6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Иван Кочерганың Өфөлә үткән йылдары
06.10.06


       Өфөнөң Гоголь урамындағы 28 - се һанлы, ҡасандыр Мәжит Ғафури йәшәгән һәм ижад иткән йортта, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Украина ССР - ының Яҙыусылар союзы урынлаша. Был б ер ҡатлы ағас йорт туғандаш республиканың бик күп билдәле әҙәбиәт эшмәкәрҙәрен күрә. 1941 йылдың 6 октябрендә ул күренекле совет драматургы Иван Антонович Кочерганы ҡәләмдәштәре 60 йәше менән ҡотлауына ла шаһит була.
       Иван Кочерга үҙенең әҙәби эшмәкәрлеген 1904 йылда башлай.
       Иң яҡшы пьесаларын, шул иҫәптән "Ярослав Мудрый" драматик поэмаһын совет осоронда яҙа. "Ярослав Мудрый" өсөн уға 1947 йылда Сталин премияһы тапшырыла.
       Эвакуация ваҡытында Өфөлә Иван Кочерга Украин ССР - ның Яҙыусылар Союзы һәм УССР Совнаркомы эргәһендәге сәнғәт
       эштәре буйынса идаралығының төп органы булған "Әҙәбиәт һәм сәнғәт" гәзите мөхәррире була. Гәзит аҙна һайын ҙур форматлы
       дүрт биттә сығарыла. Баҫманың йөкмәткеһе бөтә ижади интеллигенция эшмәкәрлеген фронтҡа ярҙамға, фашистарҙы юҡ ит еүгә әүҙемләштереүгә ҡайтып ҡала. Украина яҙыусылары,
       артистары, композиторҙары, рәссамдары, ғилми хеҙмәткәрҙәре гәзит биттәрендә сығыш яһай. Мәҫәлән, гәзиттең 1942 йылдың 17 октябрендә сыҡҡан һанында Павло Тычинаның "За священную с оветскую землю" поэмаһы, Мәжит Ғафуриҙың "Ҡарт һалдат анты" шиғыры баҫылған. Ошо уҡ һанда композитор Михаил Вериковскийҙың һуғыш көндәрендә украин музыкаһы үҫеше тураһындағы мәҡәләһе сыҡҡан. Киев опера театрының Өфөлә "Запорожец за Дунаем" спектакле премьераһы үтеүе хаҡында хәбәр ителгән. Юрий Яновскийҙың "Донесение в штаб" новеллаһы баҫылған. Украин артистарының хәрби частарҙа һәм госпиталдәрҙә ҡуйған концерттары тураһында киң мәғлүмәт бирелгән.
       Уҡыусылар украин театрҙары һәм киностудиялары, композиторҙар, яҙыусылар, рәссамдарҙың нимә өҫтөндә эшләүен
       белеү мөмкинселегенә эйә була. Мәҡәләләрҙә яңы әҫәрҙәр
       тикшерелә.
       1943 йылдың 5 ғинуарында сыҡҡан һанында Семипалатинск ҡалаһында Иван Франко исемендәге Киев театры эшмәкәрлеге тураһында һүҙ бара: "Театр сәхнәһенән яңғыраған украин һүҙе ирек һөйөүсе украин халҡына Джамбулдың музыкаль поэзияһы кеүек үк ҡәҙерле".
       Гәзит фронттың тыл менән бәйләнешендә лә үҙенсәлекле күпер булып хеҙмәт итә. Унда фронтовик яҙыусылар Микола Бажан, Андрей Малышко, Владимир Сосюра, Леонид
       Первомайский, Александр Довженко, Михаил Стельман һәм башҡа бик күптәрҙең әҫәрҙәре баҫыла.
       Украинаның мәҙәниәт эшмәкәрҙәре башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенең үҫеше өсөн дә күп эш башҡара. Сәйфи Ҡудаш һәм Рәшит Ниғмәтиҙең 1943 йылдың 30 июлендә баҫылған "Дуҫлыҡ" пу блицистик мәҡәләһе ошо турала.
       Иван Кочерга мөхәррирлектән тыш, ижади эш өсөн дә ваҡыт таба. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның "Чаша" (1942) һәм "Ночная тревога" (1943) пьесалары донья күрә.
       Драматург киләсәккә ҙур пландар менән йәшәй. Уларҙың береһе хаҡында башҡорт әҙәбиәте тәнҡитсеһе Суфиян Сафуанов һ өйләй. 1941 йылдың 28 ноябрендә гәзиттә "Дөрөҫлөк һәм ижад ү лемһеҙ" мәҡәләһе менән сығыш яһаған Кочерга былай тип яҙа: "Әле мин башҡорт халҡының 1812 - 1814 йылдарҙағы Ватан
       һуғышында ҡатнашыуы тураһындағы тарихи материалға таянып, опера өсөн либретто өҫтөндә эшләйем".
       Суфиян Сафуанов УССР Фәндәр академияһы Т. Г. Шевченко исемендәге Әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар бүлегендә
       драматургтың "Герой яҙмышы" либреттоһының ҡулъяҙмаһына тап була. Унда француз илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышыусы башҡорт полкының батырлығы, был полктың ҡыйыу старшинаһы Саф ир Чулпанов хаҡында һөйләнелә, ти тикшереүсе. Либретто тексынан авторҙың 1812 йылдағы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуы хаҡындағы тарихи материалдарҙы һәм мемуарҙарҙы, башҡорт ижады әҫәрҙәрен өйрәнеүе күренә. Ҡы ҙғанысҡа ҡаршы, драматургтың планы тамамланмайынса ҡала. 194 4 йылда Украинаның бөтә ижади интеллигенцияһы, улар иҫәбендә Иван Антонович Кочерга ла, тыуған яҡтарына юл ала.
       Ул 1962 йылдың 29 декабрендә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал