6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды
04.10.06


       Хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында "юлаевсыларға" сағыу сығыш яһау өсөн баҫым, баҫым һәм тағы бер тапҡыр баҫым
       етмәй. Ҡаршы командаға ябай, әммә хәүефле комбинациялар яһарға мөмкинселек бирергә ярамай. Бар көсөңә тырыш, әммә үҙ ҡапҡаңа гол индермә! Тольятти ҡалаһында үткән стартта "юлаевсылар" көслө уйын күрһәтә алманы. Ә ҡаршы яҡ, киреһенсә, Мезиндың ҡапҡаһына шайба артынан шайба индереп ке нә торҙо.
       Бер гол, икенсеһе, өсөнсөһө - был алама төштө хәтерләтә башланы. Костюченок, Жмакин, Голубцов бик яҡшы уйнай. Эргәлә ултырған Тольятти белгесе аптырауын белдерә:
       - Бөгөн беҙҙә миҙгеленә бер тапҡыр ғына үҙҙәрен күрһәтә
       торған уйынсылар сығыш яһай!
       - Эйе, бөгөн - таяҡтар көнө, тип яуаплайым мин, - йылына бер тапҡыр таяҡ та ата тиҙәр бит.
       Хәйер, таяҡтар көнө тигән исем бик үк тура килмәй, әлбит тә. Мәҫәлән, "юлаевсыларҙың" берҙән - бер форвард - таяғы ул
       кистә атманы, ә бары тик ҡаршы яҡҡа бына тигән пас биреүе менән айырылып торҙо. Дөрөҫөрәге, был мәҡәләгә "Тыуған көн" тигән исем яҡшыраҡ тура килә. Ни өсөн тигәндә, 3 октябрҙә "Ладаның" баш тренеры Анатолий Емелинға 42, уның ярҙамсыһы А лександр Нестеровҡа 35 йәш тулды. Әйткәндәй, икеһе лә Өфө өсөн сит кешеләр түгел - тәүгеһе карьераһын беҙҙә башланы,
       икенсеһе - тамамланы.
       "Ладалар" остаздарына лайыҡлы бүләк эшләргә тырышты. Тәүге период дауамында улар һөжүмдәрен туҡтатманы тип әйтерлек. Ҡапҡала Вадим Тарасов пәйҙә булыуы ғына өфөлөләрҙе ҡотҡарҙы. Алмашҡа сыҡҡан голкипер иҫ китмәле уйнаны һәм күп һандағы хәүефле шайбаларҙы кире ҡағыуға иреште.
       Өфө ҡапҡа һаҡсыһының оппоненты Кошечкин шулай уҡ "бишлегә" уйнаны. Әммә өфөлөләр уны борсоуға һалыу ысулын да тапты. Башта, тәүге тәнәфескә тиклем, иң сағыу ҡапҡасы - рәсәйленең ҡапҡаһына атыуҙар Филипп индергән гол менән тамамланды. Чех суперлигала үҙ иҫәбенә тәүге голын яҙып ҡуйҙ ы.
       Икенсе гол - Заварухиндың тырышлығы һөҙөмтәләре. Икенсе период башында, тағы ла күпселектә уйнағанда, Өфө клубы капитаны Кошечкиндың ҡапҡа биләмәләренә инеп, шайбаны һыҙыҡ аша үткәрҙе, 3 : 2.
       Дөрөҫөн әйткәндә, мин был гол иҫәпләнер тип уйламағайным.
       Судья Анатолий Захаров нисектер сәйер эшләне. Беҙ күрше тур а килгән коллегам менән баррикадаларҙың ике яғында булһаҡ та , рефери бер нисә ҡағиҙә боҙоуҙы күрмәне һәм, киреһенсә, ҡайһы
       берәүҙәрҙе сәбәпһеҙ эскәмйәгә ултыртты, тигән фекер менән икебеҙ ҙә килештек. Әйткәндәй, өфөләр эскәмйәлә йышыраҡ ултырҙы. Һуңынан рефериҙың штраф ваҡытын тигеҙләй башлауы һә м эскәмйәгә хужаларҙы күпләп оҙатыуы айырыуса аптырашҡа
       һалды. Нимә өсөн Үпкәләүҙәр булмаһын өсөнмө
       Объективлыҡ өсөн был хәлгә икенсе яҡтан ҡарап ҡарайыҡ. Уйынсылар һәм тренерҙар судья эшмәкәрлегенә комментарий бирмәһә лә, матчтан һуң Михал Микеска былай тип белдерҙе:
       - Мин бөгөнгө судьянан бик тә ҡәнәғәт. Арбитр уйынды еңел алып барҙы. Тәжрибәле оҫта булараҡ, ул тупаҫ уйынсыларға һәм
       ҡағиҙә боҙоусыларға бысраҡ эштәрен башҡарырға мөмкинселек б ирмәне.
       Дөйөм алғанда, судья ни тиклем генә тылсым эйәһе булмаһы н, "юлаевсыларҙың" голы иҫәпләнде, һәм уйын шул уҡ темпта дауам итте. Ниһайәт, Руслан Берников иҫәпте тигеҙләүгә өлгәш ә, 3 : 3.
       Сергей Михалев, "Салауат Юлаев" хоккей клубының баш тренеры:
       - Башта беҙҙең ҡапҡаға инергә тейеш булмаған шайбалар ҙа килеп инде. Анатолий Емелиндың тыуған көнөнә бүләк эшләйбеҙ икән, тип уйлай башлағайным инде. Әммә ҡапҡа һаҡсыһын алмаштырғандан һуң, "Ладаны" ҡыуып етеү мөмкинселеге барлыҡҡа килде.
       Анатолий Емелин, "Лада" хоккей клубының баш тренеры:
       - Бөгөн беҙгә ҡаршы уйнаған команда ябайҙарҙан түгел - Ө фө командаһын миҙалдарға дәғүә итеүсе тип һанайым. Башта
       барыһы ла беҙҙең файҙаға ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ әлегә еңеп өйрәнмәгәнбеҙ, буғай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал