6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Байрам күңелле булырға оҡшай
06.10.06


       Өфөлөләргә Республика көнөн лайыҡлы ҡаршы алырға бер нимә лә
       ҡамасауламаясаҡ. Хатта 11 октябрь көнө йылы һәм яуым - төшөмһөҙ булырға вәғәҙә итә.
       - Көн болотло буласаҡ, әммә ҡояш та күренгеләп ҡаласаҡ, -
       ти "Башгидрометтың" баш синоптигы Анна Козаева. - Көндөҙ
       температура 12 градус тирәһе буласаҡ, төнгөлөккә нолгә тикл ем һыуытасаҡ. Һәм бының бары тик алдан күҙаллауҙар ғына
       булыуын онотмағыҙ.
       Һауа торошо байрамға сюрприздар эшләмәҫ тип өмөтләнәбеҙ. Бына ҡала властары, мәҫәлән, артыҡ сюрприз вәғәҙә итмәй: Өфө
       ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев "байрам программаһында ғәҙәттән тыш бер нимә лә булмаясаҡ" тине. Бөгөн үткән матбуғат конференцияһында ул журналистарға Башҡортостандың төп байрамы нисек билдәләнәсәге тураһында һө йләне.
       Рәсми тантаналар 10 октябрҙә башланасаҡ: республика етәкселеге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалғандан һуң, Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Д екларация ҡабул итеүгә 16 йыл тулыуына арналған тантаналы йыйылышҡа йүнәләсәк. Совет майҙанында "Йәштәр энергияһын һәм хеҙмәтен - Башҡортостанға" исеме аҫтында йәштәрҙең
       хеҙмәт формированиеларының бишенсе республика слеты үтәсәк.
       11 октябрҙә, йола буйынса, төп саралар Ленин исемендәге майҙанда ойошторола. Унда сәғәт 4 - 5 - тәргә килергә мөмкин . Ҡала башлығы байрамға Октябрь проспектында трамвай рельстарын һалыу буйынса эш тамамланасаҡ, тип вәғәҙә итте.
       Эстрада йондоҙҙарына килгәндә, Ҡала советы алдындағы майҙанда өфөлөләр өсөн "фабрикантка" Юлия Михальчик йырлаясаҡ. Икенсе йондоҙҙоң Нефтселәр стадионында сығыш
       яһауы көтөлә. "Евровидение - 2006" призеры Дима Билан беҙгә "Ваҡыт - йылға" тип аталған ике сәғәтлек тамашаһы менән килә .
       Кескәйҙәр өсөн "Әкиәттә ҡунаҡта" күңел асыу программаһы Ҡунаҡтар йорто алындағы майҙанда йәйеләсәк.
       Байрам көнөндә Павел Качкаев Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереү һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергән мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә премия тапшырасаҡ. Артабан ошонда уҡ ҡаланың иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнашлығында "Өфө - Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы" мәҙәниәт һәм сәнғәт фестиваленең гала - концерты үтәсәк.
       Был көндө социаль әһәмиәткә эйә булған бер нисә объектты
       файҙаланыуға тапшырыуға арналған тантаналар ҙа көтөлә. Урман тыҡрығы, 3 адресы буйынса 21 - се дауахананың хирургия  профилле 560 койкаға иҫәпләнгән 3 - сө корпусы, Беренсе май , 86 А адресы буйынса - насар ишетеүсе балалар өсөн 30 - сы һанлы коррекция мәктәбе - интернат, Запотоцкий, 37 адресы бу йынса - 4 - се инфекцион клиник дауахананың аҙыҡ - түлек бло гы, Сипайлово биҫтәһенең Гагарин урамында - алты ҡатлы "Олимп" сауҙа комплексы асыласаҡ. Ошо уҡ биҫтәлә Гагарин һәм Королев
       урамдары киҫелешендә автопаркингтың икенсе сираты үҙ эшен б ашлай: дөйөм майҙаны ете мең квадрат метр тәшкил иткән биш ҡ атлы кирбес комплекс 283 машинаға иҫәпләнгән.
       Күңел асыу тантаналары, һәр ваҡыттағыса, баш ҡаланың бөтә үҙәк майҙандарында ла үтәсәк. Ҡала советына алыҫмы Ул саҡта
       Дим мәҙәниәт һәм ял паркына, йә булмаһа Сипайловолағы Ҡашҡаҙанға йәки Яҡутов исемендәге ял паркына юл тотоғоҙ. Черниковкала йәшәүселәр өсөн Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда байрам ойоштороласаҡ. Ә к исен "Машинкала" фейерверк планлаштырыла. Һәм Өфөнөң төп майҙанында ла салют уттары балҡыясаҡ, әлбиттә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал