6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Уңыш йыйылды, уңыш йыйырға әҙерләнәбеҙ
06.10.06


       Республика игенселәре быйылғы йылда дүрт миллион тоннанан
       ашыу иген йыйып алды. Рекорд уҡ булмаһа ла яҡшы уңыш, өҫтәүенә һауа торошо ла быйыл шәптән булманы - ямғыр
       кәрәккәндә көндәр эҫе торҙо һәм киреһенсә. Әммә башҡорт игенселәре барлыҡ проблемаларҙы ла ыңғай хәл итә алды. Уңышты урып - йыйыу барышына арналған матбуғат конференцияһында РФ ауыл хужалығы министры Алексей Гордеев уларҙың ҡаҙаныштарын тейешенсә баһаланы. Ул иң бай у ңыш йыйып алыусы төбәктәрҙе атағанда, Краснодар крайы, Ростов өлкәһе, Ставрополь крайы, Татарстан һәм Башҡортостан республикалары эшсәндәренең хеҙмәтен айырыуса юғары билдәләне. Гордеев Башҡортостанда быйылғы һауа торошоноң
       уңайлы булмауына ҡарамайынса ла яҡшы уңыш алыныуы алдынғы технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһе булыуын белдерҙе.
       Хәҙер, уңыш йыйып алынғас, уны һаҡларға һәм киләһе ауыл хужалығы миҙгеленә әҙерләнергә кәрәк. Беренсе сиратта техниканы әҙерләү мотлаҡ. Республика хужалыҡтарында уның
       иҫкереүен танырға тура килә. Йыл башына тракторҙарҙың эштән сығыу проценты 91, иген йыйыу комбайндарының - 93, мал аҙығы йыйыу комбайндарының - 80, сөгөлдөр йыйыу комбайндарының - 94, йөк машиналарының - 85 процент тәшкил итә. Техника нормаль эшләй алһын өсөн уны тейешле шарттарҙа һаҡлау һәм ремонтлауҙы тәьмин итергә кәрәк.
       Ошо маҡсат менән БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов ауыл хужалығы техникаһын 2007 йылғы баҫыу эштәренә әҙерләүҙе тамамлау ваҡыты тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәте башлыҡтарына ауыл хужалығы техникаһын тейешле талаптар буйынса оҙайлы һаҡлауға ҡуйырға ҡушылды. Көҙөн һәм ҡышын сифатлы ремонтлау ойошторорға һәм агрегаттарҙың тейешле ваҡытҡа әҙерлеген тәьмин итергә кәрәк.
       Быйылғы йылдың декабрь айына тиклем ауыл хужаылғы техникаһын һаҡлау һәм ремонтлауҙы ойоштороу буйынса район семинарҙары үткәреү планлаштырыла. Техниканы сифатлы итеп һәм ваҡытында ремонтлау өсөн ремонт - хеҙмәтләндереүсе предприятиеларҙың базаһын мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк файҙаланырға кәрәк, тиелде. Республиканың машина - технология станцияларына ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау буйынса йөкләмәләр бирелде.
       Норматив сроктар буйынса, тракторҙар, трактор арбалары,
       минераль ашлама һиптергестәр, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү
       машиналары, һыу һибеү машиналары киләһе йылдың 15 апреленә, бесән әҙерләү һәм мал аҙығы әҙерләү комбайндары -
       15 июнгә, иген йыйыу комбайндары һәм урғыстар, иген таҙарты у ҡорамалдары, автомобиль үлсәүҙәре - 15 июлгә, сөгөлдөр йый ыу машиналары - 1 сентябргә әҙер булырға тейеш.
       Ауыл хужалығы техникаһын баҫыу эштәренә әҙерләүҙе контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығына һәм үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһына йөкмәтелде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал