6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Рәхимов ышаныс тураһында һорау бирҙе
06.10.06


       Кисә Владимир Путин республика парламенты ҡарамағына Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына Мортаза Рәхимовтың кандидатураһын тәҡдим итте.
       Рәсәй президентының бындай аҙымына Мортаза Рәхимовтың
       президент вәкиллеген ваҡытынан алда һалыу һәм федерация субъекты етәксеһе булараҡ ышанысты раҫлау тураһындағы ғаризаһы сәбәп булып торҙо. Владимир Путин иһә билдәле
       закондарға таянып, тәҡдимде Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай - Дәүләт Йыйылышына йүнәлтте. Закон буйынса депутаттарҙың ултырыш үткәреү һәм был һорауға яуап биреү өсөн 14 көнө бар.
       Мортаза Рәхимовты өсөнсө срокка 2003 йылдың декабрендә халыҡ һайлауын хәтергә төшөрәбеҙ. Ул Башҡортостан халҡының үҙенә күрһәткән ышанысын юғары вазифа вәкәләттәренең конституцион срогы тамамланғанға тиклем аҡларға ниәтләүен бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә быйылғы йылдың апрелендә билдәле федераль закондарға ярашлы, БР Конституцияһы үҙгәрештәр кисерҙе. Ул ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Конституцион суды Рәйесе Илдус Әҙһәмов бының Төп закон тарихында ни бары өсөнсө төҙәтмә булыуын
       билдәләгәйне. Элек төбәк башлыҡтарын халыҡ һайлаһа, хәҙер улар РФ Президенты тәҡдиме буйынса тәғәйенләнә. "Был бик
       етди, принципиаль үҙгәреш Бесландағы билдәле ваҡиғаларҙан һуң Рәсәйҙә власть вертикален көсәйтеү талап ителеүенә бәйле . Бәлки, был норма - субъект башлыҡтарын тәғәйенләү - ваҡытл ыса күренештер. Әммә йәмғиәттең бөгөнгө үҫеш этабында ул террорсылыҡҡа ҡаршы көрәште көсәйтеү, башҡарма власты нығытыу өсөн талап ителә", - тине Илдус Әнәс улы.
       - Республиканың әле генә үткән Дәүләт Йыйылышы Президиумы парламенты сираттан тыш ултырышҡа 10 октябрҙә йыйылырға ҡарар итте, - тип белдерҙе бөгөн журналистарға Илдус Әҙһәмов . -
       Һуңғы ике йылда күп кенә РФ субъекттары башлыҡтары Владимир Путинға ышаныс тураһындағы һорау менән мөрәжәғәт ит те. Һәм бына Мортаза Рәхимов та логик аҙым яһаны. Депутат корпусы ыңғай ҡарар ҡабул итһә, Башҡортостан етәксеһе төбәк
       башында 2011 йылға тиклем торасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал