6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Татлы" үлем күпме тора
04.10.06


       Ҡышҡылыҡҡа тоҙлау - ҡайнатыу хәстәрҙәрен тамамларға ла ваҡыт, әммә ҡайһы бер хужабикәләр ҡайнатмалар, маринадтар,
       компоттар һ. б. әҙерләүен дауам итә. Һәм дөрөҫ эшләйҙәр. Үҙ ең әҙерләгән тәмлерәк тә, арзаныраҡҡа ла төшә. Шуға күрә шәкәргә хаҡ хужабикәләр өсөн иң мөһим һорауҙарҙың береһе. Үткән йыл тәжрибәләре буйынса, көҙөн, шәкәр сөгөлдөрө алыу һәм әҙерләү осоронда шәкәргә хаҡтар ҡапыл түбәнәйә. Быйыл да
       шулай булырмы икән
       Әлеге ваҡытта Өфө баҙарында бер килограмм шәкәрҙе уртаса
       хаҡ менән 26 һумға алырға була. Әммә яҡын арала ул арзаныра ҡ торасаҡ. Был турала БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Шамил Вәхитов хәбәр итте. Һәм сәбәбен быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң быға тиклем күрелмәгән уңыш биреүендә,
       тип аңлатты.
       Ысынлап та, быйыл "татлы тамыр" рекордлы күләмдә йыйып
       алынған. Әлеге ваҡытта ауыл эшсәндәре бер гектарҙан уртаса алғанда 226 центнер шәкәр сөгөлдөрө ала, үткән йыл күрһәткес е менән сағыштырғанда, ул 25 центнерға күберәк. Ҡайһы бер райондар гектарынан 300 центнер ала. Лидерҙар араһында - ауырғазылар (гектарынан 301 центнер), ҡырмыҫҡалылар ( 350) һәм саҡмағоштар (310). Айырым хужалыҡтар бөтөнләй иҫ киткес һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Мәҫәлән, Шишмә районының "Шишмә - Агр оинвест" агрофирмаһында гектарынан 380 центнерҙан ашыу, ә ош о уҡ райондың "Агроальянс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә хатта 550 (!) центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынға н. Шулай итеп, беренсенән, быйыл уңыш былтырғынан күберәк
       - был бер. Икенсенән, быйылғы йылда шәкәр сөгөлдөрө 80 меңг ә яҡын гектарға ултыртылған, үткән йыл менән сағыштырғанда, 24
       процентҡа күберәк, тигән һүҙ.
       Бөгөн тулайым йыйып алыу бер миллион тоннаға етә яҙған, дөрөҫөрәге - 956 мең тонна. Белгестәр бөтәһе ике миллион тон на буласағын күҙаллай. Республикала бындай күрһәткестең күп тән булмауын билдәләргә кәрәк. Хәҙер иң мөһиме - үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу. Әгәр элек был ҡатмарлы бурыс б улһа, бөгөн, яңыртылған машина - трактор паркы булғанда - проблема түгел. Быйыл бюджет иҫәбенә 500 - гә яҡын агрегат һатып алынған. Республиканың машина - трактор станциялары "Holmer" немец фирмаһында сығарылған алты юғары етештереүсәнле үҙйөрөшлө "Terra Dos" сөгөлдөр йыйыу комбайны менән тулыландырылды. "Башсельхозтехника" предприятиеһы ошондай уҡ ике, Мәләүез шәкәр заводы - бер машина һатып алды.
       Хужалыҡтар сит ил техникаһын өҫтөнөрәк күрә. Беренсенән, уның етештереүсәнлеге беҙҙекенән ике - өс тапҡыр юғарыраҡ. Икенсенән, сит ил машинаһы сифатлы эшләй һәм үҙен тиҙ арала аҡлай. Бөгөн республика баҫыуҙарында "Гримми" (Германия)
       фирмаһының "Макстрон", "Франц Кляйне" (Германия) фирмаһының "СФ - 10 - 2", "Агрифак" (Голландия" фирмаһының "ВКМ - 9000", "Holmer" (Германия) фирмаһының "Terra Dos" һәм
       "Amity Techrolodri" (АҠШ) фирмаһынан "WIS" комбайндары эшләй. Был машиналар татлы тамырҙарҙы 30 - 40 сантиметрлыҡ ҡар аҫтынан да йыйыуға һәләтле.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал