6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Яҙа - яҙа бармаҡтар талды
06.10.06


       Федераль сәйәсмәндәр регионалдар инициативаһын үҙ ҡулына ала. Әммә быны бер ҡасан да танымайҙар. Ул ғына ла түгел, федерация субъекттары парламенттарының закон сығарыу буйынса тәҡдимдәре күпселек осраҡта РФ Дәүләт Думаһы эшмәкәрлегендә рәсми яуап тапмай. Ә хәҙер, депутаттар конкре т һайлаусы тарафынан раҫланмағас, улар үҙҙәрен туған партияларынан башҡа бер кем алдында ла бурыслы тип һанамай. "Федераль ҡануниәтте яҡшыртыу" идеялары менән янған
       ниндәйҙер төбәктәр тураһында әйтергә лә түгел.
       Дөрөҫ, бының өсөн федераль парламентарийҙар үҙ эшмәкәрлегенең популярлығы түбән тәгәрәүе менән түләй. Республика Дәүләт Йыйылышының һуңғы пленар ултырышында депутаттар тағы ике закон сығарыу инициативаһын ҡабул итте - "Элемтә тураһында" федераль законға һәм "РФ Ер кодексының 61 - се статьяһының 2 - се өлөшөнә үҙгәрештәр индереү тураһында" федераль закон проекттары. Улар, һис һүҙһеҙ, файҙалы һәм һөҙөмтәле. Тәүге инициативаға ярашлы, юғалтылған
       йәки урланған элемтә средстволары тураһында мәғлүмәтте үҙ
       эсенә алған электрон мәғлүмәттәр базаһы булдырыу тәҡдим ителә. Икенсе закон проекты дәүләт власының башҡарма органы йәки урындағы үҙидара органы тарафынан "зыянлы" акттар сығарыу һөҙөмтәһендә граждандар йәки юридик шәхестәргә
       килтерелгән зыяндың гражданлыҡ ҡануниәте ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡапланырға тейешлеге хаҡында.
       Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай р әйесе Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышының Рәсәй Дәүләт Думаһына тәҡдимдәре буйынса эшмәкәрлеген юғары
       баһалай, сөнки ... альтернатива юҡ.
       - Был йүнәлеш элеккесә республика парламентының федераль закондар сығарыу процесында ҡатнашлығының иң мөһим формаларының береһе булып ҡала. Атап әйткәндә, беҙҙең өсөнсө саҡырылыш парламенты РФ Дәүләт Думаһына 37
       федераль закон сығарыу акты проектын йүнәлтте, - тине Константин Борисович. - Үткән яҙғы сессия ваҡытында ғына ла беҙ федераль парламенттың түбәнге палатаһына ете закон проекты индерҙек.
       Әммә бик тотанаҡлы һәм ете тапҡыр үлсәп эш итеп өйрәнгән
       спикерҙың сығышында ла борсолоу һиҙелә.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Федерация субъекттары инициативаһы бик һирәк осраҡта ғына федераль закон формаһын ала. Минеңсә,
       субъекттарҙың закон сығарыу эшмәкәрлегендәге тәжрибәһенең һ орау менән файҙаланылмауы ҡабул ителгән федераль закондарҙың сифатында сағылыш таба. Төбәк парламенттары, атап әйткәндә, Волга буйы федераль округы депутаттарының тырышлығын берләштерергә ваҡыт етте, күрәһең.
       - Ун йыл эсендә - 1995 йылдан алып - беҙҙең парламент федераль ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән 62 закон
       проекты менән сығыш яһаны, - ти Дәүләт Йыйылышы вице - спикеры Салауат Кусимов. - Уларҙың 50 - һе ҡаралған, 12 - һе ҡаралыу стадияһында. Ҡабул ителгәндәренең һаны - ноль. Һәм федераль депутаттар Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан
       килгән бөтә инициативаларға ла шундай уҡ ҡарашта ҡала. Дөйө м алғанда, төбәктәрҙән йүнәлтелгән закон сығарыу инициативаларының бер ярым проценты ғына ҡабул ителәлер.
       Төбәк парламенттары үҙҙәренең федераль коллегаларының иғтибарһыҙлығына зарланһа, һуңғыларының һаман да нығый барған вертикаль фонында үҙ дәғүәләре барлыҡҡа килә. РФ Дәүләт Думаһының вице - спикеры Владимир Вольфович күптән түгел Өфөлә булған сағында түбәнге палатала киләһе йылға бюджет документтарын тикшереүгә ҡағылышлы үҙ фекерен белдерҙе:
       - Беҙ аҡсаға дөрөҫ йүнәлеш бирәбеҙ икән, шулай уҡ яҡшы йәшәйәсәкбеҙ кеүек тойола! Бында тағы ла ялған: беҙ,
       депутаттар, бер нимәгә лә йоғонто яһай алмайбыҙ! Федераль
       министрҙар ниндәй һан һәм лимит ҡуя, шулай буласаҡ. Ҡайһы
       берҙә улар айырыуса күп һанлы партиялар файҙаһына 20 - 30, хатта 100 миллионды ниндәй статьяла һәм ҡайҙа "күсерергә"
       мөмкин булыуын күрһәтә. Ошондай ялған ҡаҙаныштарҙы пропагандалау көлкө, депутаттарҙың реаль власы юҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал