6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Үткән йыл республикала СПИД 65 кешенең ғүмерен өҙгән
14.01.04


       СПИД кеүек ҡурҡыныс ауырыу тураһында мәғлүмәтте һәр ҡай һыбыҙ яҡшы белә буғай. Әммә практика күрһәтеүенсә, күптәр бы л тема менән яҡынса ғына таныш. Әйткәндәй, мин үҙем дә Интер неттағы СПИД хаҡында белемде тикшереүсе тестың һорауҙарына я уап биргәндән һуң һөҙөмтәләренә ҡыуандым тип әйтә алмайым. 2 5 һорауҙың 20 - һенә генә дөрөҫ яуап биргәнмен.
       Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буй ынса 2003 йылдың 31 декабренә Башҡортостанда 4564 вирус йөрө төүсе кеше иҫәптә тора: 3488 ир - ат һәм 1076 ҡатын - ҡыҙ. У ларҙың күбеһе 18 - 30 йәшлектәр, 5 проценты - балалар һәм үҫ мерҙәр.
       Үткән йыл мәғлүмәттәренә килгәндә, республикала 1008 кеш е иҫәптә торған, уларҙың 385 - е - Өфөлә. Спид вирусын йөрөт өүсе әсәләрҙән 107 бала тыуған. Был ауырыуҙан 65 кеше үлгән,
       уларҙың өсәүһе - бала. 2002 йыл менән сағыштырғанда 2003 йы лда СПИД менән зарарланыусылар һаны 31,4 процентҡа кәмегән.
       ВИЧ - инфекция менән йорт шарттарында зарарла ныу мөмкин түгел, ул һәр төрлө бөжәктәр аша ла таралмай. Йәғ ни, ауырыу кеше менән бер үк һауыт - һаба, бәҙрәф менән файҙ аланғанда, һаулыҡ һорашҡанда, бер бассейнда һыу ингәндә һеҙг ә бер нимә лә янамай. ВИЧ - ғәҙәти вирус түгел. Кеше бер нис ә йыл буйы ауырып та, был бер нисек тә һиҙелмәүе ихтимал. Ти к оҙаҡ ваҡыт буйына организмда үрсеп, вирус уның төрлө инфек ция һәм ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеү мөмкинселеген юҡҡҡа сығара . Кеше ауырыуының симптомдарын тойғансы вирус унар йыл орган измда "йәшәй" ала. Иң ҡурҡынысы - был ваҡыт эсендә вирус йөр өтөүсе үҙе лә белмәйенсә башҡаларҙы зарарлап өлгөрә.
       Әлеге ваҡытта вирусҡа ҡаршы торорлоҡ вакцина уйлап табыл маған. Ә диагнозды бер генә юл менән - лаборатория анализы а ша ҡуйып була.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал