6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Трассовиктар Шакировты онотмай
05.10.06


       Йыртма календарь битендә күренекле хужалыҡ һәм партия эшмәкәре Миҙхәт Закир улы Шакировтың портреты.
       Миҙхәт Шакиров - 1916 йылдың 5 октябрендә билдәле башҡорт
       педагогы һәм тел ғалимы Закир Шакир улы Шакиров ғаиләһендә донъяға килә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфөнөң паровоздар ремонтлау заводында слесарь булып башлай, йырҙа йырланғанса,
       заводтан оло юлға сыға. Машиналар төҙөү институтын тамамлай , оборона заводында эшләй, райком, Өфө горкомы, Башҡортостандың КПСС обкомы секретары була. 1987 йылда Миҙхәт Закир улы ошо вазифаһынан пенсияға сыға. Уның ҡаҙаныштары юғары баһалана, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, биш тапҡыр Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән наградлана.
       Миҙхәт Шакиров магистраль газ һәм нефть үткәргестәр төҙөү өлкәһендә күренекле етәксе булараҡ билдәле.
       Барыһы ла 1948 йылда, Шакиров Нефть сәнәғәте
       министрлығының геофизик приборҙар һәм аппаратура заводы директоры вазифаһын биләүҙән башлана. Уның артабанғы
       эшмәкәрлеге теге йәки был кимәлдә газ һәм нефть сәнәғәте менән бәйле.
       1952 йылда Миҙхәт Закир улы магистраль газ үткәргестәр төҙөү, газ һәм нефть промыслалары менән шөғөлләнеүсе 74 - се
       төҙөлөш - монтажлау идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
       Илленсе йылдарҙа газ сәнәғәте йылдам үҫешә, һәм Шакировты
       "Нефтепроводмонтаж" тресының баш инженеры итеп күсерәләр. 1 952 йылдың 17 октябренән 1954 йылдың 11 октябренә тиклем 74 - се СМУ начальнигы, 12 октябрҙән - "Нефтепроводмонтаж" тресының баш инженеры вазифаһында Миҙхәт Закир улы Шакиров ҡатнашҡан төҙөлөштәрҙең иҫтәлек исемлеген" битләйем.
       Шакиров, трестың техник сәйәсәтен билдәләүсе баш инженер булараҡ, етештереү эшенә монтажсыларҙың эшен механикалаштырыусы өр - яңы технологиялар йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирә.
       Трест ғилми үҙәктәр менән даими бәйләнеш һаҡлай, эшселәрҙең квалификацияһын күтәрә, бының өсөн Өфөлә иретеп йәбештереүселәр мәктәбе асыла, ул бөгөн дә эшләүен
       дауам итә.
       Туймазы - Новосибирск магистраль үткәргес торба төҙөлөшөнд ә 160 километр арала электр контактлы иретеп йәбештереү файҙаланыла. Заманына күрә ул иҫ китерлек ҡаҙанышҡа тиң була. Был технологияны файҙаланыу монтажлау эштәрен 2,5 тапҡырға ҡыҫҡартырға мөмкинселек бирә.
       Трассовиктар отряды үткән урында төбәктәрҙең йәшәү рәүеше
       үҙгәрә. Билдәле яҙыусы, әҙәбиәт өлкәһендә СССР һәм РСФСР премиялары лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы Михаил Алексеев былай тип яҙа: "Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Миҙхәт Шакиров үҙ республикаһында ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә, һәм, әлбиттә, минең тыуған Һарытау ерендә лә билдәле кешегә әйләнде, унда ул һәм уның хеҙмәттәштәре сәнәғәтте, ауыл хужалығын, миллионлаған кешеләрҙең тормошон тамырынан
       үҙгәртеүгә булышлыҡ итеүсе газ үткәргестәр төҙөнө...
       Кеше үҙенең хеҙмәте менән тере, тиҙәр. Ысынлап та, "хеҙмә т" "икмәк" кеүек үк, телебеҙҙең иң алдынғы флангыларында тороусы һүҙ. Улар бер - береһенән айырым йәшәй алмай. Шуға күрә бөгөн Рәсәй ҙур дәрәжәлә үткән быуатта Миҙхәт Шакиров һәм уның кеүектәрҙең хеҙмәте менән тере".
       Билдәле яҙыусының был һүҙҙәрен мин Миҙхәт Закиров бүләк иткән "Тормош юлы" китабынан уҡыным. Автографын да һорағайным, әммә ул баш тартты, сөнки китап авторы уның улы - Рифҡәт Шакиров.
       Был китапта Бохара - Урал газ үткәргесен төҙөү тураһында ла һөйләнелә.
       Билдәле магистраль газ үткәргесен төҙөү һәм эшләтеү өсөн трест коллективына ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә тура кил ә. Донъяла тәүге тапҡыр 1800 километрға һуҙылған магистраль газ үткәргес бер метрҙан ҙурыраҡ диаметрлы торбаларҙан төҙөл ә. Был удар төҙөлөштө "һалҡын һуғыш" та, торба һәм ҡорамалдарға
       эмбарго һалыу ҙа туҡтата алмай. Киреһенсә, сәнәғәт беренсе уникаль газ үткәргес өсөн торба һәм башҡа кәрәкле элементтар
       етештереүҙе үҙләштерә.
       Бохара - Урал газ үткәргесен төҙөү яңы технологиялар бише ге булып тора. Ғәҙәти булмаған мәсьәләләрҙе лә хәл итергә ту ра килә, мәҫәлән, күп һанлы арыҡтарҙы йырып сығыу, ванталы күперҙәр төҙөү, торбаларҙы тоҙло грунт йоғонтоһонан һаҡлау һәм башҡалар.
       Иретеп йәбештерелгән торба секцияларын һал менән Арал диңгеҙе аша сығарыу тураһындағы ҡыйыу ҡарарҙы иҫкә төшөрмәйенсә мөмкин түгел. Күп белгестәр был газ үткәргесте төҙөү ваҡытында бына тигән практика үтә һәм Рәсәйҙең магистраль газ үткәргестәр селтәрен киңәйтеүсе яңы
       төҙөлөштәрҙе етәкләй. Бохара - Урал газ үткәргесен һынау
       буйынса дәүләт комиссияһы етәксеһе тип Миҙхәт Шакиров тәғәйенләнә.
       Шакировтың эшмәкәрлеге күп яҡлы ( ул 2004 йылдың 1 майында арабыҙҙан китте), һәм тәүге ҙур газ һәм нефть үткәргестәре төҙөү уның биографияһындағы сағыу биттәрҙең береһе. Бына шуға күрә уның тыуыуына 90 йыл тулғанда ла Рәсәй трассовиктары уны тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал