6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Иң нәзәкәтле спорт төрө
09.10.06


       Был спорт төрөнөң нисек аталыуы йыш ҡына хәтеремдән сыға . Бөтәһенә лә әсәйемдең бала саҡтан килгән өгөтләүҙәре ғәйеп ле: "Әйҙә һине бал бейеүҙәренә яҙҙырайыҡ, әйҙә һине бал бейеүҙәренә яҙҙырайыҡ, әйҙә һине бал бейеүҙәренә яҙҙырайыҡ, әйҙә һине бал бейеүҙәренә яҙҙырайыҡ, әйҙә һине бал бейеүҙәренә яҙҙырайыҡ..." Уй, ғәфү итегеҙ, бала саҡтан ҡалға н
       ҡурҡыуым үҙенекен итә.
       Әсәйҙең баҫымына ҡаршы тора алыуым һәм бейеү спорты
       менән шөғөлләнмәүем миндә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ялҡаулыҡ барыһынан да көслөрәк шул. Һәм быға бер ҙә үкенмәйем. "Ни
       өсөн" - тип һорарһығыҙ, моғайын. Ярар, был тема буйынса
       нимә уйлауым менән уртаҡлашам.
       Ер тигән планетала бөтөнләй кәрәкмәгән һәм күңелһеҙ спор т төрҙәре бар - улар иң ҙур төркөмдө тәшкил итә һәм, нигеҙҙә, уның менән шөғөлләнеүселәрҙе һәм уларҙың яҡындарын ғына ҡыҙыҡһындыра. Артабан бик күп көйәрмәндәре булған ҡыҙыҡлы с порт төрҙәре килә. Ҡышын, һис һүҙһеҙ, хоккей, йәйен - Европа
       футболы, баскетбол һәм волейбол хакимлыҡ итә. Һәм, ниһәйәт, кешелектең гүзәл заттары өсөн тап килгән иң бәләкәй төркөм. Улар ҡатын - ҡыҙҙарҙы бер ҙә боҙмай, киреһенсә, тағы ла гүзәлерәк итә. Һүҙ спорт бейеүҙәре һәм гимнастика тураһында бара. Ҡалған төрҙәре, нисек кенә булмаһын, ҡатын - ҡыҙҙарҙы тупаҫлай, артыҡ таҙа һәм килбәтһеҙгә әйләндерә.
       "Ә биатлон" - тиерһегеҙ, моғайын. Яуаплайым: был спорт т өрө менән шөғөлләнеүсе ҡатын - ҡыҙҙарҙың биттәре елһенә, хәр әкәт итеүҙәге нәзәкәтлелек юғала. Акробатик рок-н-ролл - ҡур ҡыныс. Партнерың тотоп өлгөрмәһә. Спорт гимнастикаһы, теннис
       йәки акробатика - ҡыҙҙар артыҡ таҙаға әйләнә, мускулдары ҡабарып
       тора. Фигуралы шыуыу - шулай уҡ. Артабан киттек. Волейбол менән шөғөлләнеүсе ҡыҙ усы менән сикәгә сабыу урынына үлтерә һуғып ҡуйыуы ла мөмкин. Бәлки, штанга күтәреүсе һәм пауэрлифтинг менән шөғөлләнеүселәрҙе сибәрҙәр исемлегенә индерерһегеҙ Хәйер, һәр кемдең үҙ фекере. Минеңсә иһә
       ҡыҙҙар нәфис, һомғол, һығылмалы кәүҙәле булырға тейеш.
       Тимәк, әсәйҙәр, бер ниндәй ҙә баскетбол, тау саңғыһы һ. б . кәрәкмәй. Тик бейеү һәм гимнастика мөнән шөғөлләнгән осраҡта
       ғына ҡыҙығыҙ матур булып буйға етәсәк.
       Шулай итеп, бейеү спорты ҡыҙҙар өсөн үҙенең нескәлеге һәм
       матурлығы менән яҡшы. Тик бына егеттәргә бәйле проблема
       барлыҡҡа килә. Ир - аттың матурлығы төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай, әммә бейеүсе егеттәр артыҡ шыма һәм нәфис, минеңсә...
       Хәйер, бер ыңғай яғын күрәм - бейеүселәр араһында көмрөлә р булмай. Арҡаны тура тотоу - бала өсөн бик мөһим, тик бына лактан ялтырап торған сәстәр, шулай уҡ ялтырауыҡлы күлдәктәр
       кейеүҙәре оҡшамай.
       Ярар, бер аҙ мыжып алдым, ә хәҙер спорт бейеүҙәренә әйләнеп ҡайтайыҡ. Башҡортостандың спорт бейеүе буйынса сираттағы ун беренсе асыҡ кубогы Рәсәйҙең 29 ҡалаһының вәкилдәрен йыйҙы, шулай уҡ Рудный (Ҡаҙағстан) спортсылары ла
       килде. Бөтәһе 272 пар, 59 клуб! Беҙҙең республиканан Өфө,
       Стәрлетамаҡ, Салауат, Бәләбәй, Мәләүез, Благовещен, Бөрө ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты.
       Белгестәрҙең фекере лә бик мөһим, әлбиттә. Юғары ҡунаҡтан
       башҡа кем дөрөҫ баһа биреүгә һәләтле Һүҙ Башҡортостан асыҡ
       кубогының баш судьяһы, Халыҡ - ара бейеү спорты федерацияһы
       (IDSF) судьяһы, Рәсәй бейеү спорты федерацияһының вице - президенты Юрий Сиверсҡа ( Түбәнге Новгород):
       - Мин был турнирҙа бишенсе тапҡыр, һәм ул йылдан - йыл яҡшыра бара. Өфө - Рәсәйҙең үҙәк ҡалаларының береһе. Бында д онъяға бына тигән сағыу спортсылар әҙерләп биргән тренерҙар йәшәй. Өфөлә беренсе IDSF судьяһы барлыҡҡа килеүен мотлаҡ әйтегеҙ - Римма Кондусова ошо юғары исем менән билдәләнде. У л тренер булараҡ бик көслө спортсылар тәрбиәләй... Күптәр Өфөгә нәҡ латин - америка программаһын ҡарарға тип килә. Бында һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәргә, аптыратырға
       һәләтлеләр. Был юлы ла өлкәндәр араһында сығыш яһаусы Николай Елизарьев менән Карина Рәхмәтуллина бына тигән шоу
       күрһәтте.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәндәр + йәштәр ( 90 - сы йылғылар һә м өлкәнерәк) категорияһында өфөлөләр уңышлы сығыш яһай алманы. Дмитрий Игнатьев һәм Татьяна Артемьеваның пары
       финалға үтә алманы. Судьялар уларға һигеҙенсе урын бирҙе, ә
       финалға үтеү өсөн алдағы ете пар араһына эләгергә кәрәк. Йә л - финалға ғына килеүсе тамашасылар турнирҙағы иң матур һәм
       һомғол бейеүсе ҡыҙҙы күрә алманы.
       Беҙҙең лидерҙарға ла ла уңыш йылмайманы. 25 - се һанлы "Импульс" мәктәбендә шөғөлләнеүсе Николай Елизарьев һәм
       Карина Рәхмәтуллина ( тренерҙары - Римма Кондусова һәм Дмитрий Серебров) өлкәндәр + йәштәр категорияһында Өфө исеменән сығыш яһаусы берҙән - бер пар ине. Әммә судьялар уларға икенсе урын бирҙе, чемпион исемен Екатеринбургтан Руслан Рамазанов һәм Наталья Адам яуланы. Көмөш призер Николай Елизарьев был турала үҙенең фекерен былай тип белдерҙе:
       - Беҙ беренсе булырға тейеш инек. Финалда үҙебеҙҙең бейеүҙә н ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Тәүге турҙарҙа "ҡыҙып" китә алманыҡ - боҙ өҫтөнә һалынған паркетта бейенек бит, әммә хәл иткес
       бейеүҙәргә яҡшы формала килдек. Мәскәү судьялары беҙҙе беренсе урынға ҡуя ине. Ярар инде, икенсе урын да насар түге л.
       Николайҙың әсәһе Любовь Васильевнаның телмәре ярһыуыраҡ булды:
       - Улар бөгөнгө еңеүселәрҙән һәр ваҡыт алда булды! Италияла ярымфиналда бейенеләр, Лос - Анджелеста - өсөнсө урын, Майамила еңделәр. Иртәгә иртәнсәк Коля менән Карина Англияға  оса. Һәм бына Өфөлә - икенсе урын! Бик үкенес!
       Ярар, өлкәндәр һәм йәштәр категорияһында уңмаһаҡ та, йәшерәк категорияларҙа етерлек приздар яуланыҡ. 1997 - се йылғы һәм йәшерәктәр араһында Данил Сухов менән Елизавета Басюк ( Өфө, "Созвездие" клубы, тренерҙары - Светлана Басюк,
       Наталья Артемьева) еңде. 1993 - 1994 йылғылар араһында лати н - американ программаһында беренселекте Никита Ғөбәйҙуллин менән Юлия Чубракова (Салауат, "Весна", тренерҙары - Альберт
       Ғөбәйҙуллин һәм Светлана Бочкарева) яуланы. 1995 - 1996 йыл ғы балалар араһында иң көслөләре Таһир Вафин һәм Алина Кашаева ( Өфө, "Созвездие", Светлана Басюк һәм Наталья
       Артемьева ) тип табылды. 1991 - 1992 йылғылар араһында Никита Мелащенко һәм Альбина Кирәева ( Өфө, "Телемарк", тренерҙары - Римма Кондусова, Дмитрий Серебров) еңде.
       12 кубоктың дүрт төп кубогын яулау - республика өсөн яҡш ы һөҙөмтә. Әммә проблемалар ҙа бар. БР Бейеү спорты федерацияһы етәксеһе Владимир Кондусов әйтеүенсә, Өфөнөң төп етешһеҙлеге - универсаль спорт залының булмауы.
       - Беҙҙең ҡалала бындай залдар өсәү булырға тейеш! Әммә ул ар юҡ. Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә тамашасы урындары аҙ.
       Спорт һарайы - боҙҙо иретергә ярамай, ә спортсыларға һыуыҡ. "Динамо" стадионындағы яңы зал - стеналар һәм ҙур булмаған
       бер трибуна ғына. Тамашасылар урыны етерлек булған яңы универсаль зал төҙөү мотлаҡ - был беҙҙең спорт төрөнә генә түгел, башҡалар өсөн дә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал