6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Уҡытыусы көнөнә арнала
05.10.06


       Мин үҙемдең беренсе уҡытыусымды хәтерләмәйем. Исемен дә и ҫләйем, фотолары ла бар, әммә улар миндә бер ниндәй ҙә иҫтәлек уятмай. Изге күңелле булдымы ул әллә түгелме, тыныс
       холоҡломо әллә юҡмы, хәтерләмәйем. Миңә беренсе синыфтан һ уң икенсе, яңы төҙөлгән мәктәпкә күсергә тура килде, һәм
       коллектив тулыһынса алмашынды. Бына икенсе уҡытыусымды яҡшы хәтерләйем. Нина Афанасьевнала мин өс йыл уҡыным. Ул ваҡыт тураһында тик йылы иҫтәлектәр генә һаҡлана. Нина Афанасьевнаның йылы ҡарашын һәм күҙ тирәһендәге һырҙарын
       хәтерләйем. Ул өлкән йәштәге, аҡыллы ҡатын ине. Башыма ниндәй белемдәр һалырға тырышыуын иҫләмәйем, әммә уның
       оләсәйҙәр кеүек хәстәрлекле һәм мөләйем булыуын беләм. Уның
       арҡаһында синыфтағы мөхит тә йылы һәм ихлас ине. Нина Афанасьевнаның ояһынан беҙ, себештәр, урта мәктәпкә ҡанатланып, ниндәйҙер кимәлдә уҡыу тәжрибәһе алып йүнәлдек.
       Артабанғы юлыбыҙҙа төрлө уҡытыусылар тап килде. Уларҙың күпселеге ҡатын - ҡыҙ булыуы сәбәпле, мәктәпкә өйөндәге мөхитте алып килә ине. Өйөндәге хәл - торош яҡшы булғандары класс бүлмәһендә лә тыныслыҡ рухын таратҡандай тойола, уҡыусыларға үҙҙәренең ирҙәре һәм балалары тураһында һөйләй, ғаиләләге ваҡиғалары менән уртаҡлаша. Өйҙә проблемалары булғандар уларҙы эш урынына ла алып килә, асыулана, ҡысҡыра,
       балаларға көс төшөрә.
       Уҡытыусылар араһында үҙ эшенең оҫталары күп булманы. Үҙ
       фәнен яратып һәм теләп төшөндөрөүселәрҙе бармаҡ менән генә һанарға мөмкин. Тарихсы Ольга Афанасьевна Ионова - энергия йомғағы, энергияһын тирә - яғындағыларға ла йоҡторорға һәләтле. Әҙәбиәт фәнен уҡытыусы Антонина Павловна Холманова - урыҫ телен бик яҡшы белә, еренә еткереп аңлата һәм бик ҡат ы һорай ҙа. Был кешеләр, һис шикһеҙ, уҡыусыларының хәтерендә
       ҡала, ҡайһы берәүҙәргә һөнәр һайларға ла ярҙам итә.
       Быйыл мин тағы ла беренсе синыфҡа барҙым. Улым менән. Уҡыу йылы башланыр алдынан бер аҙ борсолорға тура килде - бөгөнгө уҡыусылар өлөшөнә төшкән саманан тыш йөкләнеш һәм си сеүе ауыр булған мәсьәләләр тураһында йөрөгән хәбәрҙәр үҙенекен итте. Әммә ысынбарлыҡта артыҡ ҡурҡыныс булманы, күҙ теймәһен. Дөрөҫ, сентябрҙең тәүге көндәрендә мин бер туҡтауһыҙ ҡәләмдәр ослау, китап һәм дәфтәрҙәр тышлау менән мәшғүл булдым, әммә ата - әсәләр өсөн эш бының менән генә тамамланмай икән. Бер аҙ ваҡыт иртәгә ниндәй фәндәр инәсәге һәм нимә эшләргә, нимә алып килергә кәрәклеген яҙып барырға тура килде. Ә бына ике аҙна тирәһенән барыһы ла үҙ урынына ултырҙы, һәм улым хәҙер миңә "Уҡытыусынан иртәгә ниндәй дәрестәр буласағын һорама, мин барыһын да үҙем беләм!" - ти.
       Мәктәптә уға барыһы ла оҡшай. Дәрестәр еңел бирелә - улым яҡшы уҡый һәм һанай белә. Ҙур теләк менән яҙа. Өйгә бирелгән   эште (улар әлегә күп түгел) өсөнсө яртыға тиклем дауам итк ән оҙайтылған көн төркөмөндә эшләп өлгөрә. Икенсе көнгә портфелен үҙе тултыра. Ата - әсәгә иһә уның дәфтәрҙәрендәге тигеҙ юлдарға ҡарап һоҡланырға һәм баланы маҡтарға ғына ҡала . Әммә былар барыһы ла бер яҡлы - уҡыусы һәм уның ата - әсәһенең генә ҡарашы. Икенсе яҡ та бар - уҡытыусы. Ҡанат аҫтына йыйылған себештәрҙе ул нисек баһалай Балаларҙы нимәгә өйрәтергә йыйына Ниндәй пландар ҡора
       Улымдың уҡытыусыһы Марина Аркадьевна Страутина. Ул мәктәптә 1992 йылдан алып эшләй. Ул ваҡытта мәктәпкә бөтөнләй икенсе төрлө тәрбиәләнгән балалар килә ине. Хәҙер замандар икенсе. Ошо тиҫтә ярым ваҡыт эсендә балалар, ата -
       әсәләр, тормош ҡиммәттәре ҡайһы яҡҡа үҙгәрҙе, тип һорау бирҙем мин Марина Аркадьевнаға.
       - Эйе, был ваҡыт эсендә балалар үҙгәрҙе. Элек уҡытыусының
       һүҙе уның өсөн догмаға тиң һәм тикшерелмәй ине. Бөгөнгө заман балалары уҡытыусы менән бәхәскә инә ала, үҙ фекерен иҫбатлай. Был яҡшы. Демократик мөхиттә эшләүе лә ҡыҙығыраҡ. Бөгөнгө ата - әсәләр иһә - икенсе тема. Улар үҙҙәре лә үҙгәр ҙе, белемлерәк була башланы. Тик ни өсөндөр улар, нигеҙҙә, хоҡуҡтары тураһында белә, ә бурыстарын онота. "Мәктәп тәрбиәләргә тейеш!" - ти күп кенә ата - әсәләр. Әммә, беренс е
       сиратта, баланы ғаилә тәрбиәләй. Бала мәктәпкә ғаиләләге
       мөхитте алып килә. Һәм 26 баланы бер уҡытыусы, нисек кенә
       тырышһа ла, ғаилә кимәлендә тәрбиәләй алмай.
       - Хәйер, башланғыс класс уҡытыусыһының төп көсө нәҡ әхлаҡ и сифаттар тәрбиәләүгә йүнәлтелергә тейештер, тип уйлайым, - тип дауам итә Марина Аркадьевна. - Баланың мейеһенә ниндәйҙер фундаменталь белем һалырға түгел, уны дуҫлашырға, шәфҡәтле булырға өйрәтергә, коллективты берләштерергә - уҡытыусы үҙ алдына ошондай маҡсат ҡуйырға тейеш.
       Эйе, мәктәп йылдары сихри ваҡыт, хәйер, тормоштоң үҙе
       кеүек үк. Ошо йылдарҙа күп нимә формалаша. Уҡытыусылар, кешелекле һәм кеше йәнле булығыҙсы! Һеҙгә кескәй йәндәр ышанып тапшырылған, уларҙы һаҡлағыҙ! Беренсе сиратта, кешенең үҙ көсөнә ышанысын һаҡлағыҙ, мөмкин булғанса белем м енән тәьмин итегеҙ. Һеҙ, табиптар кеүек үк, "зыян килтермә" принцибына таянып эшләргә тейеш! Изге күңелле, аҡыллы һәм алдан күреүсән булығыҙ! Һеҙҙе ҙур байрам, Уҡытыусы көнө менән!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал