6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Интеллектуаль ресурстар эш эҙләй
05.10.06


       Өфөнөң юғары уҡыу йорттары, һис шикһеҙ, бик күп аҡыллы, квалификациялы, энергияһы ташып торған, уйлап эшләүсе, әүҙем
       тормош принцибы булған, үҙ мөмкинселектәрен тәғәйенләнеше б уйынса файҙаланырға, яҡшы эш табырға хыялланыусы
       белгестәр әҙерләп сығара. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хыялдар һәр ваҡыт тормошҡа аша тип әйтеүе ҡыйын. Йыш ҡына
       йәштәр урамда ҡала - тәжрибәләре булмауы сәбәпле, уларҙы эшкә алмайҙар һәм йәш егет һәм ҡыҙҙар алған һөнәренә ҡағылышы булмаған эшкә урынлашырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә та лантлы, һәләтле йәштәр "ярыҡ ялғаш" янында ҡала. Ошондай хәлгә эләккәндәргә нимә эшләргә
       "БАШвестЪ - йәш" уларға көстәрен "Интеллектуаль ресурстар
       - төбәктәрҙең кадр резервына" һалырға кәңәш итә - БР Йәштәр палатаһы бына инде өсөнсө йыл мөрәжәғәт иткән конкурс -
       проект шулай тип атала.
       Проектты булдырыусылар һәм унда ҡатнашыусылар һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшеүе, сараның актуаллеге һәм һорау менән файҙаланыуына бәйле ғорурлана ала. Һәм уның менән генә лә түгел. "Төбәктәрҙең кадр резервы" проекты "Өфө ҡалаһы" тип аталған 2004 һәм 2006 йылдарҙа ҡаланың үҫеш фонды программаһы конкурсында, шулай уҡ "Социаль форум - 2005"
       социаль һәм мәҙәни проекттар конкурсында еңеүсе булып
       танылды. Өс йыл эсендә проект аша меңдән ашыу сығарылыусы ү ткән, уларҙың 98 - е конкурстың лауреаттары һәм еңеүселәре исемен яулаған.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, проект юҡҡа ғына Ҡала үҫеше йәмәғә т фондының попечителдәр советы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратында ҙур ҡыҙыҡһыныу у ятманы. Уға бағлаған өмөттәр аҡланды!
       "Интеллектуаль ресурстар" етәксеһе Светлана Даянованың һүҙҙәренә ҡарағанда, проекттың төп маҡсаты - предприятие һә м ойошма етәкселегенең йәш перспективалы белгестәр менән аралашыуы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.
       - Юҡҡа ғына беҙҙең йәштәрҙе әрләйҙәр. Мин быны үҙ тәжрибәмдән беләм, - тип һөйләй проект етәксеһе. - Быны
       иҫбатлау өсөн ҡатнашыусылар тултырған анкеталарҙан миҫалдар
       килтереп үтмәксемен. "Маҡсатығыҙға ирешеүҙән ниндәй бүләк алырға теләр инегеҙ" тигән һорауға йәштәр "Үҙ эшем менән шөғөлләнеүҙән алған ҡәнәғәтләнеү", "Яңы, ҡатмарлыраҡ маҡсат.
       Ата - әсәйемдең ғорурлығы" йәки "Бүләк тип һанарға мөмкин булған яңы перспективалар" тип яуап бирә. "Ни өсөн нәҡ һеҙ программала ҡатнашыуға лайыҡлы" һорауына алынған яуаптар ҙа кандидаттарҙың эшкә ҡыҙыҡһыныулы ҡараш, ныҡышмалылыҡ, маҡ сатҡа ынтылыш кеүек шәхси сифаттарында шикләнеү ҡалдырмай: "Миңә ярышыу ҡомары оҡшай. Тормошта күп нимәгә ир ешергә ынтылам". "Юғары маҡсат һәм һөҙөмтәләргә
       ирешеүгә һәләтлемен, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайым, мин яңы белем һәм идеялар өсөн асыҡ". "Һөнәрем буйынса тейешле
       белемгә, сәләмәт амбицияға, ҙур мөмкинселектәргә эйәмен".
       Проект тренингтары һәм семинарҙар йәштәргә ошо мөмкинселектәрен юғалтмаҫҡа һәм күңелдәренә ятҡан эш табырға ярҙам итә. Мәҫәлән, "Һөҙөмтәле эш эҙләү" семинарында
       ҡатнашыусылар эшкә урынлашыу буйынса практик кәңәштәр ала: предприятиены нисек дөрөҫ итеп һайлау, эш эҙләү
       мөмкинселектәрен тулыһынса файҙаланыу, уңышлы резюме яҙыу һ әм әңгәмәне лайыҡлы үтеү. "Шәхси үҫеш мәктәбе" тренингтары ш әхестең ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә йүнәлтелә, бында сығарылыусыларҙың ижади энергияһын тыйып тороусы стереотип һ әм комплекстарға ҡаршы көрәшкә баҫым яһала һ. б.
       Компаниялар етәкселеге билдәләүенсә, әйтелгән конкурс - проект нәҡ вуз сығарылыусыларына етмәгән күнекмәләрҙе формалаштыра.
       Проектты ойоштороусылар һәм предприятиелар етәкселеге йәштәрҙең барыһын да "Интеллектуаль ресурстарҙың" киләһе турында ҡатнашыуға саҡыра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал