсе һәр нимәне файҙаланып, үҙ күңелеңде күрә белергә кәрәк. Һәм шул саҡта баһағыҙҙы төшөрөүсе, үҙ - үҙегеҙгә ышанысты кәметеүсе эске диверсантты "алдарға" мөмкин. Әгәр әйтелгән алымдарҙың ярҙамы теймәһә, психотерапевт йәки психологҡа мөрәжәғәт
       итергә ҡала. Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың был өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Республика статусындағы клиникалар икәү: Өфөлә 1 - се һанлы психиатрия
       дауаханаһы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2 - се һанлы дауахан а.

Әлиә Дәүләтшина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал